Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Вәт, әй, игеҙәктәр!Заман менән йәнәш атлаған, интернет киңлектәрен байҡаған был геройҙарыбыҙ Сибай педагогия колледжында белем ала. Сәлимйән менән Нәғимйән Дәүләтбаевтар – ғәмәли информатика бүлеге студенттары. Игеҙәктәр Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейында белем алған. Уҡыған саҡтарында халҡыбыҙҙың йыр-моңон үҙ иткән егеттәр “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсында ҡатнашып, еңеү яулай. Ҡурайҙа һыҙҙырып, ҡумыҙ сирткән игеҙәктәр киләсәктә үҙҙәрен компьютерҙы тәрән белгән программист итеп күрә.


– Һөнәребеҙҙе аңлы рәүештә һайланыҡ. Бөгөнгө йәштәр замандан бер аҙым алда барырға тейеш, – ти улар. – Шуға күрә компьютерҙы биш бармағың кеүек яҡшы белеү, төрлө программалар төҙөү, төркөмдәр булдырыу, сайт төҙөү кеүек тәү ҡарашҡа ауыр күренгән эштәрҙе “һә” тигәнсә башҡара алыуыбыҙ үҙебеҙгә лә ярап ҡала. Бөгөн “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Вәт, әй...” исемле юморға ҡоролған төркөмөбөҙ бар. Уны һәр саҡ тулыландырып торабыҙ. Программист булараҡ, электрон китаптарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Дөрөҫ эш иткәндә, интернеттан үҙең һәм уҡыу өсөн кәрәкле бөтә мәғлүмәтте табырға мөмкин. Шулай уҡ үҫеш юлдары ла күрһәтелә унда. Тик ваҡытыңды дөрөҫ бүлеү генә кәрәк.
Нәғимйән менән Сәлимйән һәр саҡ бергә, йәнәш атлай, кәрәк саҡта бер-береһенә ярҙам итә. Уларҙың гел бергә булыуҙарына уҡыу йорто студенттары ла, уҡытыусылар ҙа өйрәнеп бөткән. Икеһе лә яҡшы билдәләргә өлгәшә, Сәлимйән – республика Башлығы стипендиаты ла.
Күптәр егеттәр тик виртуаль донъяла йәшәй тип уйлаһа, тәрән яңылыша. Улар йәй һайын Әбйәлил районының Хәмит ауылында йәшәгән өләсәй-олатайҙарына бара, бесән әҙерләшә, емеш-еләк йыя, йорт эштәрендә булыша. “Тормошоғоҙҙо интернетһыҙ күҙ алдына килтерә­һегеҙме?” тигән һорауға, бер-береһенә ҡарап йылмайып: “Бер нисек тә килтерә алмайбыҙ”, – тип яуапланылар.
Игеҙәк булыуҙары менән, бер яҡтан, бәхетле булһалар, икенсенән, икәүһе лә бер үк һөнәрҙе үҙ итеүҙәре менән отҡан. Кәрәк саҡта үҙ-ара ярҙамлашып, ҡайһы саҡта бәхәсләшеп тә алалар, әммә һәр саҡ бер уйҙа, маҡсатта, бер теләктә эш итәләр, заманса фекер йөрөтәләр. Ҡылған эштәре, өлгөлө тәртиптәре менән һәр кемдең ихтирамын яулай, һоҡландыра улар. Ҡала мөхитендә тыуып үҫеп тә, күңелдәренә башҡорт рухы һеңдерелгән, башҡорт йыр-моңон үҙ иткән игеҙәк егеттәр киләсәктә тормошта үҙ урындарын табыр, илебеҙгә кәрәкле шәхестәр булып үҫер.

Сибай ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Инженер, табип...

Инженер, табип... 25.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Беренсе курс студенттары өсөн яңы тормош башланды. Быйыл иң юғары балл йыйғандарҙың күбеһе медицина...

Тотош уҡырға 30

Күршеләр тифлотурнеһы

Күршеләр тифлотурнеһы 22.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Башҡортостан һәм Татарстан махсус форматтарҙа” төбәк-ара тифлотурнеһы үтте. Сарала...

Тотош уҡырға 50

Беҙҙекеләр – халыҡ-ара рейтингта

Беҙҙекеләр – халыҡ-ара рейтингта 20.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфө дәүләт авиация техник һәм Өфө дәүләт нефть техник университеттары SCImago Institutions Rankings...

Тотош уҡырға 57

Заман талабын тойоп

Заман талабын тойоп 19.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Бер нисә йыл элек республика мәктәптәрендә мәғлүмәт-китапхана үҙәктәренең барлыҡҡа килеүе...

Тотош уҡырға 79

Ике ҡеүәт берләшһә…

Ике ҡеүәт берләшһә… 18.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мэн Фаньли етәкселегендәге Ҡытай Халыҡ Республикаһының...

Тотош уҡырға 50

Ваҡытынан алда  тапшырыла

Ваҡытынан алда тапшырыла 18.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Бөрйән районында 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 108 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө тамамланып килә....

Тотош уҡырға 36

Илгиҙәрлек – күңелендә

Илгиҙәрлек – күңелендә 12.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Атайым менән әсәйемдең йәшлек ҡалаһы, мөхәббәткә юл асҡан ҡала ул Сибай. Исем кешене биҙәй, уға...

Тотош уҡырға 135

Тупаҡтарҙың шатлығы ҙур

Тупаҡтарҙың шатлығы ҙур 12.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Шулай булмайса, ниһайәт, ауыл халҡының нисәмә йыл көткән хыялы тормошҡа ашты. “Башҡортостан...

Тотош уҡырға 77

Йәштәр алға ынтыла

Йәштәр алға ынтыла 12.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Уңышлы һәм шөғөллө булыу – трендлы булыу” I республика форумы үтте. Хеҙмәт баҙарында йәш...

Тотош уҡырға 47

Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем

Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем 11.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ә белем аҡсаға һатыламы? Заманы шундай – ҡәҙерле балаң мәктәп йәшенә еттеме, уйлана башлайһың:...

Тотош уҡырға 50

Миңә — әсәй, иптәштәремә — икенсе әсәй

Миңә — әсәй, иптәштәремә — икенсе әсәй 11.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Яңы тыуған бала тәпәй баҫып, беренсе аҙымын яһағансы әле күпме тәрбиәләргә, өйрәтергә, күңел, йөрәк...

Тотош уҡырға 142

Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем!  Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл кәрәк!

Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем! Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл кәрәк! 07.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Лиза Әғәҙуллина... Был исем хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә киң билдәле. Эйе, һүҙем...

Тотош уҡырға 127