Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормошоғоҙ йыр булһын...
Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө.

“Беләһеңме, иртән торғас, ғаиләбеҙҙе иң тәүҙә батырыбыҙ Салауат Юлаев сәләмләй. Йортобоҙҙоң тәҙрәләренән дә, тупһаһынан да уның тау башындағы мөһабәт һыны күренеп тора. Ҡасандыр баш ҡалала ғаиләбеҙ өсөн төҙөлөш участкаһы һатып алғанда, тотош республиканың символына әүерелгән олуғ һәйкәл донъябыҙға йәм өҫтәгән күренешкә әүерелер тип кем уйлаған? Хәҙер иһә балалар ҙа күнекте: милли батырыбыҙ һәр саҡ беҙҙең менән, күңелгә рәхәтлек тә, яуаплылыҡ та өҫтәй. Әйткәндәй, махсус кран саҡыртып, йорт алдындағы ағастарҙы тәртипкә килтерҙек: Салауат Юлаев һәйкәле һәр ваҡыт күҙ алдында торһон, күңелдәргә рухи күтәренкелек өҫтәһен...”

Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың мәҙәни донъяһы” интернет-порталы журналисы, өс бала әсәһе Гүзәл Кәримова (Багаева) менән йәнле әңгәмәбеҙ ошолай башланып китте. Ғөмүмән, Гүзәл һәм Азат Кәримовтар – ырыҫлы, булдыҡлы башҡорт ғаиләләренән. Оҫта ҡуллы хужабикәнең йәнле ҡул эштәре менән милли биҙәүестәрҙе үҙ иткән кешеләр күптән таныш (Гүзәл социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эшмәкәрлек алып бара, күркәм биҙәүес эшләргә теләгәндәргә оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштора). Ғаилә башлығы иһә баш ҡалалағы мәғариф учреж­дениеларының береһендә етәксе урынбаҫары вазифаһын биләй, йорт эштәренә лә маһир. Ябай ғына итеп әйткәндә, күктәге торнаға ымһынмайынса, ҡулындағы сәпсекте ныҡ тотҡан, тормоштарын үҙ тырышлыҡтары менән йыр иткән ҡотло кешеләрҙән улар.

Ә тормошто йыр итеү өсөн нимә кәрәк? Дөрөҫ, мөхәббәт кәрәк. Уның янына үҙ-ара ихтирамды, ышаныс­ты ҡушһаҡ, уртаҡ маҡсат һәм тырышлыҡты ла өҫтәһәк, дан баш­ҡорт ғаиләләре рецебы бер аҙ күҙалланған кеүек. Гүзәлдең әйт­кәненә ҡолаҡ һалайыҡ:
– Башҡорт дәүләт университе­тының журналистика бүлегендә уҡығанда Матбуғат йортона йыш килә торғайным. Шунда Азат менән танышып-аралашып киттек. Ул саҡта уҡ буласаҡ тормош иптәшем үҙ эшен асып ебәргән, аяғында ныҡ­лы баҫып торған егет ине, ә мин – студент, киләсәгемде мат­буғаттағы ижадта күрҙем. 2002 йыл­да өйләнештек, участка һатып алып, үҙ оябыҙҙы ҡора башланыҡ. Шуныһы раҫ: мөхәббәтһеҙ бәхетле тормош көтөү мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта фәҡәт донъяуи ҡиммәт­тәргә таянып, уртаҡ маҡсатҡа ын­тыл­һаң ғына ырыҫлы һәм бәрә­кәтле йәшәйешкә нигеҙ һалып була.

Атайым һәм әсәйем Хәлисә менән Миҙхәт Багаевтар Федоровка районының Батыр ауылында йә­шәй. Беҙҙе, өс балаһын, улар хеҙ­мәттә тәрбиәләне. Йорт­тағы барлыҡ эштәрҙе күмәкләп баш­ҡара инек. Ҡул эштәренә оҫта­лыҡ иһә – әсәйемдән. Хәтеремдә, мин бәләкәй саҡта ул ифрат күркәм, күлдәй ҙур япма бәйләне. Кейем­дәрҙең дә иң сағыуын, матурын әсә­йем беҙгә үҙе тегеп йә бәйләп кей­ҙерер ине... Бынан бер нисә йыл элек башҡорт ҡатын-ҡыҙҙа­рының самими булмышын сағыл­дырған түшелдерек, яға, һаҡал­дарҙы, стилләштерелгән заманса биҙәүестәрҙе эшләргә лә әсәйем менән икәүләп тотондоҡ. Әлбиттә, тота килеп башламаныҡ: тарихи-мәҙәни сығанаҡтар менән таныш­тыҡ, музей-күргәҙмәләрҙә булдыҡ, өлгөләрҙе ҡараныҡ. Материал­дарҙың сифаты ла мөһим. Тәбиғи таштарҙың, мәҫәлән, дауалау ҡеүә­һе бар, уларҙың, кешеһенә ҡарап, тап килеү-килмәүе ихтимал. Ҡыҫ­ҡа­һы, әйберҙәребеҙ беҙҙе генә түгел, уны һатып аласаҡ хужа­бикәһен дә һәр йәһәттән ҡыуан­дырырға, рухи ҡәнәғәтлек тойғоһо бүләк итергә, күңеленә ятырға тейеш, минеңсә.

Әсәйем хаҡында бер кәлимә һүҙ. Ифрат маҡсатлы, сәмле кеше­ләр­ҙән ул. Ҡулынан килмәгән эш юҡ. Һәр саҡ ғаилә мәнфәғәттәрен алға ҡуйып, барыһын да берләш­те­реп, йүнәлтеп торған рухи маяҡ та.

Ғафури районының Үзбәк ауылында тыуып үҫкән Азат та татыу, эшһөйәр ғаиләлә тәрбиәләнгән. Тик йәш кенә килеш бик ауыр тормош һынауын кисерергә тура кил­гән: геүләтеп донъя көтөр сағында ҡәҙерле атаһы менән әсәһе бер-бер артлы юл фажиғәһендә һәләк булғас, донъя дилбегәһен үҙ ҡулына алырға, ҡустыһы Вил өсөн дә яуаплылыҡты үҙ иңенә йөкмәргә тура килгән уға. Еңел булмаған, әммә Азат һынмаған, киреһенсә, уғата ауыр һынау уны сыныҡ­тыр­ған, быуындарын нығытҡан – бө­гөнгө тормошо ошоға асыҡ миҫал.

Кәримовтар өс бала тәрбиәләй. Өлкән улдары Сыңғыҙ – туғыҙынсы, Баязит бишенсе класта уҡый, иркә­бикә Зәлифә иһә балалар баҡса­һына йөрөй. Ғәзиздәренең күңеле рухи яҡтан бөтөн булһын, туған телде бала саҡтан белеп һәм яратып үҫһен өсөн Кәримовтар уларҙы милли музыка ҡоралдары түңәрәк­тәренә лә йөрөтә. Егеттәр һыҙҙы­рып ҡурайҙа уйнаһа, Зәлифә ҡыл­ҡу­мыҙ серҙәренә төшөнә икән. Өйҙә иһә балалар – ата-әсәһенең төп ярҙамсылары.

– Барыһына ла өлгөрөргә нисек ваҡыт табаһың да нисек дәрт-дарман еткерәһең, тип һораусылар бар. Тәбиғәттән бирелгән тынғы­һыҙ­лыҡ, тиктормаҫлыҡ та сәбәпсе­лер, бәлки, быға... Икенсе яҡтан, ер­гә яҡын йәшәгән кешенең хәл-торошо ырамлыраҡ була тигәнгә инанам: Ер – көс һәм илһам сыға­нағы. Бына әле, мәҫәлән, яҙ еткә­нен түҙемһеҙлек менән көтәм: теплицала ифрат “күңелле тормош” баш­лана. Үҫентеләрҙең ерҙе ярып сыҡҡанын, яҡтылыҡҡа ынтылып үҫ­кә­нен күреү миңә сикһеҙ рәхәтлек бирә, йәшәү көсө өҫтәй, ҡомар­лан­дыра. Шуға күрә шәхси йортта донъя көткәнгә мең ҡыуанам, – ти Гүзәл.

Әйткәндәй, Азат яратҡан ҡатыны өсөн әһәмиәтле бүләк эшләгән: йортҡа төкәтмә төҙөп, оҫтахана булдырған. Ул – фәҡәт Гүзәлдең донъяһы, ҡул эштәре өсөн материалдары, башланған эштәре, күр­гәҙмә өлгөләре – барыһы ла ошонда. Бүлмә милли стилдә йыһаз­лан­дырылған, зауыҡ менән биҙәл­гән, уның үҙенә күрә ҡото һәм йылыһы бар. Юҡҡамы ни Гүзәл: “Ошонда инеп ҡулыма эшемде тотоп ултырһам, бар булмышым ял итә; күңелем тынысһыҙ­ланып тор­һа, бар шик-шөбһәләрем юҡҡа сыға”, – ти. Әйткәндәй, сағыу мө­йөш­тө Зәлифә лә үҙ итә: киләсәктә әсәһе ише оҫтабикә булырына кем шикләнә?

...Башҡорт халҡының данлы тарихынан белеүебеҙсә, милләт­тәш­тәребеҙ – “төньяҡ амурҙары” Парижды яулағаны мәғлүм. Заман еле иһә уңған башҡорт ҡыҙына Ев­ропаның иң күркәм ҡалалары­ның береһен башҡа юлдар менән яулау мөмкинлеген биргән: былтыр Гүзәл Кәримова “Ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән” халыҡ-ара фестиваль-бәй­ге­һенең төрлө этаптарын үтеп, Фран­цияла ойошторолған финалына барған, башҡорт милли биҙә­үес­тәрен донъя кимәлендә танытҡан.

– Ҡул эштәрем урындағы ха­лыҡ­та ифрат ҙур ҡыҙыҡһыныу тыу­ҙырҙы. Түшелдеректәрҙе, нигеҙ­ҙә, француз ҡатын-ҡыҙҙары һатып ал­ды, стилләштерелгән биҙәүес­тәр ҙә үҙ хужаларын тапты. Ә бер ханым иһә, минең Рәсәйҙән икәнде белеп, атаһының рус булыуын, та­мыр­ҙары менән ҡыҙыҡһыныуын, ата-бабалары йәнтөйәген, ҡыҙға­ныс­ҡа ҡаршы, бер ҡасан да барып күр­мәгәнен һөйләне, “иҫтәлек булыр” тип, биҙәүес алып китте. Быйыл, Алла бойорһа, фестивалгә та­ғы ла барырға ниәтләйем. Был юлы ул Хорватияла уҙасаҡ, – ти Гүзәл.

Әйткәндәй, абруйлы халыҡ-ара бәйгелә ҡатнашыу өсөн һөнәри та­һыллыҡ менән бер рәттән, байтаҡ финанс сығым да талап ителә. Мил­ли үҙенсәлегебеҙҙе, рухи бул­мышыбыҙҙы күрһәткән, Рәсәйҙе, Башҡортостанды таныт­ҡан фести­валгә Гүзәл Кәримова фекерҙәш­тәрен, ижадташ дуҫтарын да ылыҡ­тырмаҡсы. Шул уҡ ваҡытта финанс сығым­дарҙы ҡапларға ярҙам иткән мөмкинлектәр ҙә булһын, беҙҙең эшмәкәрлеккә власть вәкилдәре лә иғтибар итһен ине, тигән теләктә булдыҡлы милләттәшебеҙ.

...Һис шикһеҙ, уртаҡ тормош юлы­нан ҡыйыу аҙымдар менән алға атлаған Гүзәл һәм Азат Кәри­мовтар – бер алманың ике яртыһы; күптәргә өлгө булырлыҡ даланлы, матур пар. Афарин! Бер үк ҡиммәт­тәргә инанып, сәмләнеп тормош кө­төүҙәре, ауырлыҡтар алдында бирешмәйенсә, бер-береһе өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер тороуҙары, бер һүҙле, уртаҡ маҡсатлы булыу­ҙары уларҙың йәшәйешен йәмле һәм даланлы итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 126

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 101

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 1450

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 1207

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 186

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 705

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 839

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 583