Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарихи ерҙән көс алып
Уҡытыусыларыбыҙ беҙгә төплө белем биреү менән бер рәттән халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте менән яҡындан таныштырыу маҡсатында йыш ҡына экскурсиялар, ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр ойоштора. Мәҫәлән, күптән түгел хозур Ишембай ерендә булып ҡайттыҡ.
Сәйәхәт Түбәнге Әр­мет ауылынан башланды. Бында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, кү­ре­некле башҡорт яҙыу­сыһы Ибраһим Ғиз­зә­туллин тыуып үҫкән. Ауылда уның исемен йө­рөт­кән урам һәм мәктәп бар, бай музей бул­ды­рыл­ған. Уҡыу йорто директоры Наил Лутов кү­ре­некле ауылдашы, туп­лан­ған һәр экспонат ту­раһында ҡы­ҙыҡлы мә­ғ­лүмәт бирҙе. Әйт­кән­дәй, белем усағы билә­мәһенә Ибраһим Ғиззә­тул­лин­дың бюсы ла ҡуйылған.
Артабан Көҙән ауы­лы­на юл­ландыҡ. Баш­ҡорт­тоң данын бар донъяға танытҡан арҙаҡ­лы мил­ләттәшебеҙ Әх­мәт­зәки Вәлидиҙең тыу­ған ерен­дә шанлы тарих биттәрен барлағандай булдыҡ. Был тойғо шә­хе­се­беҙҙең музейында айырыуса көсәйҙе. Вә­лидиҙең ба­лауыҙҙан яһалған һыны, ултыр­ғысы, мөһим до­кумент­тарға ҡул ҡуйған өҫтә­ле... Музейҙың ифрат бай булыуы, өҫтәүенә директор Илдус Шәйәх­мәтовтың ғәжәп мауыҡ­тырғыс итеп һөйләүе беҙ­ҙе ныҡ тәьҫир­ләндерҙе. Әйткәндәй, музейға халыҡ күп килә икән.
Экскурсия барышында мәктәптәрҙә булып, үҙебеҙҙең уҡыу йорто, ҡыҙыҡлы студент тормо­шо тураһында һөйләнек, уҡырға килергә саҡыр­ҙыҡ. Рухланып, көс-дәрт алып ҡайттыҡ изге төйәктән.

Әлфиә ФАЗЛЫЕВА,
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәс...

Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәс... 17.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының авария хәлендәге белем усағын тиҙҙән һүтә башлап, уның урынына...

Тотош уҡырға 168

Башланғыс кластар ауылда ҡала

Башланғыс кластар ауылда ҡала 17.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин ошо көндәрҙә эш сәфәре менән...

Тотош уҡырға 319

Иҫке Сибай уҡыусыларына урын әҙер

Иҫке Сибай уҡыусыларына урын әҙер 17.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Яҙҙың тәүге көнөнән Иҫке Сибай мәктәбенең 5 – 11 класс уҡыусылары Сибай ҡалаһының 14-се урта...

Тотош уҡырға 280

"Беренсе"лә белемеңде һынап ҡара!

"Беренсе"лә белемеңде һынап ҡара! 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостан Мәғариф министрлығы...

Тотош уҡырға 115

Апрель нимә вәғәҙә итә?

Апрель нимә вәғәҙә итә? 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорт дәүләт университетында Башҡорт АССР-ы ойошторолоуҙың – 100 һәм Башҡорт дәүләт...

Тотош уҡырға 83

Стәрлетамаҡ өсөнсө йыл алдынғы

Стәрлетамаҡ өсөнсө йыл алдынғы 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы юғары уҡыу йорттарының һөҙөмтәлелегенә йыллыҡ...

Тотош уҡырға 52

Изгелек һәм  тыныслыҡ йырсыһы

Изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы былтыр йыл һуҙымында халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлына...

Тотош уҡырға 136

"Дәрес булмай, ҡар көрәгеҙ!"

"Дәрес булмай, ҡар көрәгеҙ!" 13.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөләге 69-сы мәктәптең IX класс уҡыусыларын физкультура дәресе урынына тышҡа ҡар көрәргә...

Тотош уҡырға 182

Финанс белемлелек көн дә кәрәк

Финанс белемлелек көн дә кәрәк 13.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында дөйөм һәм һөнәри белем тармағында финанс белемде...

Тотош уҡырға 132

Сибай менән Ҡостанай араһына – дуҫлыҡ күпере

Сибай менән Ҡостанай араһына – дуҫлыҡ күпере 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институтына, шул яҡ төбәк йәштәренән тыш, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан, сит...

Тотош уҡырға 82

“Ҡояшҡай” балаһының теләге

“Ҡояшҡай” балаһының теләге 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Борай ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы – районда һәр йәһәттән дә алдынғылар исемлегендә. Белем...

Тотош уҡырға 107

Күмәкләшеп ҡурсаҡ уйнаныҡ

Күмәкләшеп ҡурсаҡ уйнаныҡ 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡурсаҡ иң боронғо уйынсыҡтарҙан һанала. Өлкәндәр был тәтәйгә ҙур иғтибар биргән, сөнки ул –...

Тотош уҡырға 96