Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һин ниндәй афарин!”
“Һин ниндәй афарин!”Бала ғаиләлә үҙен яратҡандарын тойоп, белеп үҫһен өсөн ата-әсәләр ниҙәр эшләргә тейеш? Балаға үҙ һөйөүеңде аңлатыу кәрәкме? Уны нисек итеп төшөндөрөргә? Әйҙәгеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ошо һорауҙарға яуап биреп ҡарайыҡ.

Һине яратыуҙары, үҙеңде кемгәлер кәрәкле итеп тойоу — кешенең иң мөһим ихтыяжда­рының береһе. Үҫемлектәр өсөн ҡояш нурҙары нисек кәрәк булһа, эмоциональ һаулыҡ өсөн үҫешкән организмға ла был талапты ҡәнәғәтләндереү мөһим. Ә был ғаиләлә үҙен кәрәкле, ҡәҙерле, һөйөклө итеп тойғанда ғына тормошҡа ашырыла. Туған­да­рының һәм яҡындарының күңел йылыһын, хуплауын тойоп үҫкән бала киләсәктә үҙ көсөнә ышаныусан була. Балаға ҡарата һөйөүеңде нисек белдерергә? Әлбиттә, уның төрлө ысулдары бар. Беренсенән, йылы һәм яғымлы ҡараш. Һеҙ, моғайын, минең менән килешерһегеҙ, балалар һөйөү менән баҡҡан ҡарашты бик яҡшы тоя. Икенсенән, шәхес булараҡ, баланың ҡыҙыҡһыныуына иғтибар итеү. Өсөнсөнән, ваҡытты бергә үткәреү. Беҙҙең һәр беребеҙ өсөн ваҡыт — тормошта мөһим факторҙарҙың береһе. Әгәр ваҡыт етмәүгә зарланып, иғтибарҙы аҙ бүлһәк, бала ата-әсәһенең уға ҡарағанда ла мөһимерәк шөғөлдәре бар икән, тип һығымта яһаясаҡ. Дүртенсенән, һаҡ ҡына үбеп алыу, яғымлы ҡосаҡлау, ҡулдарына ҡағылып китеү ҙә һинең уға битараф булмауыңды күрһәтә.
Ғаилә психологтары баланы көнөнә бер нисә тапҡыр ҡосаҡлап алырға тәҡдим итә. Көнөнә дүрт тапҡыр ҡосаҡлау — уның үҫешенә, ә һигеҙ тапҡыр һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф булдырыуға булышлыҡ итә, ти улар. Бишенсенән, үҙеңдең яраты­уыңды балаға һүҙ менән еткереү. Түбәндәге ҡанатлы һүҙҙәрҙе ҡулланыу отошлораҡ булыр: “Һин ниндәй афарин!”, “Һин минең аҡыллым!”, “Һинең булыуың — үҙе бер бәхет!”, “Миңә һинең менән күңелле!”, “Һин шундай һәләтле!”, “Һин бөтәһен дә булдырасаҡһың!”, “Һинең үҙеңде тотоуың миңә ныҡ оҡшай!”, “Беҙ һине бик һағындыҡ!”, “Беҙ бергә саҡта шундай рәхәт!”
“Әгәр бала нимәнелер дөрөҫ эшләмәһә, тупаҫ ҡыланһа, нимә эшләргә?” — тип һорарһығыҙ. “Афарин, һәр ваҡыт шундай бул!” — тип әйтеп булмай бит инде. Әлбиттә, юҡ! Был осраҡта баланы шәхес булараҡ битәрләргә түгел, ә уның ҡылығына, эшенә үҙ ҡарашыңды белдерергә кәрәк. Мәҫәлән, “Һин минең ышанысымды аҡламаның, улай ярамаҫ ине”, — тигән һүҙҙәр урынлы булыр. Баланың һәр насар ҡылығына ҡәнәғәтһеҙлек белдереүҙең һеҙгә ҡарата кире тойғолар барлыҡҡа килтереүен дә оноторға ярамай.
“Һин ниндәй афарин!”Һәр ваҡыт шуны иҫтә тотоғоҙ: баланың тиҫкәре ҡылығына яза бирергә мөмкин, ләкин уның хистәренә, шәхесенә ҡағылмағыҙ. Әгәр шулай килеп сыҡҡан икән, тимәк, уны тыуҙырған сәбәп бар. Баланы яҡшы аңлар өсөн уны асыҡларға кәрәк. Ата-әсәнең береһе йәки икеһе лә баланы тулыһынса яратып етмәһә, уның һөйөүгә ихтыяжы ҡәнәғәтһеҙ ҡалған. Беҙ балаларға бирә алған иң мөһим нәмә — хис-һөйөү. Ата-әсәләр, балаларға ҡарата изге хистәрегеҙҙе, үҙегеҙҙең яратыуығыҙҙы йәшермәгеҙ. Шул ваҡытта ғына бала үҙен кәрәкле һәм бәхетле итеп тоясаҡ.

Альбина СЫРЛЫБАЕВА,
Баймаҡ ҡалаһының
2-се мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Инженер, табип...

Инженер, табип... 25.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Беренсе курс студенттары өсөн яңы тормош башланды. Быйыл иң юғары балл йыйғандарҙың күбеһе медицина...

Тотош уҡырға 26

Күршеләр тифлотурнеһы

Күршеләр тифлотурнеһы 22.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Башҡортостан һәм Татарстан махсус форматтарҙа” төбәк-ара тифлотурнеһы үтте. Сарала...

Тотош уҡырға 49

Беҙҙекеләр – халыҡ-ара рейтингта

Беҙҙекеләр – халыҡ-ара рейтингта 20.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфө дәүләт авиация техник һәм Өфө дәүләт нефть техник университеттары SCImago Institutions Rankings...

Тотош уҡырға 54

Заман талабын тойоп

Заман талабын тойоп 19.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Бер нисә йыл элек республика мәктәптәрендә мәғлүмәт-китапхана үҙәктәренең барлыҡҡа килеүе...

Тотош уҡырға 77

Ике ҡеүәт берләшһә…

Ике ҡеүәт берләшһә… 18.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мэн Фаньли етәкселегендәге Ҡытай Халыҡ Республикаһының...

Тотош уҡырға 49

Ваҡытынан алда  тапшырыла

Ваҡытынан алда тапшырыла 18.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Бөрйән районында 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 108 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө тамамланып килә....

Тотош уҡырға 35

Илгиҙәрлек – күңелендә

Илгиҙәрлек – күңелендә 12.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Атайым менән әсәйемдең йәшлек ҡалаһы, мөхәббәткә юл асҡан ҡала ул Сибай. Исем кешене биҙәй, уға...

Тотош уҡырға 132

Тупаҡтарҙың шатлығы ҙур

Тупаҡтарҙың шатлығы ҙур 12.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Шулай булмайса, ниһайәт, ауыл халҡының нисәмә йыл көткән хыялы тормошҡа ашты. “Башҡортостан...

Тотош уҡырға 77

Йәштәр алға ынтыла

Йәштәр алға ынтыла 12.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Уңышлы һәм шөғөллө булыу – трендлы булыу” I республика форумы үтте. Хеҙмәт баҙарында йәш...

Тотош уҡырға 46

Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем

Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем 11.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ә белем аҡсаға һатыламы? Заманы шундай – ҡәҙерле балаң мәктәп йәшенә еттеме, уйлана башлайһың:...

Тотош уҡырға 50

Миңә — әсәй, иптәштәремә — икенсе әсәй

Миңә — әсәй, иптәштәремә — икенсе әсәй 11.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Яңы тыуған бала тәпәй баҫып, беренсе аҙымын яһағансы әле күпме тәрбиәләргә, өйрәтергә, күңел, йөрәк...

Тотош уҡырға 140

Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем!  Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл кәрәк!

Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем! Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл кәрәк! 07.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Лиза Әғәҙуллина... Был исем хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә киң билдәле. Эйе, һүҙем...

Тотош уҡырға 126