“Тоҙло күл”дә күңелле булмаҡсы16.08.2013
“Ҡурай” йыр-моң каналы күңел асыусы төрлө акцияларҙы йыш уҙғарып тора. Күптән түгел Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов менән бергә, Күгәрсен районының “Йомағужа” һыу һаҡлағысы эргәһендә халыҡты йыйып, “Наза” концерт-дискотекаһын ойошторҙо. Ә инде иртәгә, 17 августа, ошондай күңелле тамаша Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы эргәһендәге “Тоҙло күл” комплексында буласаҡ. Тамашала Ғәзим Ильясов, Диана Ишниязова, Искәндәр Ғәзизов, Рөстәм Шаһыбалов, Нәғим Нуриманов, Илмир Моталов, МС Баш һәм башҡа артистар ҡатнаша.

Йырлап-бейеп күңел асырға 17 августа киске сәғәт 8-гә Көйөргәҙе районының Яҡут ауылына рәхим итегеҙ!
Бөгөн “Ҡурай” каналы йәнә бер сара үткәрә. Унда билдәле “Каруанһарай” төркөмө егеттәре Рәсүл Ҡарабулатов, Артур Туҡтағолов, Вилдан Яруллин, Мәхмүт Нәҙершин, Әмир Тойғонов, шулай уҡ Миңзифа Исҡужина, Диана Ишниязова, Раил Өмөтбаев дәртле йырҙары менән күңел асырға саҡыра. Тамаша 16 августа — Баймаҡ ҡалаһы үҙәгендә, 18 августа Күгәрсен районының Үрге Бикҡужа ауылындағы “Башҡорт ауылы” комплексында уҙасаҡ.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика