Заманса юлдан заманса тиҙлектә

27-12-2017, 00:06 // Белем һәм тәрбиә // Баҫып сығарырға
Заманса юлдан заманса тиҙлектәЯңы йылды республика уҡытыусылары ҙур ҡаҙаныштар менән ҡаршылай. Бер нисә белем усағының асылыуы, мәктәп һәм балалар баҡсаларында ремонт эштәре башҡарылыуы, ҡыҙ һәм егеттәрҙең төрлө конкурстарҙан еңеү менән ҡайтыуы, педагогтарҙың ижади бейеклектәр яулауы һәм башҡа уңыштар – шуға асыҡ миҫал.


Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов педагогтар менән осраш­ҡанда белдереүенсә, бер­гәләшеп мәғариф системаһы үҫеше тура­һын­да фекер алышыу, көнүҙәк мәсьәлә­ләрҙе хәл итеү юлдарын табыу күпкә отошло. Бигерәк тә әле мәғариф тар­ма­ғы үҙгәрештәр кисергәндә быға оператив рәүештә иғтибар бүлеү зарур. Бөгөнгө стратегик бурыс – мә­ғариф система­һын заманса рельс­тарға йүнәлтеү, уны тормош йәмәғәт­се­ле­генең яңыртылған локомотивына әүерелдереү.
Әйткәндәй, уңыш-бейеклектәр тура­һында һүҙ йөрөткәндә, телгә алырлыҡ миҫалдар бихисап. Мәҫә­лән, Дим районының Дим биҫтәһен­дә, Киров районының Колгуевский биҫтә­һендә һәм Нуғай ауылында заманса мәктәптәр тө­ҙөл­дө. Улай ғына ла түгел, республикабыҙ­ҙың бер нисә районында мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары файҙаланыуға тапшы­рылды. Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғол, Бүздәк районы үҙәге Бүздәк, Ғафури районы үҙәге Красноусол, Тәтеш­ле районы үҙәге Үрге Тәтешле ауылдарында, йәнә Благовещен, Дәү­ләкән, Яңауыл ҡалала­рын­да белем усаҡ­тары сафҡа ингән. Балаларҙың да, уҡытыу­сыларҙың да, ата-әсәләрҙең дә шат­лығы сикһеҙ.
Ғөмүмән, һуңғы биш йылда ғына респуб­лика­быҙҙа 15 565 урынға иҫәп­ләнгән 100 балалар баҡсаһы, шулай уҡ 32 мәктәп (күбеһе яңынан төҙөл­гән) файҙаланыуға тапшы­рылған.
Рөстәм Зәки улының һүҙҙәренә ҡарағанда, заман менән бергә атлау өсөн мәғариф ойош­маларына эшмә­кәр­леген үҙгәртеп ҡороу, уларҙы яңы эш алымына күсереү кәрәк. Был йә­һәттән ил Президенты, Рәсәй Хөкү­мәте, Мәғариф һәм фән министрлығы ҙур тырышлыҡ һала.
Йыл һайын республиканың мәға­риф система­һына һиҙелерлек күләм­дә аҡса (30 миллиард һумдан ашыу) йүнәлтелеүен танымау мөмкин түгел! Был – бюджеттың өстән бер өлөшө. Уға яңы мәктәптәр, балалар баҡса­лары төҙөлөүен, ремонт үткәрелеүен әйткәйнек инде, шул уҡ ва­ҡытта компьютер кластары һәм спорт залдары йыһазлан­ды­рыла, мәктәп автобустары алына, уҡытыусы­ларға эш хаҡы түләнә. Башҡортостан тармаҡҡа матди-техник базаны яҡшыртыу тәңгә­лен­дә иң яҡшылар исемлегендә.