Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ.

Күптән түгел Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Күзбәкова етәкселегендә ата-бабаларыбыҙ төйәк иткән, милләттәштәребеҙ бөгөн уларҙың аманатына тоғролоҡ һаҡлап йәшәгән ерҙәргә – Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы башҡорт ауылдарына сәфәр ҡылдыҡ.

Маяҡ малайҙарының ҡулынан ҡурай төшмәй

Көн шундай матур, йылы. Ябалаҡлап яуған ҡар бөртөктәре, ҡояш нурҙарына ялтырап, беҙҙе сәләмләгән кеүек. Ҡыуанып, дәртләнеп, киләсәккә пландар ҡороп барғанғамы 500 саҡрымдан ашыу ара һиҙелмәй ҙә ҡалды, арығаныбыҙҙы ла тойманыҡ.

Беҙҙе Маяҡ ауылында йәшәгән уҡытыусылар ғаиләһе Ғәҙелниса Варис ҡыҙы менән Хабрахман Хизбер улы Мансуровтар ҡаршы алды. Улар – халҡым, телем, мәҙәниәтем тип янып көйгән заттан. Мәктәптә өс йәш төркөмөнән торған “Йәйғор” ансамбле ойоштороуҙарына – ун йыл. Хабрахман Хизбер улы ҡурайсылар түңәрәгенә, ағас эше һәм фольклор ансамбленә етәкселек итә, Ғәҙелниса Варис ҡыҙы йырларға, бейергә, тасуири һөйләргә, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә. Балалар оло теләк менән йөрөй был түңәрәктәргә.

Ғәҙелниса Варис ҡыҙы менән Хабрахман Хизбер улына башҡорт телендә белем алыу насип булмаған. Үҙ тырышлыҡтары менән туған телдә уҡырға, яҙырға, шиғыр­ҙар һөйләргә, йырларға өйрәнгәндәр. Әле ошо изге эште йәш быуын менән лайыҡлы дауам итәләр. Маяҡ мәктәбендә башҡорт теле уҡытылмаһа ла, төрлө саралар, конкурстар, түңәрәктәр әсә телендә алып барыла. “Балаларға ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы ла өйрәтәбеҙ. Мәҫәлән, әрмегә юлланған егеттәрҙе “Любизар”, “Порт-Артур” йырҙары менән оҙатабыҙ, уларға изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ”, – ти Мансуровтар.

Ансамбль өсөн сағыу костюмдар тек­тергәндәр, бағыусылар ярҙамында музыка ҡоралдары һатып алғандар. Маяҡ ма­лайҙары ҡурайҙан һис тә айырыла алмай: хатта тәнәфестә лә ҡурай һыҙҙы­ралар, һәр береһенең үҙ уйын ҡоралы бар.

2016 йылда Хабрахман Хизбер улы яңы проект – милли Ҡыш бабайҙан Яңы йыл ҡотлауы ойоштороп ебәрә. Үҙенең программаһы менән Бөйөк Устюгта үткән Бөтә Рәсәй Ҡыш бабайҙары конкурсында ҡатнаша. Шулай итеп, Бөйөк Устюг башҡорт Ҡыш бабайы башҡарыуында беренсе тапҡыр ҡурай тауышын ишеткән.

Ҡайҙа ғына барһалар ҙа, еңеүһеҙ ҡайтҡандары юҡ “Йәйғор”ҙарҙың. Таганрог ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй фольклор фестивалендә еңеү яулағандар. 2014 йылда Бөтә Рәсәй балалар фестивалендә, 2016 һәм 2017 йылдарҙа Вологда өлкәһенең Вытегра ҡалаһында фольклор конкурсында лауреат булып танылалар. Быйыл коллективҡа “Өлгөлө балалар фольклор ансамбле” исеме бирелгән.

Әлбиттә, был уңыштарҙың башында үҙ халҡын сикһеҙ яратҡан, рухлы уҡытыусылар Мансуровтар тора. Ә улар янында тупланған йәш быуын өлгө ала, остаздары кеүек ғәмле, сәмле булып үҫергә тырыша. Маяҡ мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Ильяс Аллабирҙин Башҡортостан ойошторған Йосопов проектында уңышлы сығыш яһаған. Ул, Калашников автоматын һүтеп йыйып, уҡтан атып, ҡурай уйнап, шиғыр һөйләп, 15 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнгән.

Мәктәп директоры Татьяна Әсфән ҡыҙы Йосопова: “Башҡорт теленә сәғәттәр бир­һәләр, беҙ бик шат булыр инек. Киләсәктә лә бергә эшләрбеҙ, Башҡортостан беҙҙе ташламаҫ, тигән өмөттә ҡалабыҙ”, – тине хушлашҡан ваҡытта.

Хәлиттә хәлдәр нисек?

Беҙҙе Хәлит мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары дәртле йыр менән ҡаршы алды. Мәктәп директоры Сажиҙә Носрат ҡыҙы Ғибәҙуллина менән яҡын туғандарҙай ҡуш ҡуллап күрештек.

Хәлит мәктәбендә 296 бала белем ала. Күрше ауылдарҙан – Сосновка, Ҡаҙаҡбай, Ҡунаҡбай, Мансур, Ҡарасур, Баязит һәм Маяҡтан да йөрөп уҡыйҙар. Башҡорт теле аҙнаһына бер сәғәт инә. Барлыҡ саралар башҡорт телендә үткәрелә.

Сажиҙә Носрат ҡыҙының тырышлығы менән егеттәрҙе тракторсы һөнәренә уҡыта башлағандар. Быйыл тәүге һигеҙ уҡыусы белем тураһында аттестат менән бергә шундай танытмаға ла эйә булған.

Мәктәп үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған уҡытыусылары менән ғорурлана. Шундайҙарҙың береһе – Земфира Ирек ҡыҙы Байрамғәлина. Ул, 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, тыуған яғына ҡайтып, башҡорт телен уҡыта башлай. Әммә әсә теле дәрестәре кәмегәс, тарихтан һабаҡ бирә. Кластан тыш сараларҙа балаларҙы халҡының сал тарихы, бай мәҙәниәте менән таныштыра. Уҡыусылары менән башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәнеп, башҡортса шиғырҙар һөйләп, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа йыш ҡатнашалар.

Зимфира Ғәфүр ҡыҙы Шафранская ла, Башҡортостанда белем алып, 1999 йылда Хәлит мәктәбенә эшкә ҡайтҡан. Мәктәптә әҙәби түңәрәк ойоштороп ебәрә. Уның етәкселегендә булдырылған Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы командаһы район, өлкә кимәлендә еңеүҙәр яулай. Тағы ла мәктәптә “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле уңышлы эшләп килә.

Хәлит ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән “Әхирәттәр” клубының эшмәкәрлегенә лә туҡталып үтмәйенсә булмай. “Ата-бабаларҙан ҡалған йолаларҙы, халҡыбыҙҙың бай ижади мираҫын һаҡларға, киләһе быуындарға тапшырырға тырышабыҙ”, – ти уның етәксеһе Нурия Носрат ҡыҙы.

Хәлит ауылының гүзәл ханымдары кис ултырыу йолаһын да һаҡлап ҡалған. Кәримә Ғиләжева, Әлфиә Ханова, Тәскирә Хөснөтдинова, Клара Солтанова, Гөлсирә Ширбановалар бәйләм бәйләү, ҡул эштәре оҫталары булып танылған. “Яңы йылдан һуң мәшәҡәтле, күңелле шөғөлгә күсәбеҙ: үҫентеләр ултырта башлайбыҙ, бер-беребеҙ менән алыш-биреш итәбеҙ, кәңәш бүлешәбеҙ”, – ти уңған ҡатындар.

Көнитмештәрен үҙҙәре биҙәп, ауыл тормошона йәм һәм мәғәнә өҫтәп йәшәй “Әхирәттәр”. Мәҫәлән, самауыр ҡайнатып, көлгә картуф күмеп, уйындар уйнап, йырҙар йырлап “Көҙҙө оҙатыу” сараһы уҙғаралар. Тәүге ҡар яуғас, урманға сығып, ҡайын ағасын шыршы кеүек биҙәп, уйнап-көлөп, күңел асып ҡайталар. Скандинавса йөрөү менән шөғөлләнәләр. Ауыл мәсетендә Люциә Хисмәт ҡыҙы ғәрәп телен өйрәтә. Унда ла күптәр теләп, ихлас йөрөй.

Бүрелә ишле ғаиләләр күп

Бүре ауылында тормош ҡайнап тора. Бында өсәр, бишәр, етешәр бала тәрбиәләгән ғаиләләр бихисап. Мәҫәлән, ауыл мәктәбенең быйылғы 11-се класында ғына ла 49 уҡыусы белем ала. Мәктәп директоры Нурнисә Йәһүд ҡыҙы Шәүәлиева: “Беҙҙең ауылда ситтән килгән халыҡ юҡ. Үҙебеҙҙең генә тамырҙарыбыҙ – аҫаба башҡорттар йәшәй”, – тип хәл-әхүәлдәре менән таныштырҙы.

Мәктәптә лә, ауыл күләмендә лә барлыҡ саралар саф башҡортса ойошторола. Мәктәптә “Айгөл” фольклор ансамбле уңышлы эшләй. Тарих уҡытыусыһы Розалиә Йәһүд ҡыҙы мәктәп музейын етәкләй. Бүре мәктәбе уҡыусылары эҙәрмәнлек менән әүҙем шөғөлләнә. Был йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

Һары халҡы йолаларға тоғро

Мәктәп директоры Әлфиә Шәрифулла ҡыҙы Шәрипова: “Беҙҙә бөгөн 154 уҡыусы белем ала. Күрше Ҡаракүлмәк, Сөләймән, Башакүл, Әмин, Ҡайынкүл, Сыбаркүл ауылдарының өлкән класс уҡыусылары беҙгә йөрөп уҡый”, – тип һөйләне. Ҡоншаҡ районының күп кенә мәктәптәрендәге кеүек, башҡорт теле кластан тыш, йәғни факультатив дәрес булараҡ уҡытыла. Халҡым, телем тип тырышып, аныҡ маҡсаттарға таянып эшләгән уҡытыусылар коллективы балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләргә тырыша. Быны улар милли йолаларҙы өйрәтеү, традицияларға тоғролоҡ аша башҡара. Һәр мәктәптә музей булдырылған.

Буш ҡул менән барманыҡ

Һәр осрашыуҙан һуң милләттәштәребеҙ ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, сөнки беҙ ҙә буш ҡул менән, ҡарап ҡайтыу өсөн генә барманыҡ. Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова менән Әхәт Ғәлим улы Илмөхәмәтов халҡыбыҙ алдында торған мөһим бурыстар, телебеҙҙе, ғөмүмән, үҙебеҙҙе халыҡ булараҡ һаҡлау тураһында бик фәһемле сығыштар яһаны. Радик Олег улы Баһауетдинов Ҡоншаҡтан сыҡҡан тарихи шәхестәр тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Уның сығышынан һуң киләһе йылда Силәбе ерендә Абдулҡадир Инандың 130 йыллыҡ юбилейын киң билдәләү тураһында һүҙ алып барылды.

Сәрүәр Аслаева ҡул эштәренә, милли биҙәүестәр яһарға өйрәтте. Сибайҙан Морат Йәноҙаҡов ҡурай серҙәренә төшөндөрҙө, ә Ғаяз Ғәйетбаев, оҙон көйҙәребеҙҙе йырлап, уларҙы башҡарыу нескәлектәре менән уртаҡлашты. Учалынан Тәфтизан менән Әлиә Зәйнишевтәр бейергә өйрәтте. Ҡоншаҡ районы ҡыҙы, бөгөн Өфөлә йәшәгән эшҡыуар Эльвира Ишмөхәмәтова беҙҙең төркөмдөң уңышлы сәфәрен тәьмин иткән кешеләрҙең береһе булды. Эльвира Айрат ҡыҙы Башҡорт­остан автономияһы өсөн көрәштә әүҙем ҡатнашҡан данлыҡлы яҡташтары рухына бағышлап ҡорбан салдырҙы, Хәлит ауылы мәсетендә аят уҡытты. Баш ҡаланың 136-сы башҡорт лицейынан Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова менән 114-се мәктәптән Яҙгөл Айрат ҡыҙы Сирбаева башҡорт теленән асыҡ дәрестәр күрһәтте.

Тырыш, эшсән, ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй күлдәр иле Ҡоншаҡта. Уларҙың милли асылға тоғролоғона һоҡланып, күңелебеҙгә ҡот, йөрәктәргә ут алып, киләсәктә лә бергә булырға, берҙәм булырға тигән изге теләк менән ҡайттыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 48

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 659

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 420

Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?
Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 194

Свердловск башҡорттары йылды барлай

Свердловск башҡорттары йылды барлай 31.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара...

Тотош уҡырға 151

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ 22.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100...

Тотош уҡырға 211

Илһам төбәге – интернат

Илһам төбәге – интернат 21.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында асылған Сибай гимназия-интернатында осрашыуға байтаҡ халыҡ...

Тотош уҡырға 228

Бөткән ауылымды һағынам
Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ!

Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ! 18.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Мәҡәләмде әңгәмәсем, Ҡырҡөйлө-мең ырыуы башҡорттарының ҡор башы, ошо көндәрҙә 50 йәшлек ғүмер...

Тотош уҡырға 165

Башҡорт халыҡ йырын тыңлағанда!..

Башҡорт халыҡ йырын тыңлағанда!.. 18.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Күңел күтәренкелеге бүләк итте байрам....

Тотош уҡырға 193