Ерле халыҡтар телдәренә иғтибар арта

29-09-2017, 00:18 // Белем һәм тәрбиә, Телгенәм - бергенәм // Баҫып сығарырға
Ерле халыҡтар телдәренә иғтибар арта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 2019 йылды Халыҡ-ара ерле халыҡтарҙың телдәре йылы тип иғлан итте. Бының маҡсаты – телдәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеү.
Ошо башланғысты ойошманың барлыҡ ағзалары, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы ла хупланы. Был турала БМО секретариатының Европа башҡорттарына яуап хатынан билдәле булды. Әйткәндәй, милләттәштәребеҙ башҡорт телен яҡлауҙы һорап БМО-ға мөрәжәғәт иткәйне.
– Был проблема бик күп ерле халыҡтарға хас. Ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында ҙур борсолоу тыуҙыра. Былтыр ерле халыҡтарҙың телдәре буйынса эксперттарҙың кәңәшмәһен ойошторҙоҡ. Унда ошо мәсьәләләр ҡаралды, – тиелә хатта.
Швейцарияла йәшәгән милләттәшебеҙ Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес хәбәр итеүенсә, уларға ошо кәңәшмә документтарын ҡарарға, артабанғы ғәмәлдәр стратегияһын төҙөү өсөн конференцияла сығыш яһаған белгестәр менән бәйләнешкә