Ғилем – мәңге һүнмәй торған ут

6-10-2017, 00:15 // Белем һәм тәрбиә // Баҫып сығарырға
Ғилем – мәңге һүнмәй торған ут Изге башланғыстарға дәртләндергән, үҙенең өлгөһөндә күркәм тәрбиә биргән, ҙур маҡсаттар менән йәшәргә өйрәткән мөғәллимдәрҙең күңелдәре шат, йөҙҙәре ҡояштай балҡый, йөрәктәре тулы моң, сөнки улар һөнәри байрамын билдәләй. Әйткәндәй, нәҡ Уҡытыусылар көнөндә алдынғыларҙы тантаналы шарттарҙа ҡотлап, бүләк биреү йолаһы республикабыҙҙа күптән килә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов иң-иңдәргә наградалар тапшырғанда йәмғиәттә уҡытыусының һәр саҡ ҙур урын биләүенә айырым баҫым яһаны.

Салауат Тәлғәт улы белде­реүенсә, 1 сентябрь һәм 5 октябрь – уҡытыусыларҙы йылы хәтирәләр менән иҫкә алыу һәм ҡотлау өсөн уңайлы көндәр, һәр беребеҙ яҙырға һәм уҡырға өйрәткән апай-ағайҙарын ғүмере буйы иҫләй, хөрмәт күрһәтә.
– Һеҙ – илебеҙҙең ғорурлығы, фиҙакәр хеҙмәтегеҙ менән дөйөм үҫешкә тос өлөш индерәһегеҙ, – тине вице-премьер республикабыҙ Хөкүмәте исеменән ҡотлап. – Һәммәгеҙ ҙә көн һайын тирә-яҡҡа нур һибәһегеҙ, шытымлы орлоҡтар сәсәһегеҙ. Ваҡыт иҫәбенә тир түгеү үҙ һөҙөмтәһен, әлбиттә, бирмәй ҡалмай. Быға барыбыҙ ҙа шаһит.
Салауат Сәғитов “Башҡортос­тандың 100 объекты” исемлегенә мәғариф тармағының да инде­релеүе, шулай уҡ һуңғы йылдарҙа балалар баҡсаларының йылдам төҙөлөүе, 2025 йылға тиклем икенсе сменала уҡыуҙы хәл итеү тураһында ла бәйән итте.
Был юлы Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән 34 уҡытыусы матди дәртләндереү алып, ҡыуаныслы мәлдәр кисерҙе. Шул иғтибарға лайыҡ, бойҙай араһындағы арпа шикелле күренгән берҙән-бер ир-ат мөғәллим Илгиз Ғиләжев (Ағиҙел ҡалаһындағы 1-се мәк­тәптең физика уҡытыусыһы) әйтеүенсә, ул бәләкәйҙән яҙмы­шын мәктәп менән бәйләргә уй­лаған, ҡыҫҡаһы, хыялын тормошҡа ашырған.
Бүләкләнеүселәр араһынан Өфө ҡалаһындағы 2-се башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвера Янбаеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, әлеге егет һәм ҡыҙҙарҙың ҡыҙыҡһыныусанлығы, төрлө идеялар менән яныуы, инициативалы булыуы шәхсән уның өсөн ҙур шатлыҡ. Балаларға ниндәй ҡараштаһың, улар һиңә лә шундай уҡ мөнәсәбәттә ҡаласаҡ.
– Ғилем – мәңге һүнмәй торған ут, – тине 22 йыл педагогик стажы булған Эльвера Ислам ҡыҙы. – Мәктәп минең өсөн тормош мәғә­нәһен аңлата.
Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әһәҙуллина иһә коллегаларына кәңәштәрен бирҙе, маҡсаттан тайпылмаҫҡа өндәне, ә мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова әйтер теләктәрен шиғыр юлдарына һалып еткерҙе.