Михаил ШӘМИҒОЛОВ: “Мин дә бер башҡорт балаһы...”Һеҙ “След” сериалындағы Жилинды, “Земский доктор”ҙағы Витяны, “Шелест”тағы Фисенконы, “Казаки”лағы Михасты, “Истребители” фильмындағы Ефимовты, “Кровинушка”лағы “Ашығыс ярҙам” водителен, “Сын моего отца” фильмындағы таксисты башҡорт егете уйнағанын белә инегеҙме? Эйе-эйе, милләттәшебеҙ, Бөрйән районы азаматы Михаил Шәмиғолов башҡара был ролдәрҙе. Бөгөн Мәскәүҙә йәшәй һәм “Мосфильм”да эшләй ул. Нисек өлгәшкән был тиклем уңышҡа Михаил? Егеттең иң ҙур хыялы ниндәй? Ни өсөн ул Чайка тигән фамилияға ҡарағанда (әсәһенең фамилияһы) Шәмиғолов булып ҡалыуҙы мөһимерәк тапҡан? Яҡташыбыҙ тормошо һәм ҡаҙаныштары тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙ менән ихлас уртаҡлашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1016 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туған телдәр – илебеҙ халыҡтарының ҡаҙанышыБашҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, туған телдәрҙе уҡытҡанда, беренсенән, дәресте ҡыҙыҡлы итеп үткәреүгә, икенсенән, сифатҡа иғтибарҙы арттырыу зарур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Буранғолдоң йөҙөк ҡашы Заманында Мәүҙиға Ғаффан ҡыҙы Ғәбитова Буранғол ауылында ғына түгел, ғөмүмән, районда иң сағыу шәхестәрҙең береһе ине. Өлкән һәм урта быуын кешеләре бөгөн дә уны яҡшы хәтерләй. Хәйер, ауылдаштары өсөн ул әле лә иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙың береһе, инде күптән хаҡлы ялда булһа ла, йәмәғәт тормошонан айырылғаны юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 236 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кемдең ҡымыҙы иң тәмлеһе?Дәүләкән районында ҡымыҙ бешеү оҫталарының XII республика конкурсы үтеүе хаҡында алдан хәбәр иткәйнек инде. 47 райондан килгән ҡунаҡтарҙың 37-һе ҡымыҙ әҙерләү буйынса үҙенең таһыллығын күрһәтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 266 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хаттар, хаттар... Редакцияға өҙлөкһөҙ килә улар. Берәүҙәр яратҡан гәзитенә дан кешеләр хаҡында хәбәр итергә тырышһа, икенселәр рәхмәт һүҙен яҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 211 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ араһында “Нимә сыҡһа, шул баймаҡтарҙан сыға!” тигән киң таралған әйтемде бөгөн саҡ ҡына үҙгәртеп “Нимә сыҡһа, шул Башҡорт Википедияһы ирекмәндәренән сыға!” тиергә лә мөмкин. Сөнки ошо ирекле Интернет, энциклопедияны тулыландырыу буйынса ал-ял белмәй, йөҙөп йөрөп эшләгәндәр яңынан-яңы ҡыҙыҡлы проекттар уйлап табып, уны шунда уҡ тормошҡа ашыра башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 356 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған ерҙән алыҫта ла рухтары ныҡ Күптән түгел Анапа ҡалаһына юл төшөп, был яҡтарҙа йәшәгән яҡташтар менән осрашып-танышыу форсаты тейҙе. Бер нисә көн дауамында милләттәштәр менән әүҙем аралаштыҡ. Уларҙың һәр береһе, бала һәм йәшлек йылдарын хәтерләп, үҙ Уралын онотмауын, төрлө матбуғат саралары аша Башҡортостандағы хәлдәр менән хәбәрҙар булыуын, тыуған төйәктең һәр уңышы менән хаҡлы ғорурланыуын бәйән итте. Һүҙҙәрендә ара-тирә һағыш сатҡылары сағылһа ла, дөйөм алғанда, бер кем дә яҙмышына зарланманы. Киреһенсә, һәр яңы танышым үҙенең башҡортлоғо менән ныҡлы ғорурланыуын, халҡыбыҙға хас милли рухтың үҙендә етерлек булыуын күрһәтте. Түбәндәге юлдар сит яҡтарҙа бер ҙә юғалып ҡалмаған, йәмғиәттә ныҡлы урын алып йәшәгән, күптәр һоҡланырлыҡ эштәр менән мәшғүл булған рухлы башҡорттар хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 703 тапҡыр // Тотош уҡырға
Телде өйрәнгең килһә…Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары башҡорт телен электрон уҡытыу курсын әҙерләү өҫтөндә эшләй. Ошондай белем биреү платформаһының прототибын яңы уҡыу йылы башына уҡ тәҡдим итмәкселәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 215 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡурсаҡ “дауалап” үҫкән ҡыҙҺөнәренә мөкиббән бирелгән, унан башҡа тормошон күҙ алдына килтерә алмаған Асҡар ҡыҙы Шәүрә Лотфуллина бар ғүмерен ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм буласаҡ әсәйҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 246 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Эй эйелмәй, бөгөлмәй,
Матур баҫа түгелме,
Матур итеп бейегәндә
Күңел аса түгелме”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 173 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхеттәре бар әрмет-рәхимдәрҙең…Егән буйына күптән ҡурылған тәмле шашлыҡ еҫе таралған. Сәхнә янында һуңғы репетиция. Тик был байрам башланманы әле тигән һүҙ түгел – ул күптән бара инде. Кемдер ҡуш ҡуллап ауылдаштары менән күрешеп йөрөй, инәй-бабайҙарҙы арҡаһынан һөйөп китә, кемдер ситтәрәк күпереп үҫкән үләнгә иркенләп ултырып, яҡташтарын-туғандарын күҙәтеп кинәнә. Эйе, күңелдәрҙә күптән байрам! Сит яҡта йәшәп түгел, күрше тороп та хәл белергә ваҡыт булмай ҡайһы саҡта, ауылдаштарың менән бер рәхәтләнеп һөйләшеп-көлөшөп алыу насармы ни сәхрәлә? Ғөмүмән, һәммәһе өсөн дә ҙур мәғәнәгә эйә булды Әрмет-Рәхимдә үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы. Әсәһенең ҡулында килеш алты айлығы ла, алтмыштан уҙғаны ла ашҡынып килеп еткәйне сараға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йәйләү” беҙҙе тәрбиәләне“Йәйләү” балалар лагеры тураһында беренсе тапҡыр беҙ Мәскәүҙә йәшәгәндә ишеттек. Үҙенсәлекле башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн ошондай тәрбиәүи программа барлығы тураһында дуҫтарыбыҙ таң ҡалып һөйләне. Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң беҙ эш буйынса Санкт-Петербург ҡалаһына күсеп килдек. Бында ла яңы дуҫтарыбыҙҙан ошо лагерь тураһында ишетеп ғәжәпләндек. Баҡтиһәң, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар йәй балаларын Төркиәгә йәки Анапаға түгел, ә тап Башҡортостандағы “Йәйләү”гә ебәрергә тырыша икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 700 тапҡыр // Тотош уҡырға
Диңгеҙ аръяғына илткән мөхәббәтКемдер сит тарафтарға сәйәхәт ҡылырға, кемдер “оҙон” аҡса өсөн юллана. Ә бына Баймаҡ районының Шүлкә ауылы һылыуы Гөлназ Ғәҙелбаеваны Төркиә иленә оло мөхәббәт йүнәлтә. Әйткәндәй, бала саҡтан уҡ ҡыҙыҡай төрөк йырҙары менән ҡыҙыҡһынып үҫә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1372 тапҡыр // Тотош уҡырға
138-се әсирИбраһим ауылы уҙаманы Латип Абдуллин һуғышҡа 1942 йылдың 15 ғинуарында алына. “Тиҙҙән ҡайтырмын, өмөтө­гөҙҙө өҙмәгеҙ”, – ти ул ғаилә­һенә. Китә лә, һыуға төшкән­дәй, эҙһеҙ юғала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 234 тапҡыр // Тотош уҡырға
1968 йылда Йәмилә менән Шәүкәт Хужиндар ғаиләһендә бер ир бала донъяға килә. Уға Даян тип исем ҡушалар. Шуҡ, тиктормаҫ малай тәүҙә ауыл мәктәбендә белем ала, аҙаҡ күрше Наурыҙ урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Уны тамамлағас, Учалы автомәктәбенә уҡырға инә. Водитель һөнәренә уҡый.
1986 йылда йәш егет үҙенең теләге буйынса Афғанстан иленә әрмегә китә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 295 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 39 Алға
Бит башына