“Ғаиләне өйрәнеү” фәне индерелә

16-02-2018, 00:02 // Белем һәм тәрбиә // Баҫып сығарырға
Рәсәй Президентының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе Андрей Коченов мәктәп программаһына “ғаиләне өйрәнеү” фәнен индереү буйынса Башҡортостанды пилот төбәге итеү тәҡдимен индерҙе. Был осраҡлы түгел, сөнки балалар омбудсмены Анна Кузнецова Өфөлә I Республика ата-әсәләр форумында тап Башҡортостанға ғаилә темаһын күҙәткән ведомство булдырырға тәҡдим иткәйне, тип билдәләне ул.

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм Социаль етемлекте иҫкәртеү хәйриә фонды директоры Александра Марова менән осрашыуҙа Андрей Коченов ошо хаҡта белдерҙе.
Күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәте һәм Фонд араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ республика биләмәһендә социаль етемлекте иҫкәртеү моделен индереү буйынса ике яҡтың берлектәге эшен күҙ уңында тота.
Фонд республика менән 2013 йылдан уҡ хеҙмәттәшлек итә башланы. Өфө хакимиәте менән берлектәге проекттар тормошҡа ашырылды. Баш ҡаланың ғаиләлә бәхетһеҙлекте иҫкәртеү, яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыу осраҡтарын бөтөрөү һәм баланы үҙ ғаиләһендә ҡалдырыу буйынса берҙәм эш системаһы моделе “Барыбыҙ ҙа – балалар өсөн!”, “Мегаполис. Бала саҡ территорияһы” Бөтә Рәсәй күргәҙмә-форумдарында, Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһында тәҡдим ителде, бер нисә тапҡыр дипломдар менән билдәләнде. Хәҙер, Башҡортостан Хөкүмәте менән килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң, социаль етемлекте иҫкәртеүгә һәм ғаиләлә бәхетһеҙлек осраҡтарын алдан асыҡлауға йүнәлтелгән ошо эш бөтә төбәккә таратыла.
Социаль етемлекте иҫкәртеү хәйриә фонды төбәктәге хәлде тикшереп, мониторинг үткәрергә, ошо йүнәлештә һөҙөмтәле эшләүгә ҡамасаулаған проблемаларҙы асыҡларға, проект семинар-кәңәшмәһендә төбәктәге идара итеүселәр һәм шул өлкәләге белгестәр менән уларҙы хәл итеү юлдарын табырға тейеш. Килешеүгә ярашлы, Фонд социаль, белем биреү һәм медицина учреждениелары, опека һәм попечителлек органдары, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия, йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн мәғариф семинарҙары үткәрә. Бынан тыш, Фондҡа әлеге хеҙмәттәрҙе арттырыу өсөн партнер төбәктәрҙең тәжрибәһенә нигеҙләнгән методик пособиелар һәм хеҙмәттәр стандартын әҙерләү бурысы йөкмәтелә.
Әле Социаль етемлекте иҫкәртеү хәйриә фондының төрлө программаларына Рәсәйҙең 32 төбәге йәлеп ителгән. Башҡортостандан тыш, биш субъектта: Архангельск, Ырымбур, Псков, Силәбе өлкәләрендә һәм Ҡырым Республикаһында ғына Хөкүмәт кимәлендә ошоға оҡшаш килешеүҙәр төҙөлгән.