Мәктәптә кем бушлай туҡлана ала?

16-02-2018, 00:02 // Белем һәм тәрбиә // Баҫып сығарырға
Мәктәптә кем бушлай туҡлана ала?Башҡортостанда быйыл аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар мәктәптә бушлай туҡланыуға дәғүә итә ала.

Мәғариф министрлығында аңлатыуҙарынса, “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы хаҡында”ғы закон менән йән башына уртаса килеме республикала бер кешегә билдәләнгән  уртаса йәшәү минимумы кимәленән артмаған өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала үҫкән ғаиләләргә, уларға 18 йәш тулғансы, дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡығандар өсөн бушлай туҡланыу формаһында ташлама билдәләнгән.
Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙән уҡыусыларҙың туҡланыуы өсөн ата-әсә иғәнәһе иҫәбенә өҫтәмә түләү индереү талабы законлы түгел һәм ошо тармаҡтағы ғәмәлдәге ҡануниәткә тура килмәй, тинеләр республиканың Мәғариф министрлығында.