Главная > Башҡорт донъяһы, Анонстар > Боронғо кәсептәргә йән өрөп

Боронғо кәсептәргә йән өрөп


14-02-2018, 00:06. Разместил: adminka
Боронғо кәсептәргә йән өрөпИртәгә баш ҡалала бик үҙенсәлекле һәм әһәмиәтле сара – халыҡ һөнәрҙәренең мәғлүмәти йәрминкәһе үтә. Ул Рәсәй Президенты гранты өсөн бәйгелә еңеү яулаған “Халыҡ кәсептәре – йәшәү сәнғәте!” проекты сиктәрендә ойошторола һәм республикабыҙҙа ошондай шөғөлдәр төрҙәрен күрһәтеүҙе, уларҙы үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индереүҙе күҙаллай.
Сара халыҡ оҫталары бул­дыр­ған, юғары художес­т­волы әһәмиәтле үҙен­сә­лекле тауарҙарҙы ойошмалар тарафынан һатып алыу мөмкинлектәрен киңәйтеүҙе, шулай уҡ халыҡ кә­септәрен балаларға өҫтәмә белем биреү тармағында уңышлы файҙаланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Яҡын киләсәктә Башҡортостандың халыҡ-ара оло сараларҙы – “Апимондия” конгресын һәм Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итәсәген иҫәпкә алғанда, мәғлүмәти йәрминкәнең әһәмиәте ни тиклем ҙур булғанын аңлатып тораһы түгел.
Боронғо кәсептәргә йән өрөпРәсәй – күп милләтле, төрлө мәҙәниәтле ил. Ул ошо сифаттары менән үҙенсәлекле һәм халыҡтары менән көслө. Ә тарихын, телен, мәҙәниәтен һаҡлай, үҫтерә алған халыҡ дәүләттең рухи һәм социаль нигеҙенең ныҡлығын да тәьмин итә ала. Шуға күрә ха­лыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренең көнүҙәклеген дәүләт кимәлендә лә яҡшы аңлайҙар. Былтыр Владимир Путин ил Хөкүмәтенә халыҡ художестволы кәсептәрен, һөнәрҙәрен һаҡлау, тергеҙеү һәм үҫтереү йәһәтенән махсус проект һәм аныҡ эш­тәрҙең планын төҙөргә ҡушҡайны. Был иҫәпкә традицион халыҡ кәсептәре үҫешкән биләмәләрҙә эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү, балаларға белем биреү һәм тәрбиәләү өлкәһендә халыҡ кәсептәре нигеҙҙәрен ҡулланыу, халыҡ оҫталары булдырған уникаль әйбер­ҙәр менән сауҙа итеү шарттарын еңеләйтеү кеүек саралар инә.
РБоронғо кәсептәргә йән өрөпеспубликабыҙҙа – бихисап халыҡ оҫталары йә­шә­гән бай тарихлы төбәктә – халыҡ кәсептәре, һө­нәр­мәндәр һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Ошо мәсьәләгә ҡағылышлы сараларҙың береһендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тармаҡты үҫтереүҙең рухи яҡтан мөһимлеге, халыҡ оҫталарының эшен төбәк һәм ил кимәлендәге гранттар менән дәртләндереп то­роу, шулай уҡ йәмәғәтселектең был ғәмәлгә мөнә­сәбәтен ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өҫтөндә эшләү кәрәклеге хаҡында әйтеп үткәйне. Уның фекеренсә, халыҡ ижадын үҫтереүҙе киң йәйелдергән һайын төбәккә лә иғтибар артасаҡ, туристар ағымы күбәйәсәк, инвестициялар киләсәк. Республика иҡтисадының тотороҡлоғо өсөн был мөһим мөмкинлекте иғтибарға алмау ҙур хата булыр ине, сөнки беҙҙең ил, донъя кимәлендә күрһәтерлек тәбиғәтебеҙ менән бер рәттән уникаль мәҙәниәтебеҙ, сәнғәтебеҙ, оҫталарыбыҙ менән дан тота.

Вернуться назад