Байыштың йәшәү айышы “Йыйнаҡ, ыҡсым ғына булып, бер тынала матур үтеп китте байрам”, тип баһаланы ситтән тамаша ҡылыусылар Байыш мәктәбе коллективы ойошторған күркәм сараны.
Юбилейға белем усағы ныҡлап әҙерләнгән. Мәктәп ҡаршыһында – беҙ уҡығанда үлән дә үҫә алмаған ташлы, тап-таҡыр битләүҙә – пиондар гөрләп сәскә ата, петуниялар менән “100 йыл” тигән яҙыу айырым йәм биреп тора, бөтә ерҙә – тәртип, бөхтәлек, буяуҙар яңыртылған. Тантана үтәһе урын күптәрҙең күҙен ҡыҙҙырырлыҡ: ҡасандыр уҡыусылар, уҡытыусылар ултыртҡан ҡайындар күләгәһендә эскәмйәләрҙә ултырып, рәхәтләнеп тамаша ҡылды байрамға ҡайтыусылар. Мәктәптең матди-техник базаһы ла ныҡлы. Был йәһәттән район хакимиәте, мәғариф бүлеге ярҙамдан өҙмәй. Мәктәптең дә, интернаттың да ҡыйыҡтары яңыртылған, пластик тәҙрәләр ҡуйылған, ишектәр алмаштырыла башлаған, иҙәнгә плитәләр түшәлгән, яҡтыртыу, йылытыу системалары заманса. Спорт залы ремонтланған.
Тантанаға ветеран уҡытыусылар, белем усағында төрлө йылдарҙа эшләп киткән мөғәллимдәр, директорҙар, ошо ваҡыт арауығында мәктәпте тамамлаған 64 уҡыусы һәм бик күп ҡунаҡтар саҡырылды. Башта мәктәп, музей менән таныштылар, кластарға инеп, бер мәлгә бала саҡҡа ҡайтып әйләнделәр, үҙҙәрен уҡытҡан уҡыусылары, класташтары менән осрашып, мәктәп йылдарын иҫкә төшөрҙөләр.
Осрашыуға төрлө тарафтарҙан (бер ағай әйтмешләй, Байыш мәктәбе уҡыусылары төйәк иткән ерҙәрҙе билдәләп сыҡһаң, элекке СССР картаһы күҙ алдына баҫыр ине) байтаҡ кеше ҡайтҡайны. Сығарылыш кластар парады һоҡландырғыс тамаша булды: мәктәпте иң тәүге тамамлағандарҙан Сәрхәп апай Ваһапова килгән. Әйткәндәй, тәүге сығарылыш 1954 йылда була. Абдулла Дәүләтшин етәкселек иткән кластан өлгөргәнлек аттестатын 14 кеше – 8 егет, 6 ҡыҙ – ала. Уларҙың етәүһе – юғары, бишәүһе махсус урта белемгә эйә була, һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан. Заманы өсөн был – бик юғары күрһәткес!
Ғөмүмән, Байыш мәктәбен элек-электән “кадрҙар тимерлеге” тип йөрөттөләр. Уны тамамлаусылар төплө белеме, эштән ҡурҡмауы, яуаплы, тормошҡа әҙерлекле булыуы менән айырылып тора. Миҫал эҙләп алыҫ китәһе түгел: үҙебеҙҙең районда ла етәксе урындарҙа эшләүселәрҙең байтағы Байышта белем алған.
Кисә башланып, беренсе булып һүҙ алған мәктәп директоры Хәмит Назаров был хаҡта ғорурланып әйтте. Эйе, һәр белем усағының эш һөҙөмтәһе – уҡыусыларының күңелдәренә ятҡан һөнәр алып, тормошта үҙ урынын табып, бәрәкәтле ғүмер кисереүе. Мәктәп данын уҡыусылары күтәрә. Был тәңгәлдә иһә Байыш мәктәбенең ғорурланырлыҡ уҡыусылары байтаҡ. Биш кеше – Нәжип Ураҙов, Зыяитдин Ураҙов-Өҫҡайнаҡ (З. Вәлидиҙең арҡаҙашы), Ирек Аҡманов, Айрат Ишемйәров, Айрат Назаров – фән докторы, профессор дәрәжәһенә эйә, Алмас Аҡманов – БДУ профессоры, физика-математика фәндәре кандидаты. Тағы ун бишләгәне фән кандидаты дәрәжәһенә эйә.
Филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сәлимйән Ғүмәров, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Марат Назаров, Долорес Әхмәтова, Фәтих Саматов, Долорес Бикмөхәмәтова, Миңзәлә Арыҫланова, Фәриҙә Бәхтейәрова, Гөлкәй Ҡужина, Алма Ҡолдәүләтова, “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсында еңеүсе, Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Йылҡыбаева һәм башҡаларҙың исемдәре оло ихтирам менән телгә алынды.
“Рәсәй белем биреү тармағы һуңғы йылдарҙа бихисап үҙгәреш кисерҙе, яңылыҡ артынан яңылыҡ китте. Йәмғиәттә ризаһыҙлыҡ тыуҙы, дәғүәләр артты. Тик ваҡыт үҙенекен иҫбатлай, тормош нигеҙе, асылы барыбер хеҙмәттә! Баланы эштән ҡурсаларға ярамай. Төп тәрбиәсе – тормош. Бала бәләкәйҙән уның эсендә ҡайнап, ыңғай, кире яҡтарын күреп, тәжрибә туплап үҫергә тейеш. Йәштәрҙе эштән, физик йөкләмәләрҙән түгел, социаль афәттәрҙән – наркотиктарҙан, эскелек, әҙәпһеҙлек кеүек кире күренештәрҙән һаҡлау зарур. Был тәңгәлдә ғорурланып, Байыш мәктәбе быуатлыҡ тарихында тап хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү аша балалар күңеленә ватансылыҡ, тыуған ерҙе яратыу тойғоһо һалырға тырыша, тип әйтә алам. Мин уҡығанда шулай булды, хәҙер ҙә ошо йүнәлеш дауам итә. Әле иҫкә төштө, үҙебеҙ үҫтергән, етештергән продукция менән өс йыл уҡыусыларыбыҙ ашханала бушлай туҡланды – бына бит хеҙмәт һөҙөмтәһенең ябай бер миҫалы. Кешене кеше иткән – хеҙмәт, эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн икәнлегенә баҫым яһалды”, – тине Хәмит Әхмәт улы.
Ул шулай уҡ тарих төпкөлөнә күҙ һалып, 1917 йылдың көҙөндә Байыш ауылында ауыл муллаһы Харис Ураҙов тырышлығы менән беренсе баҫҡыслы мәктәп асылыуын бәйән итте. Үҙе бер нисә йыл уҡытыусы, мөдир булып эшләй. Ул ваҡытта ошо мәктәп бай тарихлы белем усағына әүерелер, бөтә тирә-яҡ балалары ошонда ғилем алырға тырышыр тип кем уйлаһын...
Ураҙовтарҙың даны Башҡортостанда ғына түгел, донъяға таралыр тип хатта Харис олатай үҙе лә хыялланмағандыр. Уның улы Нәжип Ураҙов заманында Европаның күп илдәрендә туҡыма етештереү технологиялары хаҡында лекциялар уҡып йөрөй. Зыя Ураҙов иһә – бөтә төрки донъяһында билдәле шәхес. Харис мулланың иң кесе улы Фәтих Ураҙовтың исеме Өфөлә сыҡҡан “Билдәле шәхестәр тормошо” тигән китапҡа ингән.
Ошо һоҡланғыс кешеләр тормошоноң инеш башы – Байыш мәктәбе. Һуңғараҡ бында Сара Сағырова, Зәйнәп Ураҙова, Минһаж Татлыбаевтар уҡыта. 1924 йылдан мәктәптә Ибраһим Исхаҡов эш башлай. Ауыл халҡын ойоштороп, буратып, ике йорттан торған яңы мәктәп бинаһын төҙөтә. Аслыҡ йылдарында иһә, ярҙамсы хужалыҡ ойоштороп, балаларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итә. “Байышта ашатып уҡыталар икән” тип бөтә тирә-яҡ ауылдарҙан балалар уҡырға бында юллана. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Ибраһим Исхаҡов Ленин орденына лайыҡ була.
1937 йылда мәктәп ете йыллыҡ итеп үҙгәртелә, яңы ҙур бина төҙөлә. Директор итеп Ғайса Аҡманов билдәләнә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла уҡыу йорто ябылмай. Төрлө ауылдан йыйылған балалар ас, кейем юҡ, аяҡта сабата, күптәренең атаһы йә ағаһы һуғышта һәләк булған, әммә уҡыуға, белем алыуға ынтылыш көслө! Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа тәүҙә – дәрестә, унан һуң колхозда төнгәсә эштә. Бына шулай яуланған еңеү!
Әлбиттә, 100 йыллыҡ мәктәптең юғалтыу­ҙары ла байтаҡ. Күп кенә уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренән һуң яҡты эҙ ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күскән. Уларҙы иҫкә алып, исемдәре атап үтелде. Әйткәндәй, юбилей айҡанлы күңел түрендә һаҡланған иҫтәлек­тәрҙән йыйынтыҡ туплап сығарылды, унда ла бик күп исемдәр телгә алынған. Биләмә буйынса һәр ауылдың үҙ шәхестәренә бағышлап альбомдар эшләүе һөйөнөслө.
Мәктәп юбилейы – мәғрифәт һәм мәҙәниәт байрамы. Ул йөҙ йыллыҡ быуындар бәйлә­нешен, күсәгилешлеген хәстәрләй, быуатлыҡ тарихыбыҙҙы, билдәле шәхестәребеҙҙең исемдәрен, эштәрен, ҡаҙаныштарын аныҡлай. Бөгөн күптәр мәктәбебеҙҙең 100 йыллыҡ тарихын ғына түгел, илебеҙ тарихын, йәшәйешен, фәһемле ваҡиғаларын күҙ алдына килтерәлер, сөнки кешенең, йәмғиәттең мәнфәғәттәре иң тәүҙә мәктәптә берләшә. Беҙҙең киләсәк ошонда сүкелә. Илебеҙ ниндәй генә ҡатмарлы осорҙар, боролоштар кисермәһен, унда мәктәп мотлаҡ булырға, йәшәргә тейеш. Теләһә ниндәй осорҙа ла йәш кеше шәхесен уҡытыу, тәрбиәләү бурысы бар. Тормош менән бергә атлап, хатта унан алдараҡ барып, мәктәп йәмғиәткә алмаш әҙерләй – был фекер байрам ҡунаҡтары – Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин, БДУ профессорҙары Ирек Аҡманов, Айрат Назаров, оҙаҡ йылдар “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы мөхәррире булған Сәлимйән Ғүмәров һәм башҡаларҙың сығыштарында асыҡ сағылды.
Байыштарҙы юбилей уңайынан тәбрикләп, Әлфәрис Сәлихйән улы мәктәпкә 25 мең һумлыҡ сертификат, байрамға әҙерлек барышында ҙур тырышлыҡ һалған урындағы биләмә башлығы Ғәли Күсәрбаевҡа, мәктәп директоры Хәмит Назаровҡа район хакимиәтенең Почет грамотаһы һәм сертификат тапшырҙы. Шулай уҡ байтаҡ уҡытыусылар, техник хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде.
Уҡыусылар иһә бик оҫта әҙерләнгән концерт күрһәтте. “Йылдар буйы шөғөлләнгән сәнғәт мәктәбе уҡыусыларынан бер ҙә ҡалышмайҙар ҙа баһа!” – тип тел шартлатты халыҡ, балаларҙың өҙә баҫып бейеүҙәренә, йөрәктәргә еткерерлек итеп йырлауҙарына ҡарап. Уларҙың дәрте тамаша ҡылыусыларға ла күсте: осрашыуға килгән мәктәптәштәр үҙҙәре лә йырланы, бейене. Байрамдан һәр кем ҡәнәғәт булып, йөрәк утын дөрләтеп, күңеленә ялҡын өҫтәп, көс-дәрт алып таралышты.


Ейәнсура районы.