Мөғжизәләрҙән көс алып…

27-03-2017, 20:15 // Белем һәм тәрбиә // Баҫып сығарырға
Һәр кемдең бәхетенең ундан туғыҙ өлөшө сәләмәтлеккә бәйле, тиҙәр. Тимәк, саф һауа, ҡояш нурҙары, һыу, ҡар-боҙҙар балаларҙы сыныҡтырыуҙа ҙур роль уйнай. Көн һайын тышта булыу организмды сыныҡтырыу һәм сәләмәтлек өсөн бик тә файҙалы икәнен балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә берҙәй белеп эш итергә тейеш. Был тәңгәлдә Бөрйән районының Байназар ауылын өлгө итеп ҡуйырға мөмкин.


Был көн уҡыусылар менән ата-әсәләр, педагогтар, ғөмүмән, байназарҙар өсөн, беренсенән, мөғжизәле байрам, икенсенән, Сәләмәтлек көнө булараҡ иҫтә ҡаласаҡ. Әйткәндәй, март айында Ҡыш бабай булмай, тиҙәр. Тик ул Бөрйәнгә ҡағылмай. Райондың Әкиәт ҡаласығында төп ҡунаҡтар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, бар донъяға шатлыҡ ауазы бүләк итеүсе Йыл хужаһы Ҡыҙыл Әтәс, тауыҡ менән себештәре, йәнһүрәт геройҙары, бар урман йәнлектәре, ҡар кешеләре һәм башҡалар – барыһы ла оҫта ҡуллы, фантазияға бай тырыш уҡыусыларыбыҙ тарафынан әүәләнгән, ниндәйҙер бер тылсым көсө менән барлыҡҡа килгән. Әлбиттә, бында егет-ҡыҙҙарға йүнәлеш биреп тороусы класс етәкселәренең дә эше маҡтауға һәм иғтибарға лайыҡ.
Мәктәптең мөғжизәле Әкиәт ҡаласығындағы байрамды мәктәп директоры Йәмил Ҡотлобаев асып, һәммәһенә лә изге теләктәрен еткерҙе, сәләмәтлектең нығын, ғүмерҙең оҙонон, тәүфиҡтың матурын, бәхеттәрҙең, уҡыу һәм хеҙмәттәге уңыш-ҡаҙаныштарҙың мөлдөрәмә тулыһын юраны.
Балаларҙың байрамын тағы ла йәмлерәк итергә кашауай санала гармун моңдары оҙатыуында күстәнәс-бүләктәрен өләшергә кемдәрҙер күптән килеп тә еткән. Баҡтиһәң, мәктәптең ата-әсәләр комитеты рәйесе, балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе, Байназар ауыл Советы депутаты Әлиә Ғазина етәкселегендәге комитет ағзалары икән. Балаларҙың сығыштарына хайран ҡалаһың: ысын әкиәт геройҙарымы ни! Бейеүҙәр, сәй табыны – һәммәһе лә бар. Уҡыуҙа ла, спортта ла, сәнғәттә лә, ялда ла ал бирмәйҙәр.
Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне. Һәр класс – үҙ тәңгәлендә еңеүсе. Әммә Гран-приҙы башланғыс кластарҙан Лилиә Наурыҙбаева етәкселегендәге 1-се класс, өлкәндәрҙән Гөлкәй Мәсәғүтова етәкселегендәге 7-се “б” класы яуланы. Һәр класс үҙ хеҙмәтенең емештәрен татыны, кластағы уҡыусылар һанына ҡарап һалынған Ҡыш бабайҙың тәмлекәс тоҡтары һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Бына шулай мәктәп менән ата-әсәләр комитеты берлектә уҡыусыларға матур байрам һәм ял бүләк итте. Мәктәптә тырыш, ныҡышмалы, әүҙем, шәп, бай эрудициялы, сәмле уҡыусылар уҡығанлығы асыҡ күренде. Берҙәм йортта бәрәкәт бар шул.
Шул уҡ ваҡытта байрамдың бағыусыларының исемдәрен дә атап үтергә кәрәк. Ата-әсәләр коми­тетындағы бөтә ағзалар, шулай уҡ Рушан Салауатов КФХ-һы, ауыл старостаһы, Байназар ауыл Советы депутаты Нәҙир Вәлиев, эшҡыуар, Байназар ауыл Советы депутаты Нәйлә Зәйнуллина, эшҡы­уарҙар Айнур Зәйнуллин һәм Линура Ғазиналар тәмлекәстәр алыуға аҡсалата ҙур ярҙам күрһәтте.
Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев байрамды йомғаҡлап былай тине:
– Бөгөнгө сараны матур итеп уҙғарыуға үҙ өлөшөн индергән бағыусыларыбыҙға ла рәхмәтлебеҙ, беҙҙең уҡыусыларҙы ҡыуандырғанда үҙегеҙ ҙә рәхәтлектә, мул тормошта йәшәгеҙ.
Байрам шат йылмайыуҙар, көр күңелдәр менән тулы булды. Ҡаласыҡта туйғансы уйнап, һырғалаҡ эйеп, ҡарҙа аунап, шаярып, уйнап-көлөп, йыл буйына етер рухи ҡәнәғәтләнеү тойғоһо, илһам, күңел күтәренкелеге алып, яңы эштәргә, яңынан-яңы белем үрҙәрен яулауға ынтылыш алып таралышты һәр кем.