Өс тағанЯҙ сафлығына ҡойонған
Майҙың яҡты иртәһе.
Лилиәгә һонған улар
Яҡты юлдар көлтәһен!

Йылмайыуы балаларҙың
Ошо көнгә нур өҫтәр.
Мәктәбе йөҙөн балҡытыр
Батыр кеүек егеттәр.

Ҡеүәтле белем усағын
Данға күмер балалар.
Хасбулат кеүек егеттәр
Үрҙәргә юл яралар.

Көндөң һәр бер өнөндә лә
Һағышлы моңдар сыңлай.
Һау бул, мәктәп!
Һаумы, тормош!
Йөрәктәр беҙҙең йырлай!

Л. АБДУЛЛИНА.

Урамда май ҡояшы йылмая... Көләс ҡараштар, бәхетле йөҙҙәр... Бөгөн меңәрләгән сығарылыш класы ҡыҙҙары һәм егеттәре мәктәпте тамамлай, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫа.
Хасбулат Абдуллин, Лилиә Ғилметдинова, Батыр Биргәнов кеүек йәштәрҙең иртәгәһе нисек булыр? Зәңгәр томандар артында уларҙы нимә көтә? Үҙҙәре хыялланғанса, техник һәм гуманитар фән үрҙәрен яулай алырҙармы?.. Былар барыһы ла – киләсәктә. Әлегә Өфөләге Ф. Х. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһын тамамлаған 43 уҡыусы Һуңғы ҡыңғырау байрамы айҡанлы туған мәктәбенә, класс етәкселәре Мәҙинә Әсҡәт ҡыҙы Ғилмийәрова менән Лилиә Фәнил ҡыҙы Кәлимуллинаға, ата-әсәләренә иң изге рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.