Тимур ниңә Саранск данын яҡлай?

6-02-2018, 00:03 // Белем һәм тәрбиә // Баҫып сығарырға
Тимур ниңә Саранск данын яҡлай?Илебеҙҙең киләсәге һәләтле балалар ҡулында икәнлеген һәр кем яҡшы аңлай, шуға күрә уҡытыусының бурысы — уларҙы ваҡытында күреү, маҡсатлы эш алып барыу, һәләттәрен үҫтереү. Күптән түгел Аҡъяр вундеркинды Тимур Дәүләтбаевтың донъя ярышында еңеү яулауы бар илде шаулатты, бигерәк тә беҙҙең республиканы. Нидерландта иһә йәш үҫмерҙәрҙең XIV донъя ғилми-ғәмәли олимпиадаһында Хәйбулла егете шәхси беренселектә алтын һәм Рәсәй командаһы составында бронза миҙал алды.


Тимур әлеге көндә Мордва Республикаһының Саранск лицейында белем ала һәм яулаған даны ла ошо төбәк иҫәбенә яҙыла. Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек ошо уҡ лицейҙа Сибай ҡалаһынан бер үҫмер уҡыны, әле ул — Мәскәүҙең иң абруйлы уҡыу йорто студенты. Егеттең әсәһе: “Унда уҡыусылар өсөн бар шарттар һәм уңайлыҡтар булдырылған. Иң аптыратҡаны — төрлө илдән, республикаларҙан йыйылған иң һәләтле уҡыусылар араһында, исмаһам, һоло араһында бер бойҙай бөртөгө булып, үҙҙәренең Мордва Республикаһында белем алыусылар булһа ине”, — тигәйне.
Улдары янына йыш юлланмаһалар ҙа, төрлө олимпиадаларҙан ҡайтҡандан һуң еңеүселәрҙе ҡотлау тантаналарына барып йөрөнө улар. “Мордва әләме, гимны аҫтында улымдың сығыш яһауы шул тиклем күңелемдә сетерекле тойғо ҡалдыра торғайны. Әммә улар өсөн ҡунаҡхананан айырым бүлмә бирелеүе, Интернет бәйләнеше, уҡыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуы нисектер ул хисте еңеләйтте”, — ти әңгәмәсем.
Бынан бер нисә йыл элек Сибай ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге ошо төбәк райондарының иң һәләтле балалары өсөн үҙәк булдырыу мәсьәләһен күтәргәйне, әммә әле булһа “боҙ урынынан ҡуҙғалмай”. Мәғариф бүлеге начальнигы Ғаяз Хәсәнов әйтеүенсә, төбәктә һәләтле балалар күп, шул уҡ ваҡытта Сибай уҡыусылары араһында республика ғына түгел, Бөтә Рәсәй олимпиадаһында призлы урын яулағандар ҙа бихисап. Мәҫәлән, Георгий Корепанов физика буйынса, Дмитрий Болдашев — геологиянан ил олимпиадаһы еңеүселәре. Тәүгеһе Саранскиҙа һәләтле балалар өсөн лицейҙа уҡыуын тамамлай.
— Тәү нәүбәттә беҙ балаларға техник йүнәлештә, физика, математика, химия, информатика буйынса төплө белем биреү бурысын ҡуябыҙ. Төбәгебеҙ райондарында мәғариф бүлектәре менән берлектә һөйләшеүҙәр булды, улар иң һәләтле уҡыусыларын беҙгә ебәрергә риза. Үҙәктең концепцияһы төҙөлгән, нисек эшләргә, уларға белем биреү өсөн ҡайҙан, ниндәй белгестәрҙе йәлеп итергә, республика уҡыу йорттары менән генә түгел, хатта башҡа ҡалалағы техник йүнәлештәге юғары уҡыу йорттары менән дә бәйләнештәр булдырылған. Тик барыһы ла әлегә һүҙҙә генә ҡала. Башҡа төбәктәр, атап әйткәндә, Мордва Республикаһы беҙҙең иң һәләтле балаларҙы үҙенә йәлеп итә, беҙҙең уҡыусылар иҫәбенә үҙ рейтингын күтәрә, донъяла танылыу ала. Беҙ тәрбиәләгән, әҙерләгән уҡыусыларҙың ситкә китеүе, әлбиттә, яҡшы күренеш түгел, — ти Ғаяз Әхмәҙулла улы. — Һәләтле балалар өсөн үҙәк асыу буйынса тәүге аҙымдарҙы башланыҡ та. Мәктәптәрҙә, атап әйткәндә, балалар баҡсаларынан алып технопарк төҙөү буйынса эш яйға һалынды. Күптән түгел һөнәрмәндәр өсөн чемпионат үткәрҙек. Юғары уҡыу йорттары менән бәйләнештәр булдырабыҙ. Екатеринбург техник уҡыу йорто мәктәптәрҙә (9-сы лицей базаһында) технопарк өсөн ҡорамалдар алыу, уларҙы заманса йыһазландырыу өсөн матди ярҙам күрһәтергә теләк белдерҙе лә. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уҡыу йортона студенттар ебәрергә тейешбеҙ. Бөгөн уҡытыуҙың төрлө юлдары бар: дистанцияла белем биреү, ситтән белгестәр йәлеп итеү, уҡыусыларҙы ҡайҙалыр ебәреп уҡытыу һәм башҡалар. Нисек кенә булмаһын, киләсәгебеҙ һәләтле, белемле, маҡсатлы балалар ҡулында икәнлеген оноторға ярамай. Беҙҙең төбәктә һәләтле балалар өсөн үҙәк булдырыу — күптән өлгөргән һәм хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙең береһе.
Ысынлап та, үҙебеҙҙә иң яҡшы һәм һәләтле балалар өсөн махсус уҡыу йорто булғанда, кем белә, Тимур кеүек башҡорт егеттәре донъя һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа Башҡортостан әләмен күтәреп сығыш яһар, башҡа тиҫтерҙәренә өлгө лә булыр ине...