Ҡурай һыбыҙғы түгел!04.09.2015
Ҡурай һыбыҙғы түгел! Милли уйын ҡоралыбыҙҙан мәхрүм ҡалдырырға маташалар әллә?
Евгений Костицын тигән авторҙың “Час Пик” һәм “МК в Уфе” гәзиттәрендә бер-бер артлы баҫылып сыҡҡан һәм һыу тамсылары кеүек үҙ-ара оҡшаш сәйер мәҡәләләре күңелгә бик ҙур шик-шөбһә һалды. Үҙен ғәҙеллек даулаусы итеп күрһәтергә тырышҡан был кеше башҡорт ҡурайын Евразия халыҡтарының уртаҡ ҡомартҡылары иҫәбенә индермәксе. Йәнәһе, милли уйын ҡоралыбыҙ дудка, флейта, һыбыҙғы менән бер тамырҙан һәм уларҙан һис тә айырыла алмай.

Мәҡәләләрҙең йөкмәткеһенә килгәндә, автор, бер нисә быуат элек йәшәгән урыҫ йылъяҙмасыһы Василий Тепцовтың Төньяҡ Кавказда ҡабарҙаларҙың “сыбысхе” исемле музыка ҡоралында уйнауын ишеткәнен, аҙаҡ үҙ китабында был хәлде бик ныҡ әҫәрләнеп, һоҡланып тасуирлағанын дәлил итеп алған да татар һыбыҙғыһының киңерәк таралыуын, ә ҡурайыбыҙҙың уның бер төрө генә булыуын тәҡрарлай. “Башҡорт ғалимдары, хис-тойғоларға бирелеп, бер ниндәй фәнни мәғлүмәттәргә таянмайынса ҡурайҙы, Евразия халыҡтарының уртаҡ хазинаһын, үҙләштерергә тырыша”, – тип ебәрә ул.
Әлбиттә, беҙҙең ҡурай яҡлауға мохтаж түгелдер. Әлегәсә бер халыҡтың да “Ҡурай беҙҙеке!” тип һөрән һалып, дәғүә белдереп йөрөгәнен күргәнем юҡ. Был ҡоралда башҡорттан башҡа бер кем дә уйнамай. Уның моңон да башҡа төрлө көпшәләрҙән сыҡҡан көй менән һис сағыштырырлыҡ түгел.
Мәҡәләләр, минеңсә, кемдеңдер күр­һәт­мәһе буйынса яҙылған. Бушлай ҙа тү­гелдер, моғайын. Һыбыҙғы менән ҡурайҙа уртаҡлыҡтар табып, башҡорт менән та­тар­ҙы – дуҫ-татыу йәшәгән ике милләтте – сәкәштереп, милли тойғоларыбыҙҙы ҡуҙғытып, ниндәйҙер матди йәки сәйәси файҙа алып ҡалырға тырышыу теләге ярылып ята һымаҡ. Авторҙың бик бай һәм йоғонтоло әҙәмдәргә арҡаланған булыуы ла ихтимал. Сценарийын шулайыраҡ күҙ алдына килтерәм: башҡорттан ҡурайын тартып алған хәлдә Урал ҡуйынындағы байлыҡтарҙы, шул иҫәптән изге тип һа­нал­ған Торатауыбыҙҙы ла ҡулға төшөрөү бер ни тормаясаҡ. Милләтебеҙҙе бө­төрөргә тырышҡандар ҙа ҡурайға ҡаршы көрәшкә ҙур әһәмиәт бирер ине, сөнки, белеүебеҙсә, милләт булып һаналыу өсөн халыҡтың өс нәмәһе һаҡланырға тейеш: теле, мәҙәниәте һәм ере.
Олатайым Бөйөк Ватан һуғышы осоронда башҡорт егеттәренең ҡурай моңон тыңлап һағыныу хистәрен баҫҡаны, көс-дәрт алғаны тураһында һөйләй торғайны. Фашист самолеттарын бәреп төшөргән һайын улар “Ҡурай эшләр өсөн тағы бер еҙ көпшә булды” тип ҡыуанған. Эйе, был ҡорал элек-электән байрамда ла, яуҙа ла башҡорттоң айырылғыһыҙ юлдашы бул­ған. Милләтебеҙҙе ҡурайһыҙ күҙ алдына баҫтырыу мөмкин дә түгел. Туҡһанынсы йылдарҙа Өфөләге бер кинотеатр алдында яланғас килеш ҡурай тартып торған малай һынын ҡуйғайнылар, барса кеше: “Бик дөрөҫ, башҡорт ыштанһыҙ ҡалһа ла, ҡурайын ташламаҫ”, – тип көлдө. Дөрөҫлөк бар бит!
Башҡорт зыялыларын, ҡоролтай ағза­ларын саң ҡағырға өндәмәйем, тик милли уйын ҡоралын һаҡлауҙың мөҡәддәс бу­ры­сыбыҙ икәнен иҫкәртмәксемен. Ҡурай тураһында күберәк яҙайыҡ, һөйләйек, уның тарихын, үҙенсәлектәрен нығыраҡ өйрәнәйек, данлыҡлы ҡурайсыларыбыҙға лайыҡлы алмаш тәрбиәләйек.






Вернуться назад

Яндекс.Метрика