ЫРЫМЛЫ ДАЛА ЕРЕМ ҺИН, МИНЕҢ ЫРЫМБУРЫМ!

22-12-2017, 00:02 // Белем һәм тәрбиә // Баҫып сығарырға
ЫРЫМЛЫ ДАЛА ЕРЕМ ҺИН, МИНЕҢ ЫРЫМБУРЫМ!Яҡташтары ижад кисәһен үткәрергә саҡырғас, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты, күренекле шағир Хисмәтулла Юлдашев — билдәле прозаик, Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза секцияһы рәйесе, “Ағиҙел” журналы мөхәррире Сабир Шәрипов, филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Зәйтүнә Шәрипова, шағир һәм тәржемәсе Сергей Янаки, филология фәндәре кандидаты, республика Әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре Ғәҙилә Бүләкова, Татарстандың М. Йәлил,
Ғ. Туҡай исемендәге премиялары лауреаты, шағир Ғәзинур Морат, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, шағирә Тамара Искәндәриә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш мөхәррире Рәйсә Абдуллина, Хәйбулла районының Аҡъяр мәҙәниәт йортонан йырсы Гөлфиә Хәләфетдинова менән бергәләп туған далаһына – Ырымбур өлкәһенә сәйәхәткә юлланды.



Шарлыҡтан алыҫ түгел данлыҡлы Мостафа ауылында Муса Йәлилдең мемориаль музейында булыу, мәктәп уҡыусы­лары менән осрашыу был сәйәхәттең мәртәбәһен күтәрҙе. Балаларҙың Хисмә­тул­ла Юлдашевтың шиғырҙарын шундай ихлас итеп башҡарыуы күңелдәргә һеңеп ҡалды. Әсәһе яғынан өләсәһе ошо ауылдан булғанғамы икән, шағирҙың ижадын ихтирам итеүҙәре, өйрәнеүҙәре күренеп тора. Ә инде заманса йыһазландырылған мемориаль музей Муса Йәлилдең бөтә ғүмер юлын тулыһынса асып һала, уның “Моабит дәфтәре”нән үлемһеҙ юлдар яңғырағанда бер кем дә тыныс ҡала алмайҙыр!
Северный ҡасабаһында ҡунаҡтарҙы ошондағы мәктәптә ҡырҡ йылдан ашыу директор булып эшләгән Флүзә Миңлебай ҡыҙы Адаҡаева яҡты йөҙ менән ҡаршылап, милли аш-һыу менән һыйланы. Артабан Туҡ йылғаһы үренә — Иҫәнгилде ауылына оҙатты.
Иҫәнгилделәр юлсыларҙы дүрт күҙ менән көтөп торған. Хисмәтулла яҙыу­сылар, Башҡортостан телевидениеһын алып ҡайта тигәс, былай ҙа төрлө фольклор байрамдарында ал бирмәгән ауылдаштары тағы ла тырышыбыраҡ әҙерлән­гән. Әле яңыраҡ ҡына Мәскәүҙәге яҡташ­тары Әлфиә Агеева ойошторған Туҡсоран башҡорттары фольклор бәйгеһендә уңышлы сығыш яһағайнылар. Хатта Александровск районы хакимиәте башлығы Александр Петрович Писарев, Новомихайловка ауыл хакимиәте башлығы Анатолий Николаевич Агрызков һәм Кәнсер ауылында йәшәгән эшҡыуар Тәлғәт Итҡолов ярҙа­мында баш ҡалабыҙ Мәскәүгә лә барып, башҡорт йолаларын күрһәтеп ҡайттылар.
Был юлы ла клуб мөдире Рәйсә Сарбаева, мәктәп директоры Рүзилә Сарбаева, музыка уҡытыусыһы Рәйлә Булташева, уҡытыусылар һәм уҡыусылар коллективы, алып барыусылар Наил Агишев, Әлмира Юлдашева, “Инеш” балалар фольклор ансамбле, “Хазина” фольклор ансамбле, балалар баҡсаһы кескәйҙәре — барыһы ла бер төптән булып, рухланып, илһамлы ижад кисәһе үткәрҙе. Шулай уҡ Туҡ буйы ауылдары Ҡотос, Аҡтин, Ҡайыпҡолдан яҡташтары, Соран буйы Әхмәр ауылынан йырсы-композитор Флүзә Хәлитова ла байрамға нур өҫтәне. Ә инде Хәйбулла далаларында ултырған Иҫәнгилде ауылы ҡыҙы, билдәле йырсы Гөлфиә Хәләфет­динова гармуны, ҡумыҙы, дәртле йыры менән берәйһен һоҡландырмай ҡалдымы икән?! Яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың, ғалимәләрҙең ялҡынлы, аҡыллы, уйлан­дырырлыҡ сығыштарын, ауылдаштарының йыр-моңон иҫәнгилделәр көслө алҡыштар менән оҙатты. Туған моңдарға, туған телдә яңғыраған төплө фекерҙәргә битараф ҡалып буламы һуң?!
Ә сәхнәгә шағирҙың әсәһе Сәлимә апай күтәрелгәс, зал, шымып ҡалып, ни әйтерен көттө. Уның ябай ҙа, тормошсан да фәлсәфәле һүҙҙәре, һәр әсәнеке һымаҡ, донъяға, балаларға изгелек теләүҙән тыуғайны! Ғәзинур Морат, елкенеп, дала тураһында шиғыр уҡыһа, Сабир Шәрипов Ырымбур тарихын байҡаны, ә Зәйтүнә Шәрипова ошо яҡтан сыҡҡан Сәғит Агиш, Ғабдулла Амантай мираҫын телгә алды. Ғәҙилә Бүләкова иһә, Хисмәтулла ижады­ның үҙенсәлектәренә туҡталып, уның “Йомран” шиғырын тасуири һөйләгәйне, тамашасылар гөр килеп ҡул сапты. Тамара Искәндәриә балалар баҡсаһына “Аҡбуҙат” журналын яҙҙырыу сертификатын, китабын бүләк итте.
Ырымбурға юлға сыҡҡан иртәлә “Вечерняя Уфа” гәзитендә Сергей Янаки тәржемәһендә Хисмәтулла Юлдашевтың рус телендә шиғырҙары донъя күргәйне. Кисә алдынан Александровск районы башлы­ғының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Сергей Николаевич Калабугин ошо гәзиттәге шиғри шәлкемде уҡып ултырҙы ла сәхнәнән берәүһен уҡып ишеттерҙе. “Был кисә Рәсәйҙә йәшәгән халыҡ­тарҙың берҙәмлеген һынландырҙы, — тине ул. — Халыҡтар дуҫлығы һәм улар­ҙың туған мәҙәниәте, теле һаҡланыуы менән көслө ул Рәсәй”.