Дуаль белем биреү. Бармы ул беҙҙә?

30-11-2017, 13:58 // Белем һәм тәрбиә // Баҫып сығарырға
Дуаль белем биреү. Бармы ул беҙҙә? — Уйланылған һөнәри йүнәлештең бөтә уҡыу йорттары өсөн төп темаға әүерелеүе, уҡыусылар өсөн һөнәрҙәр, предприятиелар менән виртуаль һәм реаль танышыуҙың ҡыҙыҡлы ойошторолоуы мөһим, — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һәр йылғы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда Рөстәм Хәмитов. — Был эшкә тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары, эш биреүселәр берекмәләре, эшҡыуарлыҡ ҡушылырға тейеш.
Төбәк етәксеһе дуаль белем биреү сифатын күтәреү зарурлығын билдәләне. Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, шул саҡта уҡыу йортон тамамлаусылар яҡшы технологик әҙерлекле таныш етештереү майҙансыҡтарына киләсәк.