Аулаҡ өйҙө һағынһалар, йыйылалар ФатималаБеҙ, Башҡортостанда йәшәүселәр, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, ҡағиҙә булараҡ, йә сәхнәләрҙән, йә телевизор аша, йә башҡа байрамдарҙа ғына күреп өйрәнгәнбеҙ. Ә бына Һамар өлкәһенең Таллы ауылында беҙгә ысын аулаҡ өйгә эләгергә насип булды. Оло Черниговка районында ижади сәфәрҙә булғанда, беҙгә сер итеп кенә, кис ауылдың бер төркөм гүзәле Фатима Шагаеваның йортона йыйыласаҡтары тураһында әйткәйнеләр.
Көтмәгәндә Башҡортостандан журналистар килеп төшөүгә башта баҙаңҡырап ҡалды шикелле Фатима Кәбир ҡыҙы. Шулай ҙа ҡунаҡтарҙың төрлөһөн күреп өйрәнгән хужабикә үҙен тиҙ ҡулға алды, бына-бына өйөнә әхирәттәре килеп туласағы хаҡында ләм-мим өндәшмәй, ҙур бер табаҡ итеп ҡойған ҡоймағын майланы ла беҙҙе сәйгә саҡырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1063 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр кем үҙенән башлаһа...Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән аралашҡан һайын уларҙың һәр ҡайһыһының беҙгә ҡарағанда нығыраҡ ватансы булыуы, иле һәм теле яҙмышы өсөн нығыраҡ яныуына инанаһың. Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында йәшәүсе Гөлсәсәк Ҡәйепова ла — тап шундайҙарҙан. Инде 20 йылдан ашыу сит төбәктә йәшәүенә ҡарамаҫтан, ул рәхәтләнеп башҡортса һөйләшә, улай ғына ла түгел, урында башҡорт теле дәрестәре, фольклор түңәрәктәре алып бара.

Орск башҡорттары ҡоролтайы 2002 йылда булдырылһа, Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы тәүге көндәрҙә уның рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләгән, 2010 йылдан үҙе рәйес итеп тәғәйенләнгән.
— Ҡалабыҙҙа 350 мең кеше йәшәй, шуларҙың биш меңдән ашыуы — башҡорттар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 920 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөйәнтүҙ һәләкәте һабаҡ булһын(“Башҡортостан”, 27 ғинуар, 2012 йыл).
“Башҡорт донъяһы” ҡушымтаһында Пермь башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов менән әңгәмәне ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Фекерҙәшем артыуына ифрат шатмын.
“Гәйнә башҡорттарының теленә юҡҡа сығыу бәләһе янай, — тип борсола милләттәшебеҙ. — Бәлки, матбуғаттағы ҡайһы бер мәҡәләләрҙе урындағы башҡорттар диалектында сығарырға кәрәктер”. Гәйнәләр телендә айырым баҫма булдырыу фекерен дә белдерә ул. Ысынлап та, бер аҙ ситләтелһә лә, телен һаҡларға тырышҡан, рухлы милләттәштәребеҙгә бөгөндән иғтибар йүнәлтеү мөһим. Юғиһә һуңға ҡалыуыбыҙ бар.
Ғөмүмән, республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә ғүмер иткән башҡорттарҙың яҙмышы бик ҡатмарлы. Ҡанлы, тиергә лә була. Тәфтиләүҙең Һөйәнтүҙ ауылын яндырыуын халҡыбыҙ әле лә тетрәнеп иҫкә ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 975 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәйнәләр тауҙы урап үтә— Быуындар күсәгилешлелеге булмаһа, милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү мөмкин түгел, — ти Пермь крайының Чернушка районы башҡорттары ҡоролтайына етәкселек иткән Зәүиә Махатова. — Шуға ла тәү сиратта балалар күңелендә телгә, ғөрөф-ғәҙәттәргә, башҡорт сәнғәтенә һәм әҙәбиәтенә һөйөү уятыу маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Был тарихты өйрәнеү, этнографик сәфәрҙәр ойоштороу, фольклор фестивалдәрендә һәм байрамдарҙа ҡатнашыу һәм башҡа саралар ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Ҡоролтай башлығының һөйләүенсә, ун йыл самаһы элек Чернушка халҡы, шул иҫәптән урындағы милләттәштәрҙең ҡайһы берҙәре лә, мәктәптә башҡортса белем биреү мәсьәләһенә һағайып ҡараған, хатта дәғүә белдереүселәр ҙә осраған. Йәнәһе, “артыҡ дәрес” бүтән фәндәрҙе өйрәнеүгә ҡамасаулай. Ләкин, нисек кенә булмаһын, әсә теле ҡалала ла, ауылдарҙа ла байтаҡ ваҡыт уҡытылып килгән һәм ыңғай һөҙөмтә бирмәй ҡалмаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 642 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сыуаш ҡыҙы башҡортса уҡытаБүтән халыҡтың телебеҙгә ҡарата һөйөү менән ҡарауының, ғөмүмән, хөрмәттең ни тиклем көслө булыуын Бәләбәй районына барғанда инандыҡ һәм шатлығыбыҙҙың иге-сиге булманы. Донъяға ике классикты – әҙиптәр Константин Иванов менән Яков Ухсайҙы биргән Ыҫлаҡбаш ауылы мәктәбендә сыуаш Надежда Васильева балаларҙы башҡорт теленең нескәлектәренә төшөндөрә. Хайран ҡалырлыҡ күренеш!
Ҡыҙыҡһыныуым еңде – оҙатып йөрөүсенән мөғәллимә менән таныштырыуын үтендем.
— Һаумыһығыҙ! — тип саф башҡортса өндәште Надежда Андреевна ишек төбөнә үк ҡаршы сығып һәм беҙҙе үҙенең артынан класҡа әйҙәне.
Малай һәм ҡыҙҙарҙың ҡунаҡтарҙы башҡортса сәләмләүенә бик аптыраманыҡ та. Беҙҙе айырыуса дәрестең барышы ҡыҙыҡтырҙы. Уҡыусылар "исем" темаһын үтә ине. Һәр береһенең башҡорт телендә матур итеп "әсәй", "һылыу", "күстәнәс", "өй", "ҡаҙ" тигән һүҙҙәрҙе миҫал итеп килтереүен, һөйләмдәр төҙөүен ишеттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1097 тапҡыр // Тотош уҡырға
Музейға килеп инеү менән үҙеңде 1812 йылғы хәл-ваҡиға эсендә ҡайнаған кеүек хис итәһең. Ошо осорҙағы уҡ-һаҙаҡлы, хәрби һәм башҡорт милли кейемендәге ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ шау-гөр килә. Әйтерһең дә, француз илбаҫарҙарын Парижда бөгөн генә ҡыйратып, еңеү тантанаһын үткәрәләр.
Сарала ҡатнашыусылар иң элек башҡорт хәрби кейеме, ҡоралдары, фотолар һәм башҡа әйберҙәр күргәҙмәһе менән танышты. Миҙхәт Мәғәсүмов экспонаттарының һәр береһе хаҡында балаларға ентекле һөйләне. Алып барыусылар батша Александр I башҡорттарҙан ярҙам һорап ебәргән мөрәжәғәтенән һуң Урал халҡының, дәррәү күтәрелеп, уҡ-һаҙаҡ, ян әҙерләп, тана-торпо, тәкә һуйып, ит ҡаҡлап, эркет ҡайнатып, ҡорот йәйеп, һаба, турһыҡ тултырып ҡымыҙ йыйып, аттун, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым әҙерләп, түштән шыуған, аяҡҡа баҫҡан бала-сағаһы менән халыҡ батырҙарын яуға оҙатырға йыйылыуы хаҡында бәйән итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 979 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тамырыбыҙ —тыуған ерҙәУҙған быуаттың 70-се йылдары уртаһында ирле-ҡатынлы Сирғәле Ишемғолов менән Рәхилә Ғөбәйҙуллина, бер нисә айлыҡ улдары Буранбайҙы һәм бер сумаҙандарын күтәреп, Сорғот ҡалаһына юллана. Ике тиҫтә йылдай ваҡыт үткәс, ояларынан дүрт ҡошсоҡто кире Башҡортостанға осорорҙар тип кем уйлаһын!
— Баймаҡ районында тыуып үҫтек. Өй һалып бөткән ерҙән, иптәштәребеҙгә эйәрептер инде, Себер яғына сығып киттек. Бер нисә йылдан ҡайтырбыҙ тип уйлағайныҡ, бер-бер артлы дүрт бала үҫтергәс, шунда төпләндек, — тип ғүмер йомғағын һүтә яҡташтарыбыҙ.
Сирғәле Мөхәмәтғәле улы менән Рәхилә Әбделғәлим ҡыҙы, башҡорт мөхитенән ситтә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, ул һәм ҡыҙҙарын милли рухлы итеп тәрбиәләүгә өлгәшкән, туған телдең тәмен белеп һөйләшергә өйрәткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1063 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атай аманатына тоғролоҡ“Тормош ҡанундары буйынса беҙгә шул билдәле: кешеләр нәҫел ҡалдырыу өсөн йәшәй. Мин шуға шат: фронтта үлеп ҡалһам да, нәҫелем дауам итәсәк. Хәҙер беҙҙең өс балабыҙ бар. Шулай итеп, беҙҙең быуын киләсәктә лә йәшәйәсәк...”
“...Үҙемә тапшырылған эште намыҫ менән башҡарырға тырыштым. Ләкин кешелек донъяһы өсөн файҙа килтерерлек эш ҡалдыра алманым”.
Ябай ғына һүҙҙәр. Уларҙы әйтеүсенең һуғыш яланында ятып ҡалған миллиондарҙың берәүһе икәнен аңлағас та, һәр һүҙҙең тормош программаһының ҙур-ҙур бүлектәренә торошло икәненә инанаһың. “Балаларҙы уҡыт. Мин үҙем дә уҡый алманым, ә улар уҡыһын, кеше булһын”. Йәғәфәр Сәйетбаттал улы Ғәлин (Әбделғәлимов) балаларына аманатын тормош иптәшенә яҙған хаттары аша тапшыра алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 851 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң көслө кеше дәртләндергәс...Арғаяш районының Аҡбаш ауылында Эльбрус Ниғмәтуллиндың армспорт буйынса IX турниры булды. Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының спорт буйынса комиссияһы етәксеһе, стронгмен буйынса донъяның вице-чемпионы, «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» турнирында дүрт тапҡыр еңгән бәһлеүән тап ошо ерҙә тыуып үҫкән.
Урындағы урта мәктәптә ойошторолған ярышта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәшит Хәкимов менән физик культура һәм спорт идаралығы етәксеһе Руслан Әлимов бәйгеселәргә таһыллыҡ, юғары ҡаҙаныштар теләне. Өлкә башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Морис Йосоповтың ҡотлау сәләмен йәмәғәт берекмәһе ағзаһы Наил Шәйҙуллин еткерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 904 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сиҙәмселәр ҡасабаһындаЫрғыҙ — Һамар өлкәһендә иң яңы, шул уҡ ваҡытта иң ҙур, төҙөк башҡорт ауылы. Яңы, сөнки илдә колхоз-совхоздар ойошторола башланғас ҡына нигеҙ һалынған уға. Колхоздар башлыса ауылдарҙа төҙөлһә, совхоздар, дәүләт предприятиелары булараҡ, ҡола яландарҙа тиерлек ҡалҡа. Һуңынан ғына, көс туплағас, уларға ауылдарҙы ҡуша башлайҙар. Һәр хәлдә, Ырғыҙ менән дә шулай була.
— Тәүгеләрҙән булып килгән ҡаҙаҡ бабай былай тип һөйләй торғайны: “1932 йылда ҡаҙыҡ ҡаҡтыҡ та землянкалар ҡаҙҙыҡ. Һуңынан яйлап саман һуҡтыҡ...” — тип бәйән итә ауыл тарихын “Украинка” совхозында оҙаҡ йылдар идарасы булып эшләүсе Заһретдин Туғыҙбаев. — Ырғыҙ — өлкәлә тәүге сиҙәмселәр ауылы. Илленсе йылдарҙа төрлө тарафтан сиҙәм күтәрергә килделәр. Беҙ 1954 йылда төпләндек. Ул саҡта халыҡтың 40 проценты тирәһе башҡорт ине, ҡалғаны төрлө милләт вәкилдәре булды. Хәҙер иһә Ырғыҙ — саф башҡорт ауылы, сөнки башҡалар совхоз үҙәге Украинкаға, бүтән яҡтарға күсеп китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 910 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 47 48 49 50 51 52 53 54 55 ... 57 Алға
Бит башына