Кем ул әйҙәүсе уҡытыусы?

26-12-2017, 00:04 // Белем һәм тәрбиә // Баҫып сығарырға
Кем ул әйҙәүсе уҡытыусы?Рәсәй мәғариф министры Ольга Васильева уҡытыусыларҙы дәртләндереүҙе күҙ уңында тотҡан хәбәрҙе халыҡҡа еткерҙе. Уның шул тиклем бәхәс тыуҙырыуын берәү ҙә көтмәгәйне. Педагогтарҙың бер төркөмө чиновникты хупланы, икенселәр ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ольга Юрьевнаның һүҙҙәренә ҡарағанда, 2018 йылдан да ҡалмай, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен эшенең ҡатмарлы булыуынан һәм сифатынан сығып, өс төркөмгә – “әйҙәүсе уҡытыусы”ға, “өлкән уҡытыусы”ға һәм “уҡытыусы”ға – бүлеп ҡараясаҡтар. Әлбиттә, уларҙың һәр береһе профессиональ стандарт менән нығытыласаҡ.

Шунда уҡ келт итеп совет осорондағы мәғариф системаһына индерелгән күптәргә таныш яңылыҡ иҫкә төшә. 1985 йылда дөйөм белем биреү мәктәптәренең хеҙмәткәрҙәре өсөн эске хеҙмәт тәртибе ҡағиҙәһе булдырыл­ғайны. Ул әлеге лә баяғы йыш телгә алынған профстандартты әҙме-күпме ҡабатлай ҙа ине шикелле. Элек аттестация һөҙөмтәләре нигеҙендә бүтәндәрҙән күпкә өҫтөн педагог­тарға “уҡытыусы-методист” һәм “өлкән уҡытыусы” исемдәре бирелеүен хәтерләй­һегеҙ­ҙер, шулай уҡ “тәрбиәсе-методист” һәм “өлкән пионервожатый-методист” тип тә аталдылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлгөрөп етмәгәс, реформа үҫешә алманы, ул үткән быуаттың һынылышлы 90-сы йылдар башында үҙенән-үҙе “йәшәүҙән туҡтаны”. Ә 1993 йылда иһә министрлыҡ етәкселеге педагогик хеҙмәткәрҙе аттестациялау тураһында сираттағы положениены раҫланы. Тегенең урынына “беренсе”, “икенсе” һәм “юғары” квалификациялы категорияларҙы индерҙеләр. Уның буйынса, уҡытыусылар белемле булыуҙарын биш йылға бер тапҡыр раҫлап торорға тейеш ине, үҙ сиратында, категорияның ҡайһыныһына ҡарап, эш хаҡына өҫтәп түләүҙәр ҙә башҡарылды.
Ғөмүмән, илебеҙҙең мәғариф тарма­ғындағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеп өлгөрөү мөмкин түгел. Берҙәм дәүләт имтиханының индерелеүе, ГТО нормативтары буйынса балл өҫтәлеү һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
Уҡытыусы иң абруйлы һәм яуаплы һөнәрҙәрҙән иҫәпләнә. Тиккә генә мөғәллимде үҙе янып башҡаларға яҡтылыҡ өләшеүсе шәм менән сағыштырмайҙар. Айырып ҡарау кәрәк булдымы икән? Бигерәк тә хәҙер. Асылда ябай халыҡтың аңында ике генә төркөм бар – “йәш уҡытыусы” менән “өлкән уҡытыусы”. Осраҡлы рәүештә был һөнәрҙе һайламайҙар, уҡытыусы булып тыуырға кәрәк. Карьера эшләү өсөн мәктәпкә килгәндәр күптән инде класс ишеген асып инмәй, үҙ һөнәрен яратҡандар ғына балалар янында ҡала. Илебеҙҙең Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев, күп аҡса эшләү өсөн бизнесҡа барырға кәрәк, тигәс, ҡайһы берәүҙәр шул юлды һайланы түгелме?
Нимәгәлер тиңләшергә, юғарыға үрләргә стимул бар, тиерһегеҙ. Миңә ҡалһа, түбән эш хаҡын алып, кемдең “әйҙәүсе уҡытыусы” йәки “өлкән уҡытыусы” исемен күтәреп йөрөгөһө килһен!? Әгәр ундай бүленешкә юл ҡуйыла ҡалһа, әйтәйек, йәш белгестең, тимәк, кисә генә мәктәп тупһаһы аша атлап ингән уҡытыусының да яҡшы һөҙөмтәләр биреүе бар бит әле. “Әйҙәүсе”ләргә һәм “өлкән”дәргә ҙур эш хаҡы түләнеүе тиһәк, быныһы инде икенсе мәсьәлә.
Шул иғтибарға лайыҡ, мөғәллимдәр бүтән эште күҙ алдына ла килтерә алмай. Мәктәп – икенсе йорт, ә уҡытыусы икенсе ата-әсә ролен үтәһен өсөн, һәр береһе ҡулынан килгәндең барыһын да тормошҡа ашыра.
Бөгөнгө педагогты түңәрәктә бер туҡтауһыҙ әйләнгән тейенгә тиңләйҙәр. Хатта уҡытыу­сының бер ставкаһына магазиндан бер нәмә лә алып булмай, ә ике ставкаға эшләгәндең ашарға ваҡыты ҡалмай тигән көләмәс тә барлыҡҡа килде. Һүҙ ҙә юҡ, класс етәксеһе кеүек яуаплы вазифа биләгәндәр, кабинетҡа яуаплылар, тейешлеһенә ҡушып өҫтәмә ставка алғандарҙың хеҙмәт хаҡы башҡаларҙыҡына ҡарағанда артығыраҡ. Шуларға репетиторлыҡты ла өҫтәһәң...
Бер ваҡыт мәғариф системаһында уҡытыу­сылар өсөн сираттағы “дәртләндереү” сараһы пәйҙә булғайны. Әүҙем, төрлө идеялар менән яныусылар эш хаҡынан тыш өҫтәмә түләүҙәр алып иркен йәшәп алды. Әйткәндәй, ул да уңышһыҙ проект тип табылды, киләсәге булманы. Баҡтиһәң, фармандарым үҙ ҡулымда тигәндәй, директор алдынғылар исемлегенә кемде индереү-индермәүҙе шәхсән үҙе генә хәл иткән. Кемдәргә бәхет йылмайғанын төҫмөрләгән­һегеҙҙер. Ул осорҙо етәксе менән ихлас бүлешкән туған-тыумасаһы, дуҫ-иштәре, ҡуштандары һаман да һағынып һөйләй икән. Был осраҡта ла шулай килеп сыҡмауына кем гарантия бирер?! Үгәй балаларҙың ғүмер буйы “уҡытыусы”нан йыраҡ китмәүе, ә яратҡандарҙың “әйҙәүсе” йәки “өлкән” исемен алыуы көн кеүек асыҡ. Ҡыҫҡаһы, уҡытыусының эш хаҡын арттырып ҡына уның статусын күтәрергә мөмкин. Был бәхәсһеҙ.