Һүҙ тәьҫире Бергә эшләгән бик һөйкөмлө, матур, ипле, аҡыллы Нәзифә исемле бер ҡатын, үҙ эсенә бикләнеп, ауырыуға һабышҡан кеше кеүек өндәшмәҫкә әйләнде лә ҡуйҙы. Тулы, йомро ғына кәүҙәһе шиңгәндән-шиңә барҙы. Эс серен белергә теләйем, ҡайғыһы булһа, уртаҡлашайым, ярҙам кәрәк булһа, ҡулдан килгән тиклем ярҙам итәйем тигән ниәт менән һүҙ башлап ҡарайым. Юҡ, өндәшмәй — эстән һыҙа. Бер көн эштән ҡайтырға бергә сыҡтыҡ. Нәзифә автобус ишегенән инде лә мөйөшкә генә һыйынып баҫты.

— Әйҙә, алда урын бар. Улты­райыҡ, — тинем. Баш тартты.
— Оялам, — ти.
— Нимәнән оялаһың?
— Йәмһеҙлегемдән.
— Кем йәмһеҙ? Һинме? Ниңә улай тиһең? — Мин аптырап киттем.
— Ирем шулай ти. “Һинең менән урамда йөрөргә лә оялам. Ауылда ғына ҡәҙимге күренгән­һең икән. Бында әҙәм ҡарағы­һыҙһың”, ти.
Эштең ниҙә икәнлеген аң­ланым. Иртәгә­һенә бергә эшләгән ҡатын менән кәңәш­ләштек тә бик матур күлдәк һатып алдыҡ. Теге ҡатын, үҙемә алғайным, тар булды, кейеп ҡара әле, тип әйтергә тейеш ине.
Нәзифә күлдәкте кейеп ҡара­ны. Матур зәңгәр күҙҙәренә зәң­гәр төҫтәге күлдәк килешә, тәненә кипсәлеп кенә тора, йөҙөн дә асып ебәрҙе. Нәзифә көҙгөгә ҡарап моңһоу ғына йылмайып ҡуйған булды.
— Ал. Бигерәк килешә бит, – тибеҙ.
— Аҡсам да юҡ, ирем менән кәңәшләш­мәйенсә алыу ҙа уңайһыҙ.
— Аҡсаһын яйлап түләрһең әле. Ашыҡ­тырмайбыҙ. Эш хаҡы алған һайын аҙлап бирерһең йәки өҫтәмә эш алырһың.
Өгөтләй торғас, күлдәкте алдырт­тыҡ. Бергә эшләгән ир-егеттәрҙең дә күҙенә са­лынды был үҙгәреш, улар ҙа маҡтау һүҙ­ҙәре әйтте, һүҙ һыйырлыҡ, сер һатмаҫ­лыҡ кешеләр аша уның матур ҡатын икәнлеген зиһененә һалдыҡ. Эш аҙыраҡ көндәрҙә кино ҡарарға, магазиндар­ға йөрөргә лә эйәрттек. Беҙ тегендә-бында барған саҡта, башым ауырта, ауырыйым, тип һыл­тау­лап ултырып ҡалғанлығының сәбәбенә төшөндөк. Урамда ла кешенән йәшеренмәй, оялмай, кәүҙәһен тура тотоп, текә баҫып йөрөй башланы.
Ярты йыл да үт­мәне, бына тигән сибәр ҡа­тын­ға әйләнде Нәзифә­беҙ. Ире үҙе көн­лә­шә башланы, эштән ҡар­шы килеп алыр булып китте.

Рубриканы
Мәрйәм БУРАҠАЕВА
алып бара.