Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды.

Планетала ике аҙна эсендә бер телдең юҡҡа сығыуына ышанаһығыҙмы? Башҡа һыймаҫлыҡ хәбәр бит! Йөҙ, илле, улай ғына ла түгел, хатта ун, биш кеше генә аралашҡан телдәр бар. Уларҙың киләсәген кем хәстәрләргә тейеш?

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡара­мағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса советтың күсмә ултырышы булды. Уның сиктәрендә “Торатау” конгресс-холында Рәсәйҙәге Аҫаба халыҡтарҙың халыҡ-ара телдәр йылына арналған “Башҡортостан халыҡ­тары телдәре – республиканың милли ҡаҙанышы” тигән форум ойошторолдо.

Сара балаларҙың сағыу сығышы менән башланды – кескәйҙәр ҡат­нашыусыларҙы ун телдә сәләмләне.
Башҡортостан Башлығы хакимиә­тенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш ида­ралығының милли сәйәсәтте тор­мошҡа ашырыу бүлеге мөдире Ришат Сабитов сарала ҡатна­шыусы­ларға республикабыҙ етәкселегенең сәләмен еткерҙе.

– 2019 йыл барыбыҙ өсөн дә иҫтәлекле – ул Башҡортостандың 100 йыллығы менән бәйле, – тине Ришат Хажиғәле улы. – Бынан тыш, быйыл арҙаҡлы шәхес Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы ла билдәләйәсәкбеҙ.

Ханты-Манси ҡалаһында ойош­торолған “Рәсәйҙә аҫаба халыҡ­тарҙың телдәре йылы” халыҡ-ара форумында ил Президенты Владимир Путин ҡат­нашты. “Аҫаба халыҡтарҙың теле, күркәм йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, хужалыҡ тәртибе – беҙҙең дөйөм ҡаҙа­нышыбыҙ, улар Рәсәйҙең мә­ҙә­ни, этник күп төр­лөлөгөн һәм төп бай­лы­ғын тәшкил итә”, – тип Ришат Сабитов Владимир Влади­мирович­тың сығышынан өҙөк килтерҙе.

Рәсәй Президенты ҡарамағын­дағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса совет ағзаһы Андрей Бабушкин Википедиянан асып башҡорттар һәм эстондар, һәр береһе тураһында күпме мәҡәлә барлығын белешкән. Башҡорттар эстондарға ҡарағанда халыҡ һаны буйынса күпселекте тәшкил итһә лә, яҙмаларҙың аҙ булыуы уны аптырашта ҡалдырған.

Был нимә тураһында һөйләй? Башҡорт теле һағында үҙебеҙ тормаһаҡ, кем уны хәстәрләр? Уны үҫтереү һәм байытыуға һәр беребеҙ тамсылай булһа ла өлөш индерергә тейешбеҙ бит.

– Бөгөн туған телдәрҙе белеү – кешелек донъяһының талабы, сөнки үҙ телеңдә һөйләшә, яҙа, аралаша, уҡый белеү хәҙерге ваҡытта мә­ҙәниәтле, интеллигент, ҡыҫҡаһы, замана йәш кешеһенең визит кар­точкаһы булырға тейеш, – тине Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Баш­ҡортостан халыҡтары ассам­блея­һы советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина.

Башҡортостан – халыҡ-ара дуҫ­лыҡ тәңгәлендә бүтәндәргә өлгө. Белем усаҡтарында туған телдәрҙә уҡытыу ойошторолған, балалар туған телен өйрәнә, был йәһәттән бер нин­дәй ҙә ҡаршылыҡтар юҡ. Респуб­ликабыҙҙа бер нисә телдә гәзит-журналдар баҫыла, милли матбуғат үҫеш кисерә.
Башҡортостанда Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды. Туған теле­беҙҙе өйрәнеү буйынса һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған. Мөм­кинлектәрҙе тулыһынса фай­ҙала­нырға ғына кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 99

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 286

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 1448

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 1205

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 185

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 705

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 838

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 576