Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һүрәттәрен тотоп, исемдәрен сигеп
Һүрәттәрен тотоп, исемдәрен сигепӨфө районының Булгаков ауылында урынлашҡан “Ете тажлы сәскә” балалар баҡсаһында ватансылыҡ рухында тәрбиәләү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Тыл һәм хеҙмәт ветерандары, республиканың билдәле шәхестәре менән осрашыуҙар, “Зарница” уйыны матур йолаға әйләнде. Ошо көндәрҙә үткәрелгән “Үлемһеҙ полк” сараһы үҫеп килгән быуында ил тарихына һәм халҡыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу, йәш ватандаштарыбыҙҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү йәһәтенән асыҡ миҫал булып тора.

Был көндө тәрбиәләнеүселәр ҙур түҙемһеҙлек менән көттө. Кес­кәй­ҙәр физкультура дәрестәрендә сафта атларға өйрәнде. Өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре байраҡ алып сыҡты.
— Тарихтағы дәһшәтле һәм оҙайлы һуғыш тамамланыуға 73 йыл үтте. Йыл һайын Еңеү байрамын көтөп алабыҙ һәм тантаналы рәүештә үткәрәбеҙ. Бөгөн һеҙ ҡулығыҙға тыныслыҡ өсөн көрәш­кән олатай-өләсәйҙәрегеҙҙең һүрәттәрен тотҡанһығыҙ. Һәр берегеҙ шулай уҡ һуғышта ҡатнашҡан туғанының исемен ҡулъяулыҡҡа сикте. Был көн хәтерегеҙҙә ғүмерлеккә ҡалыр, тип ышанам, – тине “Ете тажлы сәскә” балалар баҡсаһы етәксеһе Юлиә Монастырева, тантананы асып.
Рәсәйҙең Милли гвардияһы һалдаттарының сығышын кескәй­ҙәр һоҡланыу, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Сараға ҡунаҡ­тарҙың килеүе мәртәбә өҫтәне. Өфө районы советы рәйесе Владимир Аристархов балалар баҡсаһында ошондай сара үткә­релеүенә һоҡланыуын белдерҙе:
— 1945 йыл беҙҙән алыҫайған һайын ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын нығыраҡ тоябыҙ. Тыныс тормош өсөн үҙҙәрен аямай һуғышҡан туғандарыбыҙҙың исемен иҫтән сығармайбыҙ.
Өфө район хакимиәте башлығы урынбаҫары Люцина Ризванова үҙенең сығышында ата-әсәләр, балалар һәм тәрбиәселәрҙең бергә эшләүен билдәләне. Булгаков ауыл хакимиәте башлығы Александр Мельников та байрам уңайынан кескәйҙәргә тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Байрам сараһына шулай уҡ бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән олатай-өләсәйҙәр килгәйне. Балалар уларға сәскә һәм бүләктәр тапшырҙы.
Ниһайәт, тулҡынландырғыс минуттар етте. Әҙерләнергә команда бирелде. Майҙанға исемдәр сигел­гән хәтер туҡымаһы сығарылды. Балалар ҙур ғорурлыҡ менән үҙҙәренең ҡарт олатайҙарының портреттарын тотоп берҙәм атланы.
Кескәй булһалар ҙа, бындай сараның мөһимлеген аңлай балалар. “Беҙ үҙебеҙҙең ҡарт олатай­ҙарыбыҙ һәм өләсәйҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ, уларҙың Ватанды һаҡлауын, ҡаһарманлыҡтарын һәр ваҡыт хәтерҙә тоторға тейешбеҙ”, – тине балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе Әминә Ғәниева.
Байрам Бөйөк Ватан һуғы­шына арналған шиғырҙар йырҙар менән үрелеп барҙы һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү, “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” йыры менән тамамланды. Тыныс күккә йәйғор төҫөндәге шарҙар осоролдо.

Өфө районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 51

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 45

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 73

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 69

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 80

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 81

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 77

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 164

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 84

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертауҙа Балалар ижады үҙәге нигеҙендә “Квантолаб” балалар технопаркы асылды....

Тотош уҡырға 87

Урал батыр – төрлө телдә

Урал батыр – төрлө телдә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын йәш башҡарыусыларҙың һәм һөйләүселәрҙең IX халыҡ-ара...

Тотош уҡырға 102

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 02.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Асҡын ауылының 2-се урта мәктәбендә педагог-психолог Наза Миңлеғәлиева менән Афған һуғышы хәрәкәте...

Тотош уҡырға 70