Башҡортостан райондарының тәбиғәт шарттары төрлө булған кеүек, Ырымбур өлкәһенең беҙгә сиктәш төбәктәренең дә үҙенсәлектәре бар. Әйтәйек, Төйлөгән районына ҡараған Аллабирҙенең ер-һыуы далаға тартым, ә Һарыҡташтағы Һунарсы, Рыҫҡол, Солтанбай кеүек башҡорт ауылдары урынлашҡан мөхит Ейәнсураға оҡшаш. Яңыраҡ Һунарсы халҡы менән аралашыу уларҙың теленең, ғөрөф-ғәҙәттәренең, кәсептәренең, шулай уҡ ҡунаҡсыллығының Башҡортостан үҫәргәндәренекенән айырылғыһыҙ булыуын күрһәтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1037 тапҡыр // Тотош уҡырға
Былтыр сентябрҙә Көйөргәҙе районының “Йәнтөйәк” халыҡ фольклор ансамбле Һарытау ҡалаһында “Волга буйы ихатаһы” (“Волжское подворье”) тип аталған халыҡ-ара этнофестивалдә Башҡортостан исеменән сығыш яһап ҡайтты. Унда Рәсәй төбәктәренән, БДБ илдәренән төрлө фольклор ансамблдәре ҡатнашты. “Йәнтөйәк”тең сығыштарын Һарытау тамашасыһы йылы ҡабул итте. Башҡорт халҡының йырҙары, дәртле бейеүҙәре, бигерәк тә ҡурай моңо күңелдәрҙе ҡанатландырҙы, оло ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 907 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ай башында Төркиәнең “Ауаз” дәүләт телеканалында өс сәғәт барған иртәнге “Яңы көн” тапшырыуы Башҡортостанға һәм башҡорт мәҙәниәтенә арналды. Унда республикабыҙҙың Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһындағы (ТӨРКСОЙ) вәкиле Әхәт Сәлихов менән ошонда йәшәүсе башҡорт ханымдары — йырсы Әлфиә Беслер, бик күп заманса йыр авторы Сәриә Вәлиева, веб-дизайнсы Зилә Хажина — ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 857 тапҡыр // Тотош уҡырға
31 мартта Силәбе ҡалаһының Металлургия районындағы “Импульс” күңел асыу үҙәгендә башҡорт дискотекаһы уҙасаҡ. Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәһә лә, бығаса әлеге биҫтәлә беҙҙеңсә мәҙәни сара бер ваҡытта ла ойошторолмаған. Ай аҙағына тәғәйенләнгән байрамды үткәреү бурысын Өлкә башҡорттары ҡоролтайы, урындағы Башҡорт йәштәре иттифағы, “Салауат” продюсерлыҡ үҙәге һәм Башҡортостандың Силәбеләге даими вәкиллеге үҙ өҫтөнә алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1070 тапҡыр // Тотош уҡырға
Силәбе башҡорттары ҡоролтайы, Арғаяш районындағы күп балалы әсәләрҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотлап, район мәҙәниәт йортонда “Ҡатын-ҡыҙ. Мөхәббәт. Яҙ” тигән тантаналы кисә үткәрҙе. Унда күп балалы әсәләргә премия тапшырылды.
Силәбе өлкәһенең билдәле башҡорт спортсылары Эльбрус Ниғмәтуллин, Денис Шафиҡов, Сабир Сөләймәнов, Руслан Йосопов ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
“Ҡолой моңдары”, “Айгөл”, “Уралым”, “Миләш”, “Солтай ҡыҙҙары”, “Йәшлек”, “Тамсылар”, “Хазина” коллективтары концерты әсәләргә ижади бүләк булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 638 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сорғоттан килгән бүләкХикмәтле инде был тормош. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы, республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең рухи талаптарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында, Һамар, Һарытау һәм башҡа өлкәләргә башҡорт телендәге китаптар йыйып алып китергә йыйынған бер мәлдә, Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылына ҙур ғына бүләк килеп төштө. Йөҙҙән ашыу китапты тыуған ауылына әлеге ваҡытта Сорғот ҡалаһында йәшәгән Мөхтәр Сәғитов ебәргән.
— Мөхтәр Вәлиулла улы, байтаҡ йылдар ситтә йәшәһә лә, тыуған төйәген бер ҙә онотмай, — ти ауыл китапханаһы мөдире Ильяс Сәғитов. — Ауылдың арҙаҡлы кешеләренә арналған стенд эшләргә йыйынғаныбыҙҙы белгәс, үҙ аҡсаһына билдәле шәхестәребеҙҙең төҫлө фотоһүрәттәрен ҙурайтып, улар хаҡында мәғлүмәт туплап, зауыҡлы рамдарға ҡуйып, беҙгә ебәргән. Китаптары фондыбыҙҙы байытты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1650 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уттар яна хәтер ташындаҠоншаҡтан Арғаяшҡа барып еткәнсе ҡышҡы көн ергә ҡара юрғанын ябындырып та ҡуйҙы. Таныш булмаған йорт тәҙрәләренән балҡыған уттарға ҡарап хәсрәтләнеп ултырғанда, Силәбе дәүләт университеты доценты Ҡамса Мортазин шылтыратты.
— Арғаяштан бер-ике саҡрым ғына алыҫлыҡта урынлашҡан Бәжекәй ауылында Рафаэль ағай Мөхәмәтйәнов йәшәй, шуға барығыҙ, — тип кәңәш бирҙе беҙҙең өсөн борсолған милләттәшебеҙ. — Бик ҡунаҡсыл, киң күңелле кеше ул. Кире бороп сығармаясаҡ.
Төн ҡараңғыһын ярып, һирәк-һаяҡ осраған кешеләр күрһәткән йорт алдына килеп туҡтап та өлгөрмәнек, әйтерһең дә, беҙҙе генә көткәндәй, тимер ҡапҡа алдында бишмәт ябынған ағай үҙе күренде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1293 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенең йыл да Күгәрсен районына барып, унда уҡыусы балалар, уҡытыусылар һәм Туйөмбәт ауылы халҡы менән осрашыуы матур йолаға әйләнде.
Уҙған йылдың ғинуар селләһендә беҙ Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Ҡәҙим Аралбаев ҡатнашлығында Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашыуға юлландыҡ.
Уҡыусылар бер төрлө мәктәп кейемендә, әйтерһең дә, бер әсәнең балалары. Был үҙенә күрә тәртип, балаларҙың тәүфиҡлы, сабырлы булыуы, үҙҙәрен тота белеүе менән аңлатыла. Улар менән әллә ҡасанғы туғандар кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләшеү күңелгә йылылыҡ бирҙе. Йәш быуындың бөгөнгө заман ҡанундарын дөрөҫ аңлап, аныҡ фекер йөрөтөүе ҡыуандырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1120 тапҡыр // Тотош уҡырға
Былтыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре өсөн махсус премия булдырғайны. Йыл аҙағында уның менән йәмғеһе 20 кеше бүләкләнде, араларында Силәбе өлкәһендә йәшәүсе уҙаман Урал Сафиуллин да бар ине.
Урал Ҡафый улы, Өфөнән саҡырыу алһа ла, һаулығы ҡаҡшау арҡаһында премия тапшырыу тантанаһына бара алманы. Әлбиттә, бүләк уны оҙаҡ көтөп ятманы, эйәһе янына Силәбегә үҙе килде. “Нисек ҡабул итте һуң Урал ағай бүләкте? Ниндәй тойғолар кисерҙе, ҡәнәғәт ҡалдымы?” — тип һорарһығыҙ. Һис шикһеҙ, хеҙмәтен лайыҡлы баһалауҙары уҙаманды ғына түгел, яҡташтары, туғандары һәм таныштарының һәр кемеһен ҡыуандырҙы.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1156 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күлдәр илендә барҙыр бер ауыл...Ҡоншаҡ яғын юҡҡа ғына “Күлдәр иле” тип йөрөтмәйҙәр. Бүре ауылына бихисап ҡына ара булһа ла, һарғайған ҡамыш-күрәндәр юл буйынса оҙатып барҙы. Ҡаршы алырға сыҡҡан һылыу ҡыҙҙар әллә ҡайҙан яулыҡ болғап сәләмләгән төҫлө.
Бүре — боронғо башҡорт ауылы. Исеме Бүребай атлы кешегә бәйле. Көтөүлектәренең иге-сиге күренмәһә лә, уның өйөр-өйөр малдары гел Ҡомкүл тип йөрөтөлгән күл яғына ыңғайлай ҙа ҡуя икән. Шунан Бүребай: “Мал тиктәҫкә ул яҡҡа ыңғайламаҫ, ырыҫлы урын был”, — тип улдары менән ошонда килеп ултырған. Был урынды хәҙер “Иҫке йорт” тиҙәр. Әле иһә Бүре бер аҙ ситтәрәк урынлашҡан.
Һәр ауыл кешеләре менән матур. Уларҙың тырыш булыуы йорт-ҡураларынан да, баҡса аръяғында кәбән-кәбән, эҫкерт-эҫкерт бесән ултырыуынан да күренә.
— Беҙҙә бик тырыш халыҡ йәшәй, — ти мәктәп директоры Нурнисә Шәүәлиева. — Быны ғорурланып әйтәм. Ҡайһы бер ауылдарҙан кешеләр эш эҙләп ситкә китә, ерҙәрен һата. Беҙҙә бер кем ерен ситкә осорманы: бесәнен эҫкертләп һала, мал тота. Иң мөһиме — балаларын уҡытырға тырыша...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1561 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 47 48 49 50 51 52 53 54 55 56 Алға
Бит башына