Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Реаль эштәр” файҙа килтерә
“Реаль эштәр” файҙа килтерәҺуңғы осорҙа Учалы районында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы буйынса дүрт проект тормошҡа ашырылды. Ошо маҡсатта республика һәм район бюджеттарынан 3,7 миллион һум аҡса бүленде.
Миндәк ҡасабаһында мәктәп өсөн тәғәйенләнгән таш бина 1939 йылда төҙөлә башлай, әммә һуғыш башланыу сәбәпле, төҙөлөш эштәре 1950 йылда ғына тамамлана. Данлы тарихлы белем усағы әллә күпме уҡыусыға ҙур тормошҡа юл күрһәтә. Бөгөн бында, Миндәк ҡасабаһынан тыш, күрше Ҡарағужа, Рафиҡ, Ғәлиәхмәр, Килмәк ауылдарынан 199 бала белем ала.


– Бинаға туғыҙ тиҫтә йыл элек нигеҙ һалынһа ла, бөгөн дә ныҡлы ултыра. Һуңғы тапҡыр мәктәпкә капиталь ремонт 2002 йылда уҙғарылғайны. Тәҙрәләр ағастан булғас, ҡышҡы һалҡын көндәрҙә кабинеттарҙа температура тейешленән түбәнерәк күҙәтелде. Ауылдашыбыҙ, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рим Ғабдуллинға ошо проблема менән мөрәжәғәт иткәс, боҙ урынынан ҡуҙғалды, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы нигеҙендә беренсе ҡатта 16 тәҙрә замансаға алмаштырылды. Ошо маҡсатта 267 мең һум аҡса бүленде. Бина йылынып ҡалды, депутатыбыҙға, район һәм урындағы хакимиәткә, эштәрен намыҫлы башҡарған төҙөүселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, программа артабан да дауам итер, бинаның икенсе ҡатында ла тәҙрәләр алмаштырылыр, – тигән өмөтөн белдерҙе мәктәп директоры Гөлшат Хужиәхмәтова.
Комсомол ҡасабаһының балалар баҡсаһына күрше Ҡарт Муйнаҡ, Туңғатар ауылы балаларын да йөрөтәләр. Бөгөн бында 37 сабый тәрбиәләнә. Бина 1972 йылда төҙөлгән, шунан бирле ремонт үткәрелгәне булмаған. Дүрт йыл элек, урындар етмәгәс, өҫтәмә төркөм дә асҡандар. Муниципаль район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев менән осрашыуҙа ауыл халҡы тап ошо проблеманы күтәреп сыға. 2016 йылда “Реаль эштәр” проекты буйынса бинаның канализация системаһы яңыртыла, ә 2017-лә ремонт эштәре өсөн республика һәм район бюджеттарынан бер миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелеп, яңы тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйыла, һыу үткәреү системаһы алмаштырыла.
– Аукцион шарттары буйынса Дәүләкән ҡалаһының “Мир” фирмаһы еңеп сыҡты. Аралар алыҫ булыу сәбәпле, ремонтты башлап ебәреүҙә бер аҙ ҡытыршылыҡтар килеп сыҡһа ла, подрядсылар эштәрҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сифатлы итеп башҡарыуға өлгәште.
“Реаль эштәр”программаһы биләмә­ләргә байтаҡ социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә һәм ниндәй проблема борсоғанын халыҡ үҙе билдәләй. Әйткән­дәй, 2015 йылда беҙ тап ошо программа нигеҙендә 200 мең һумға Комсомол урта мәктәбе бинаһында яңы ишектәр ҙә ҡуйҙырттыҡ. “Реаль эштәр” артабан да дауам итер, һөҙөмтәләр көттөрмәҫ, – тип ышанысын белдерҙе Туңғатар ауылы Советы хакимиәте башлығы Альмир Рәхмәтуллин.
Комсомол балалар баҡсаһы мөдире Гөлзар Байрамғолова ла ҡыуанысын йәшермәй:
– Капиталь ремонтҡа тиклем ике ҡатлы бинаны йылытыу ҡатмарлыҡтар тыуҙыра ине, тейешле температура булмағас, балалар ҙа йыш ауырыны. Канализация системаһы ла беренсе ҡатта ғына ине. Ремонттан һуң балалар баҡсаһы йылынып, күркәмләнеп ҡалды, кескәйҙәр өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылды. Бигерәк тә быға ата-әсәләр шат.
Учалы ҡалаһының 7-се балалар баҡсаһына ла ошо программа нигеҙендә бер миллион һигеҙ йөҙ мең һумлыҡ капиталь ремонт үткәрелә. Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында төҙөлгән бина бик иҫкерә, бигерәк тә яҙлы-көҙлө музыка залының һәм бер бүлмәнең ҡыйығынан һыу тамсылап ыҙалата, тәҙрәләр иҫке булыу сәбәпле йылы тормай.
Ниһайәт, былтыр йәй беренсе кор­пустың түбәһе тулыһынса алмаштырыла. Урындағы “Энергоресурс” йәмғиәте эш­тәр­ҙе ваҡытында һәм еренә еткереп атҡара.
Көҙ иҫкереп бөткән 54 тәҙрәне “евро”ға алмаштырғас, бина бөтөнләй икенсе төҫ ала: бүлмәләрҙең эсе күркәмләнеп, йәмләнеп китә. “Ибраһимов” шәхси предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре лә эштәренә яуаплы ҡарап башҡаралар.
– Бөгөн баҡсаға 310 бала йөрөй, быға тиклем ата-әсәләр бинаның һыуыҡ булыуына дәғүә белдерә ине, ремонттан һуң хәл бөтөнләй үҙгәрҙе. “Берҙәм Рәсәй” партияһына, район хакимиәтенә йәш быуынды даими хәстәрләгәндәре өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, – тип шатлығын йәшермәне балалар баҡсаһы мөдире Зөлфиә Ильясова.
Озерный ауылының “Оҙонгүл” өлгөлө балалар бейеү ансамбле 2012 йылда ойошторола. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул районда ғына түгел, республика кимәлендә лә ҙур танылыу яулай. “Еҙ үксә”, “Уралым”, “Байыҡ” һәм башҡа әллә күпме бейеү конкурстарында Гран-приға, призлы урындарға лайыҡ була егет-ҡыҙҙар, Учалыла уҙғарылған бер генә мәҙәни сара ла уларһыҙ үтмәй тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Ансамблгә БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, балетмейстер Айбулат Әһлиев етәкселек итә.
2016 йылда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рим Ғабдуллин менән ауылда осрашыу мәлендә клуб хеҙмәткәрҙәре депутаттан “Оҙонгүл” бейеү ансамбле өсөн сәхнә костюмдары менән ярҙам итеүен һорайҙар. Вәғәҙә – иман, тиҙәр, Рим Аксель улы һүҙендә тора: “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса ансамблгә сәхнә костюмдарын тектертеүҙе хәстәрләй. Ошо маҡсатта 350 мең һум аҡса бүленә.
– 20 комплект костюмдың фасонын үҙебеҙ һайлап, заказ биреп, Өфө ҡала­һында тектерттек. Егет һәм ҡыҙҙарға бик оҡ­шай, яңы кейемдә тағы ла дәртлә­не­берәк бейегән кеүектәр, – ти ансамбль етәксеһе.
Бына шулай, халыҡтың депутаттарға биргән наказдары ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалмай, ғәмәлгә ашырыла. “Реаль эштәр” проекты һөҙөмтәләре реаль эштәрҙә күренә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Инженер, табип...

Инженер, табип... 25.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Беренсе курс студенттары өсөн яңы тормош башланды. Быйыл иң юғары балл йыйғандарҙың күбеһе медицина...

Тотош уҡырға 30

Күршеләр тифлотурнеһы

Күршеләр тифлотурнеһы 22.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Башҡортостан һәм Татарстан махсус форматтарҙа” төбәк-ара тифлотурнеһы үтте. Сарала...

Тотош уҡырға 50

Беҙҙекеләр – халыҡ-ара рейтингта

Беҙҙекеләр – халыҡ-ара рейтингта 20.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфө дәүләт авиация техник һәм Өфө дәүләт нефть техник университеттары SCImago Institutions Rankings...

Тотош уҡырға 57

Заман талабын тойоп

Заман талабын тойоп 19.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Бер нисә йыл элек республика мәктәптәрендә мәғлүмәт-китапхана үҙәктәренең барлыҡҡа килеүе...

Тотош уҡырға 79

Ике ҡеүәт берләшһә…

Ике ҡеүәт берләшһә… 18.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мэн Фаньли етәкселегендәге Ҡытай Халыҡ Республикаһының...

Тотош уҡырға 50

Ваҡытынан алда  тапшырыла

Ваҡытынан алда тапшырыла 18.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Бөрйән районында 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 108 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө тамамланып килә....

Тотош уҡырға 36

Илгиҙәрлек – күңелендә

Илгиҙәрлек – күңелендә 12.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Атайым менән әсәйемдең йәшлек ҡалаһы, мөхәббәткә юл асҡан ҡала ул Сибай. Исем кешене биҙәй, уға...

Тотош уҡырға 135

Тупаҡтарҙың шатлығы ҙур

Тупаҡтарҙың шатлығы ҙур 12.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Шулай булмайса, ниһайәт, ауыл халҡының нисәмә йыл көткән хыялы тормошҡа ашты. “Башҡортостан...

Тотош уҡырға 77

Йәштәр алға ынтыла

Йәштәр алға ынтыла 12.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Уңышлы һәм шөғөллө булыу – трендлы булыу” I республика форумы үтте. Хеҙмәт баҙарында йәш...

Тотош уҡырға 47

Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем

Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем 11.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ә белем аҡсаға һатыламы? Заманы шундай – ҡәҙерле балаң мәктәп йәшенә еттеме, уйлана башлайһың:...

Тотош уҡырға 50

Миңә — әсәй, иптәштәремә — икенсе әсәй

Миңә — әсәй, иптәштәремә — икенсе әсәй 11.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Яңы тыуған бала тәпәй баҫып, беренсе аҙымын яһағансы әле күпме тәрбиәләргә, өйрәтергә, күңел, йөрәк...

Тотош уҡырға 142

Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем!  Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл кәрәк!

Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем! Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл кәрәк! 07.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Лиза Әғәҙуллина... Был исем хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә киң билдәле. Эйе, һүҙем...

Тотош уҡырға 127