Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәштәрҙе ҡурсалаһаҡ, киләсәкте һаҡларбыҙ!
Республикала иғлан ителгән "Айыҡ ауыл" конкурсы дауам итә. Билдәле булыуынса, уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты менән "Айыҡ Башҡортостан" төбәк йәмәғәт хәрәкәте ойоштора. Маҡсаты изге — республика халҡын айыҡ, сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәү, үҫеп килгән быуынды эскелек, наркомания кеүек афәттәрҙән һаҡлап ҡалыу.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты белгесе Фаил Алсынов хәбәр итеүенсә, июлдән башлап республиканың Мәғариф, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, "Айыҡ Башҡортостан" йәмәғәт хәрәкәте ағзалары конкурста ҡатнашҡан ауылдарға рейд ойошторасаҡ. Улар бәйгеселәрҙең әҙерлеген, магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатылыу-һатылмауын, йәштәрҙең төнгө уйындарын һәм башҡаларҙы тикшерәсәк.
Ә "Айыҡ Башҡортостан" төбәк йәмәғәт хәрәкәтенең рәйестәше Марат Абдуллин хәбәр итеүенсә, 5 июлдән 7-һенә тиклем Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылы янындағы һабантуй яланында бәйгелә ҡатнашыусыларҙың ҙур мәктәп-слеты үтәсәк. Улар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы саралар, лекциялар, дәрестәр ойошторола. Слетҡа республиканың 37 районынан 500-ҙән ашыу кеше йыйыла, шулай уҡ Удмурт, Татарстан республикалары, Силәбе өлкәһе һәм башҡа күрше төбәктәрҙән делегациялар килеүе көтөлә.
Слеттың махсус ҡунағы — Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты ректоры, профессор Виктор Ефимов "Рәсәй глобалләштереү алдында" темаһына сығыш яһаясаҡ. Егеттәр әйтеүенсә, мәктәп-слетта айыҡ тормошҡа ынтылған, яңы белем алырға теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.
Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарға "Айыҡ ауыл-2013" бәйгеһендә ҡатнашҡан ауылдар исемлеген тәҡдим итәбеҙ. Һәр саҡтағыса, әбйәлилдәр әүҙемлек күрһәткән, ә Туймазы районынан бер юлы һигеҙ ауыл ҡатнашҡан. Шулай уҡ Ауырғазы, Краснокама, Учалы, Яңауыл райондары ла уяулыҡ күрһәтә. Ни эшләптер Бөрйән, Ғафури, Хәйбулла яҡтарынан ҡатнашыусылар табылмаған, Баймаҡ менән Белорет халҡы ла һүлпәнерәк. Ошо көндәрҙә исемлек тулыһынса әҙерләнеп бөтөргә тейеш. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйылғы бәйгелә 90-ға яҡын ауыл ҡатнаша.

"Айыҡ ауыл"да ҡатнашҡан ауылдар.


Әбйәлил районы

1) Рәхмәт ауылы
2) Яңауыл ауылы
3) Яңы Һамар ауылы
4) Булат ауылы
5) Тал Ҡусҡары ауылы

Архангел районы

6) Тирәкле ауылы
7) Липовка ауылы

Асҡын районы

8) Асҡын ауылы

Ауырғазы районы

9) Балыҡлыкүл ауылы
10) Үрге Бәгәнәш ауылы
11) Мөҡсин ауылы
12) Михайловка ауылы
13) Үрге Ләкәнде ауылы
14) Түрһәгәҙе ауылы
15) Әхмәт ауылы
16) Төрөмбәт ауылы

Баймаҡ районы

17) Мерәҫ ауылы

Белорет районы

18) Абҙаҡ ауылы
19) Рысыҡай ауылы

Бишбүләк районы

20) Калинин ауыл Советы

Бөрө районы

21) Үрге Ласынтау ауылы

Благовар районы

22) Ҡарғалы ауылы
23) Ҡашҡалаша ауылы

Благовещен районы

24) Богородский ауылы
25) Яңы Надеждин ауылы
26) Туғай ауылы

Бүздәк районы

27) Түреш ауылы

Борай районы

28) Баҙраҡ ауылы

Йәрмәкәй районы

29) Йәрмәкәй ауылы

Йылайыр районы

30) Ҡаҙырша ауылы

Иглин районы

31) Үктәй ауылы Советы (биш ауыл)

Илеш районы

32) Дөмәй ауылы

Ишембай районы

33) Һайран ауылы

Ҡалтасы районы

34) Оло Кәлтәй ауылы
35) Ҡалтасы ауылы
36) Аҡтуған ауылы
37) Тат-Бикшек ауылы

Ҡариҙел районы

38) Яңы Бәрҙәш ауылы

Ҡырмыҫҡалы районы

39) Ҡарлыман ауылы
40) Һәүәләй ауылы

Ҡыйғы районы

41) Ләүйылға ауылы

Краснокама районы

42) Ҡуян ауылы
43) Яңы Ҡабан ауылы
44) Яңы Нуғай ауылы
45) Яңы Йәнйегет ауылы
46) Сауыҙбаш ауылы

Күгәрсен районы

47) Күгәрсен ауылы

Кушнаренко районы

48) Әхмәт ауылы

Көйөргәҙе районы

49) Илкәнәй ауылы

Мәләүез районы

50) Арыҫлан ауылы
51) Ергән ауылы
52) Мәләүез ауыл Советы

Мәсетле районы

53) Әләгәҙ ауылы
54) Абдулла ауылы

Салауат районы

55) Ишембай ауылы
56) Сыбаркүл ауылы

Стәрлебаш районы

57) Буҙат ауылы
58) Һарайҫа ауылы

Стәрлетамаҡ районы

59) Рощинский ауылы

Тәтешле районы

60) Иҫке Соҡор ауылы

Туймазы районы

61) Түбәнге Троицк ауылы
62) Әгертамаҡ ауылы
63) Ҡаранйылға ауылы
64) Бәйрәкәтүбә ауылы
65) Әтек ауылы
66) Арҙат ауылы
67) Ҡыҫҡайылға
68) Николаевка ауылы

Учалы районы

69) Яңы Байрамғол ауылы
70) Ахун ауылы
71) Амангилде ауылы

Федоровка районы

72) Бала Сытырман ауылы
73) Денис ауылы

Саҡмағош районы

74) Тайнаш ауылы
75) Йомаш ауылы

Шишмә районы

76) Ҡара Яҡуп ауылы
77) Дурасов ауылы

Шаран районы

78) Түбәнге Ташлы ауылы

Яңауыл районы

79) Яңы Уртауыл ауылы
80) Иҫке Вәрәш ауылы
81) Ямаҙы ауылы

Сибай ҡалаһы

82) Төйәләҫ ауылы

Автор: Ә. ИЛДУСОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 53

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 584

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 661

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 422

Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?
Мәскәү башҡорттары.  Улар ниндәй?

Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй? 11.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе....

Тотош уҡырға 194

Свердловск башҡорттары йылды барлай

Свердловск башҡорттары йылды барлай 31.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара...

Тотош уҡырға 153

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары йыйыласаҡ 22.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостандың 100...

Тотош уҡырға 214

Илһам төбәге – интернат

Илһам төбәге – интернат 21.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында асылған Сибай гимназия-интернатында осрашыуға байтаҡ халыҡ...

Тотош уҡырға 230

Бөткән ауылымды һағынам
Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ!

Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ! 18.12.2018 // Башҡорт донъяһы

Мәҡәләмде әңгәмәсем, Ҡырҡөйлө-мең ырыуы башҡорттарының ҡор башы, ошо көндәрҙә 50 йәшлек ғүмер...

Тотош уҡырға 166