Боронғо зыярат сереШәжәрәләр тарих һөйләй. Борон замандан ата-бабаларыбыҙ үҙҙәренең тамырҙарын барлап, дүрткел йәки башҡа формала яҙған. Күбеһенсә шәжәрә ағас рәүешендә төҙөлгән. Ул һауаны, ерҙе һәм ер аҫтын берләштергән билдә булып һаналған. Тәбиғәт ҡанундары буйынса һәр кеше был донъянан китә. Әммә мәрхүмдәр ҙә, ошо ерҙә йәшәүен дауам иткәндәр ҙә, яңы тыуған сабый балалар ҙа тығыҙ бәйләнештә ҡала. Шәжәрә — ул нәҫел тамырҙарыбыҙ, ғаилә, ауыл тарихы. Олуғ шәхес — Башҡортостандың күренекле яҙыусы-прозаигы, башҡорт совет әҙәбиәтенең классигы, бер үк ваҡытта ифрат ҡатмарлы йылдарҙа милицияла эшләгән, Күҙәй кантонының милиция начальнигы, Башҡорт АССР-ының милиция политкомиссары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Имай Насыри — минең ҡан ҡәрҙәшем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 149 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөйөк далала – ҡурай моңо Ҡаҙағстандың Ҡыҙылурҙа ҡалаһында “Ҡорҡот һәм Бөйөк дала көйҙәре” IV халыҡ-ара төрки телле халыҡтарҙың традицион музыка сәнғәте фестивале үтте. Фестивалде ТӨРКСОЙ һәм Ҡыҙылурҙа өлкәһе хакимиәте ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 140 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтәОлораҡ быуын вәкилдәренән “Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә, ейәһе ризығының ҡайҙа сәселгәнен берәү ҙә белмәй”, “Яҙмыш бәндәне ҡайҙа ғына ташламай” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеткәнебеҙ бар. Уларҙы әйткәндә, моғайын да, ситкә кейәүгә бирелгән ҡыҙҙар йә иһә тыуған илен һаҡлап, яу сапҡан ир-егеттәр яҙмышы күҙ уңында тотолғандыр. Тыныс, имен тормошта тыуған ереңде ташлап, үҙ теләгең менән ҡайҙалыр сит яҡҡа сығып китеүҙе башына ла индермәгәндер өләсәй-олатайҙарыбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 123 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә – уҡытыусыға һәйкәлӨфөлә башланғыс кластар уҡытыусыһына һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың республиканың атҡаҙанған педагогтары менән осрашыуы барышында Өфөләге 42-се лицейҙың химия уҡытыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 113 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡ шыршы майын ҡайнатыу производствоһыРеспубликаның колхоздары яңы төрҙәге производствоны – аҡ шыршы майы ҡайнатыуҙы үҙләштерәләр. Уҙған йыл республиканың өс районында (Ҡариҙел, Бөрө һәм Белорет) Башлеспромсоюздың аҡ шыршы майын ҡайнатыу заводтары 21,5 тонна май эшләп сығарҙылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 181 тапҡыр // Тотош уҡырға
Учалы ауылынан өс километр алыҫлыҡта, көньяҡтараҡ “Учалы” күле эргәһендә табылған бай алтын ятышында капиталь разведка (тикшеренеү) эштәре ҡыҙыу бара. Был алтын ятышының эшселәре Мәскәүҙәге “Красный пролетарий” заводы эшселәренең хатын ҙур күтәренкелек менән ҡаршыланылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 177 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баймаҡтарҙың Туҡ буйына сәфәре Күптән түгел Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районы үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын киң билдәләне. Район үҙәге Плешаново ауылында ошо уңайҙан байрам саралары уҙҙы. Унда Баймаҡ район Советы секретары Р. Ишбулатов менән район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Р. Ишембәтов етәкселегендәге беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 287 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли кейемдәрҙә – милли асылРәсәйҙә Беренсе этнография күргәҙмәһен үткәреүгә быйыл 150 йыл тулды. Уны ойоштороу тураһында ҡарар 1864 йылда ҡабул ителә, әҙерләнеүгә генә ике йылдан ашыу ваҡыт китә. Ул осорҙа күргәҙмәгә экспонаттар йыйыу өсөн тотош ил буйынса урында комитеттар төҙөлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 547 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсән хан иленә сәйәхәтБыйыл Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Көнсығыш ҡулъяҙмалар һәм әҙәбиәт бүлектәре хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Тәтешле районында археографик экспедицияла булды. Институт хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Светлана Айрат ҡыҙы Искәндәрова етәкселегендәге ошо бүлек хеҙмәткәрҙәренең Рәсәй гуманитар фәндәр фонды менән Башҡортостан Хөкүмәтенең “Көньяҡ Уралдың ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған бәйет һәм мөнәжәттәре: тикшеренеүҙәр һәм материалдар” тигән грантына лайыҡ булыуы сәйәхәтте ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 633 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡәрҙәштәрҙе йыйҙы “Туғанлыҡ”Өфөлә VI “Туғанлыҡ” халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале асылды. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһында 14 сентябргә тиклем дауам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 241 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 55 Алға
Бит башына