Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төбәктең данын арттырырҙар
Төбәктең данын арттырырҙар
Районда тәрбиә, белем биреү өлкәһен заман талаптарына ярашлы үҙгәртеү, камиллаштырыу йүнәлешендә байтаҡ эш башҡарыла. Барыһынан элек, балаларҙы милли рухта тәрбиәләүгә, яңы педагогик алымдар ҡулланыуға, ғаилә менән мәктәп араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыуға ҙур иғтибар бүленә.


Төбәктә йәмғеһе 32 мәғариф учреждениеһы, шул иҫәптән 22 дөйөм белем биреү, 9 төп белем биреү һәм башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы эш­ләй. Уларҙа 3858 бала уҡый һәм тәрбиәләнә, һәр класта уртаса 11 уҡыусы иҫәпләнә. Мәк­тәпкәсә белем биреү тар­ма­ғын­да 34 балалар баҡсаһы һәм мә­ғариф учреждениеларында мәк­тәпкәсә йәштәгеләр өсөн биш төркөм бар. Уларҙа 1498 бала тәрбиәләнә. 2013 йылда Түбәнге Йәркәйҙә 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы – «Баланы үҫтереү үҙәге» – асылды.
Төбәктең данын арттырырҙарРайон үҙәгендә ике инновацион белем биреү учрежде­ниеһы бар. Үрге Йәркәйҙә – 1-се гимназия-интернат ниге­ҙендә һәләтле балалар өсөн ресурс үҙәге, Түбәнге Йәркәйҙә лицей эшләй. Бында урыҫ теле, химия, биология, математика фәндәре тәрән өйрәнелә. Ба­ры­һы 27 ауылдан уҡыусылар йөрөп уҡый, бының өсөн 19 автобус ҡаралған.
Төбәктең данын арттырырҙарТөбәктә йәмғеһе 597 педагог эшләй. Уларҙың 92 проценты юғары белемгә эйә, һәр кемеһе тырышып хеҙмәт итә. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында даи­ми рәүештә семинарҙар, асыҡ дәрестәр, фекер алышыуҙар үткәрелә. Районда 2011 йылдан алып һәләтле балаларға стипендия түләнә. Быйыл уға Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназия, Т. Рахманов исемендәге 2-се, 4-се урта мәктәптәр, Баҙыта­маҡ, Үрге Мансар, Илеш мәк­тә­бе уҡыусылары лайыҡ бул­ды.
Йылдан-йыл мәктәптәрҙең матди-техник базаһы нығый, төрлө ҡоролма менән байыты­ла, спорт йыһаздары алына, һәр белем усағында интерактив таҡталар һәм мультимедиа саралары бар, мәктәптәрҙең барыһы ла Интернет селтәренә тоташтырылған, һәр береһенең шәхси сайты бар. Ә Түбәнге Йәркәйҙәге лицейҙа электрон китапхана, электрон ашхана, электрон үткәреү системаһы булдырылған, заманса компью­терҙар менән йыһазлан­дырыл­ған үҙәк эшләй.
Йыл һайын районда туған тел уҡытыусыларының семинары юғары кимәлдә ойошторола. Педагогтар республика семинарҙарынан да ситтә ҡал­май. Башҡортостанда үткәрел­гән олимпиада, конкурстарҙа һәр ваҡыт юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән туған тел уҡытыу­сы­ла­рының хеҙмәте маҡтауға ла­йыҡ. Уларҙың береһе К. Нас­ретди­нова Үрге Йәркәй 4-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Быйыл ул, шағир Рауил Бикбаевтың 75 йәшлек юбилейына арнал­ған республика конкурсында ҡат­нашып, өсөнсө урынға ла­йыҡ булды. Тырыш педагогтың уҡыусылары район данын яҡ­лап, республика кимәлендәге са­раларҙа ҡатнашып, ҙур уңыш­тарға өлгәшә. Мәҫәлән, VIII класс уҡыусыһы Элина Абдуллина – Халыҡ-ара туған тел, яҙыу һәм мәҙәниәт көнөнә арналған республика форумында, IX клас­тан Айгөл Ғәзизова төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында, шул уҡ класс уҡыусыһы Илвина Карамова «Республикамды йырлайым!» республика конкурсында икен­се урынды алды.
Этәй урта мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Юлиә Яковченка башҡорт теле һәм әҙә­биәте буйынса республика олим­пиа­да­һында беренсе урынды яу­ла­­ны. Илеш мәктәбенең IX кла­­­сында белем алған Лиа­на Ғәлиуллина “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйге­һендә өсөнсө булды. Әйткән­дәй, ул был конкурста 2009 йылдан алып ҡатнашып, приз­лы урындар ала.
Үрге Йәркәйҙәге Т. Рахманов исемендәге урта мәктәптә лә уҡыусыларҙың төрлө яҡлы үҫе­шенә ҙур иғтибар бүленә. Мәк­тәп директоры Рауил Ғаб­­дра­­фиҡов етәкселегендә ижа­ди фекерләгән әүҙем уҡы­тыу­сылар эшләй. Башҡортостандың мә­ғариф алдынғыһы Н. Вәлиев – физика-математика уҡытыу­сы­лары конкурсында, «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» бәйге­һендә, Р. Ғабдрафиҡова “Мәға­риф” милли проектына ярашлы үткәрелгән “Рәсәй Федерация­һының алдынғы уҡытыусыһы” конкурсында еңеү яуланы.
Уҡыусылар йыл һайын төр­лө фәндәр, спорт буйынса район, республика ярыштарын­да ҡатнашып, призлы урын­дарҙы ала. Мәҫәлән, II класс уҡыусыһы Альбина Бәҙрет­ди­нова (етәксеһе – Л. Яхина) «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында беренсе урынға лайыҡ булып, маҡтау ҡағыҙы һәм велосипед менән бүләкләнде. Алмас Мәхмүтов (уҡытыусыһы – Н. Вәлиев) иһә XIX республика техник олимпиадаһында беренсе булды. Туғыҙынсыла уҡыған Раил Зиннәтов Баш­ҡортостанда армспорт буйынса икенсе урынға сыҡты.
Ғөмүмән, мәктәп коллективы рухи һәм физик яҡтан ныҡлы, ижади, үҙаллы фекерләй бел­гән, тыуған илен, халҡын, ғө­рөф-ғәҙәттәрен, тарихын их­ти­рам иткән шәхес тәрбиәләү йүнәлешендә эҙмә-эҙлекле эш алып бара.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тамсы тама-тама ташты тишә

Тамсы тама-тама ташты тишә 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Оҙаҡ йылдар бер урында эшләгәндәргә ҡараш төрлөсә, берәүҙәр хуплай, икенселәр шикләнеп ҡарай. Миңә...

Тотош уҡырға 17

Бында Герой уҡыған

Бында Герой уҡыған 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Быйыл I класҡа 100-гә яҡын баланың килеүе – рекорд! Тәтешле районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге...

Тотош уҡырға 18

Ысын тормош мәктәбе

Ысын тормош мәктәбе 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

“Интернатым – пар ҡанатым” бер күскә тупланы. Бөгөн үҙ балаңды сит-ят кешеләр тәрбиәһенә тапшырыуҙы...

Тотош уҡырға 21

Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары

Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында арҙаҡлы шәхес Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл...

Тотош уҡырға 64

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусы һәр дәүерҙә бөйөк булып ҡала белә. Матбуғатта уҡытыусыларға арнап яҙылған биниһая шиғри...

Тотош уҡырға 51

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Хәтеремдә, беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа класс етәксеһе балаларҙың айына түгел, ә аҙнаһына күпме...

Тотош уҡырға 41

Йәш белгестәр  бында ынтыла

Йәш белгестәр бында ынтыла 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусылар көнө алдынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың бер төркөм хеҙмәт...

Тотош уҡырға 44

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ”

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ” 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ата-әсә менән кәңәшләшеп эшләү мөһимлеген раҫлай улар. Был төбәктә һәр ваҡыт эшсәнлек, дәрт-дарман...

Тотош уҡырға 38

Нуғайҙарҙың шатлығы

Нуғайҙарҙың шатлығы 17.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфө эргәһендәге Нуғай ауылында 147-се мәктәп тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Бында 950 уҡыусыға...

Тотош уҡырға 39

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләнә. Йәй – һәр кемдең яратҡан миҙгеле — был юлы ла хәтерҙә ҡалды....

Тотош уҡырға 54

Ялсыҡайҙың  йөҙөк ҡашы

Ялсыҡайҙың йөҙөк ҡашы 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Китапханасы Мәҙинә Ҡунаҡҡолованы яҡташы, шағирә Миңлегөл Хисамованың олпат юбилейына әҙерләнеп,...

Тотош уҡырға 42

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп 11.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика көнөн Ишембай районының Йәнырыҫ ауылы халҡы айырыуса ҡыуанып ҡаршыланы. Бында бөтә...

Тотош уҡырға 52