Дандарына саң ҡунмаҫБашҡорттарҙың француздарға ҡаршы тәүге һуғышы Пруссия ерендә 1806 – 1807 йылдарҙа була. Бында ун мең кешенән торған башҡорт полктары ҡатнаша. Француздар, беҙҙең халыҡтың батырлығын һәм уҡтан мәргән атыуын күреп, уларҙы “төньяҡ амурҙары”
тип атай.
1811 йылдың апрелендә Ырымбур губернаторы Волконский ике даими ғәскәр һәм кантон берәмектәрендә ярҙамсы полктар төҙөү тураһында ҡарар сығара. Баймаҡ төбәгендә лә, йәғни 6-сы башҡорт кантоны биләмәһендә, был йәһәттән әүҙем эш башлана. Ғәскәрҙәргә хәҙерге Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы райондарынан ирҙәр туплана. Резерв команда Сибай ауылынан (кантон үҙәге) ун саҡрым алыҫлыҡтағы Ҡарағайлы үҙәк тигән ерҙә урынлаша.
Ҡарағайлы йылғаһының Төйәләҫкә ҡойған урынындағы аҡланда, өс полкты тәшкил иткән 1500-гә яҡын яугир йыйылып, хәрби күнекмәләр үтә. Улар ошонда уҡ ҡыуыш ҡороп йәшәй. Әҙерлек эшен кантон етәксеһе подпоручик Аҡҡол Биктимеров, йорт старшинаһы есаул Ибраһим Айсыуаҡов, дистанция начальниктары Буранбай Ҡотосов, Юлбарыҫ Бикбулатов һәм башҡалар үҙ иңенә ала, һуңғыһы полк командиры ла була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 150 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡытайға еткергән тырышлыҡТехник фәндәр кандидаты Рәхимйән Вәлиев — Бөрйән районынан сыҡҡан иң тәүге ғалимдарҙың береһе. Ул 1931 йылда Яңы Собханғол ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.
Биш-алты йәшендә үк Рәхимйән колхоз эштәрендә ҡатнаша башлаған: ер һөрөшкән, күбә тарттырған. Ферманан бесәнселәргә һөт, ойотҡан, ҡорот, эремсек ташыусы ла булған ул. Һигеҙ йәшендә атаһына ауыл һыйырҙарын көтөргә ярҙам иткән. Уға хеҙмәт көндәре яҙғандар.
Атаһы һуғышҡа киткәндә Рәхимйән ағайҙың әсәһе дүрт бала менән тороп ҡала. Күп тә үтмәй бишенсе бала тыуа. Сабирйән ағайҙың туғандарында өйҙәш булып йәшәйҙәр. Фатима инәй, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, балаларын тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға бик яуаплы ҡарай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 168 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡыбыҙ рухын дөрләтәләрТашкентта Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт милли-мәҙәни үҙәге, уның етәкселәре менән яңындан танышыу форсаты тейҙе. Ойошмала 1
6 йыл буйы рәйес булып эшләгән Илшат Хәсәнов — һоҡланғыс шәхес. Башҡортостандан алты ғына йәшендә сығып киткән ул. Атаһы хәрби булғанлыҡтан, улар күп илдәрҙе гиҙгән, аҙаҡ Ташкентҡа килеп төпләнгәндәр.
“Милләтем” тип янып йөрөгән Илшат Хәсән улының хеҙмәте баһаһыҙ ҡалмаған: Башҡортостандың да, Үзбәкстандың да юғары дәүләт наградаларына эйә. Әммә уның өсөн иң ҡәҙерлеһе — меңдәрсә саҡрым ситтә йәшәгән милләттәштәренең ауыҙ тултырып ғорур рәүештә: “Мин — башҡорт!” — тип әйтә алыуы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 121 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫән хандың рухы иҫән Пермь крайының Чернушка ҡалаһы һәм районы башҡорттары үткәргән шәжәрә байрамында ҡатнашыу форсаты сыҡҡайны. Милләттәштәребеҙҙең үҙ телен, мәҙәниәтен һаҡлауға, киләһе быуындарға башҡорт рухын тапшырыуға ни тиклем йөрәкһенеп ҡарауын күреүҙән ҡыуаныстың сиге булманы.
мБындай байрам ҡалала икенсе тапҡыр ойошторола. Край башҡорттары ҡоролтайы башлығы Рәсил Мөхәмәтйәновтың шәхсән тырышлығы һөҙөмтәһендә ғәмәлгә ашырыла ул. Бер нисә йыл элек кенә шәжәрәнең ни икәнен белмәгән, байрамдың мәғәнәһен аңламаған гәйнә башҡорттарының күбеһе бөгөн йыйында ҡатнашыуҙы мөҡәддәс бурысы тип һанай.
Ҡаланың мәҙәниәт һарайында уҙған быйылғы сараға 200-ҙән ашыу кеше килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 99 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡына еңеү бүләк иттеБокс буйынса Америка чемпионы, Силәбе өлкәһе башҡорто Хәбир Сөләймәновтың Мексикалағы алышта еңеү яулауын хәбәр иткәйнек инде. Лос-Анджелес ҡалаһында йәшәүсе милләттәшебеҙҙе ҡотлау өсөн уның менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.
– Хәбир, профессиональ бокста был нисәнсе еңеүең? Ярыштың әһәмиәте ниндәй?
– Донъя чемпионы исеменә дәғүә итер өсөн боксерҙар рейтингының юғары баҫҡысына етергә тейешһең. Был ун икенсе еңеүем булды, тағы ла дүрт-биш алышта һынатмаҫҡа кәрәк. Ғөмүмән, һабаҡ ала белһәң, һәр ярыш үҙенсә әһәмиәтле.
– Белеүебеҙсә, һигеҙ раундлыҡ алышта дәғүәсең – мексикалы Хорхе Геррероны беренсе раундта уҡ еңдең. Көсөгөҙ тиң түгел инеме әллә?
– Уны көсһөҙ тип әйтмәҫ инем, тәжрибәһе лә ҙур. Мексикала алышҡас, көйөрмәндәре лә зал тулы булды. Шулай ҙа ниңәлер тиҙ биреште.
– Еңеүеңә нимә булышлыҡ итте тип уйлайһың?
Ком: 0 // Уҡынылар: 80 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ