“Аҡ тирәк, күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?!”

27-12-2017, 00:06 // Белем һәм тәрбиә // Баҫып сығарырға
“Аҡ тирәк, күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?!”Быуат-быуат тарихыбыҙҙа балалар уйындары халыҡ ижадының тәү ын­йыларын тәшкил итә. Һәм кескәйҙәр өсөн ваҡыт уҙғарыу йәки күңел асыу рәүеше генә түгел, ә баланы һәр яҡлап үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Етеҙ һәм сос булыу, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ынтылыш, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек кеүек ҡиммәттәрҙе ҡәҙерләү, туған телдә иркен аралашыу кеүек сифаттар тәрбиәләй улар.

Баш ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимна­зия­һында “Башҡорт балалар фольклор уйындары” төбәк-ара фести­ва­ленең икенсе этабы үтте. Конкурс­тың беренсе этабында интернет селтәрендә мәктәп уҡыусы­лары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеү­се­ләренән ҡабул ителгән видеояҙ­малар һайлап алынды. Республикала беренсе тапҡыр уҙға­рыл­ған был сара 2020 йылда беҙҙә үтәсәк Бөтә донъя фольклор байрамына әҙерлек сиктәрендә Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары ярҙа­мы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо. Фестивалдең тәүге этабында илле балалар коллективы ҡатнаш­һа, икенсе турға Өфө, Сибай, Бәлә­бәй, Күмертау ҡалалары, Хәйбулла, Учалы, Бәләбәй, Баймаҡ, Салауат, Мәсетле, Әлшәй, Ейәнсура райондары балалар баҡсалары, мәктәп­тәре, гимназиялары вәкилдәре үтте.
Кескәйҙәр бөгөн көндәлек тормоштарынан төшөп ҡалған һирәк осраған “Ситән үреү”, “Бү­кән ҡайыш”, “Еҙ бүкән”, “Ҡылыс”, “Һөйәк”, “Туп соҡор”, “Һуҡыр тәкә” кеүек үҙенсәлек­ле һәм матур халыҡ уйындарын сәхнәгә сығарыр алдынан йәрәбә тартып, һынамыш әйтеште, үҙҙәре менән ижади итеп таныштырҙы. Бөтә был тамаша ысын мәғә­нә­һендә бәләкәй генә тәрбиә уйын майҙансы­ғын хәтерләтте.
Балаларҙың уйындарын ил инә­ләре, халыҡ тәр­биәсеһе Мәрйәм Бураҡаева һәм аҡ һүҙле Альбина Исхаҡова, Башҡорт халыҡ ижады үҙәге­нең фольклор белгесе Гөлгөнә Баймыр­ҙина, Баш­ҡорт дәүләт университеты профессоры Гүзәл Вилданова, йырсы-композитор Нурия Абдуллина, телсе ғалимә Ғәҙилә Бүләкова­лар баһаланы. Байрамда ҡатнашыусылар араһында сослоғо, етеҙлеге, батырлығы менән айырылып торған еңеү­селәр билдәлән­де, уларға иҫтә­лекле бү­ләк­тәр тапшырылды.
Киләсәктә был фестиваль йыл һайын үткәре­лер, ә үҫеп килгән йәш быуын быуаттар менән һыналған халыҡ тәрбиә алымдары ярҙамында тәрбиәләнер тигән өмөттә ҡалабыҙ.