Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи байлыҡ, берҙәмлек сағылды
Орск ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте көнөн ойоштороусылар байрамда шул тиклем күп кеше ҡатнашырын көтмәгәйне, сөнки май – халыҡтың баҡса эштәре менән мәшғүл сағы. Ғәҙәттә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле кеүек билдәле коллективтарҙың, ил кимәлендә танылған йырсыларҙың концерттарында ғына тамаша залы әлеге һымаҡ шығырым тулы була.
Миңә, ҡала телевидениеһында эшләү дәүерендә төрлө форум, йыйындарҙы йыш күргән кешегә, Башҡорт мәҙәниәте көнө һис тә ҡәҙимге саралай тойолманы, киреһенсә, йәмғиәттә уға ихтыяждың ҙур икәнлегенә иғтибар иттем. Йыйылыусыларҙың барыһының да йөҙөндә ысын байрам кәйефе сағылды. Ырымбур ҡалаһынан, Ҡыуандыҡ, Новотроицк, Гай райондарынан, Башҡортостандың беҙгә сиктәш ауылдарынан да ҡунаҡтар күп килгәйне. Орск халҡын өлкәнең Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Ижтимағи, милли һәм дини ойошмалар менән бәйләнеш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Олег Ғәйнетдинов, ҡала хакимиәте вәкилдәре, Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Хәлил Ибраһимов, «Туған тел» мәҙәни үҙәге рәйесе Рәсим Вәлетдинов һәм башҡалар тәбрикләне.
Сара башланыр алдынан яңғыраған ҡурай моңонан әҫәрләнгән тамашасылар аҙаҡҡаса сәхнә йоғонтоһона мөкиббән булып ултырҙы. Башбүре ауылынан «Йәшлек» ансамбленең, «Ҡарлуғас» халыҡ ансамбле солистары Гөлнур Латипова менән Зөһрә Сабитованың сығышы дәррәү алҡышҡа күмелде. «Ләйсән» ансамбле сәхнәгә яңы ғына тегелгән милли кейемдә сыҡты. Был коллективтың халыҡ тарафынан һәр саҡ йылы ҡабул ителеүен, йәш артистар менән даими тулыланып барыуын билдәләргә кәрәк. Наилә Ғабдуллина, Линера Кәлимуллина, Миңзәлә Мурзина, Зилә Исҡужина, Ғәзим Асҡаров, Рафаэль Мөхәмәтйәров, Данил Ҡәйепов, Гөлфиә Ҡәйепова, Фәүзәнә Рәхмәтуллина… Бер саранан да ситтә ҡалмай улар, сөнки башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсаты менән яналар. Халҡыбыҙ таланттарға бай әле!
Йәнә ҡурай моңо яңғырай. Сәхнәлә – урындағы халыҡтың яратҡан шағирәһе Алмабикә Мерәҫова. Уның «Ҡурай» тип аталған шиғырын тыңлағанда күҙҙән йәш бөрсөктәре тама…
Өлкәнәйә барыуына ҡарамаҫтан, дәртләнеп бейеп йөрөүсе Суфия апай Сәйетованың етеҙлегенә, һығылмалылығына һәм ихтыяр көсөнә хайран ҡалырлыҡ. «Хәрәкәттә – бәрәкәт», – ти ул. Ә бына Фәрзәнә Теләүғолова менән Люция Йомаҡаеваның ҡул эштәре күңелде гөл-сәскәле аҡланға әүерелдереү һәләтенә эйә. Уларҙың күргәҙмәһе һәр байрамда тиерлек ҡуйыла, был юлы ла тамашаның бер йәме булып торҙо.
Башҡорт мәҙәниәте көнө, ғөмүмән, халыҡтың берҙәмлеген, рухи байлығын сағылдырыусы байрамға әйләнде. Шуныһын билдәләге килә: залда йәштәр байтаҡ ине. Моғайын, был – башҡорт милли-ижтимағи ойошмалары тарафынан мәҙәни ҡиммәттәребеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында башҡарылған ауыр, мәшәҡәтле эштең һөҙөмтәһелер.
Суфия ҮЗБӘКОВА.
Ырымбур өлкәһе.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 53

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 584

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 661

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 422

Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?
Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 194

Свердловск башҡорттары йылды барлай

Свердловск башҡорттары йылды барлай 31.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара...

Тотош уҡырға 153

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ 22.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100...

Тотош уҡырға 214

Илһам төбәге – интернат

Илһам төбәге – интернат 21.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында асылған Сибай гимназия-интернатында осрашыуға байтаҡ халыҡ...

Тотош уҡырға 230

Бөткән ауылымды һағынам
Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ!

Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ! 18.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Мәҡәләмде әңгәмәсем, Ҡырҡөйлө-мең ырыуы башҡорттарының ҡор башы, ошо көндәрҙә 50 йәшлек ғүмер...

Тотош уҡырға 166