Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бюджет урындарын Мәскәү билдәләй”
“Бюджет урындарын Мәскәү билдәләй”Башҡорт дәүләт университеты бигерәк тә 90-сы йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте белгестәре әҙерләүгә ҙур өлөш индерҙе. Әлеге көндә факультеттың тын алышы нисек, ниндәй пландар менән йәшәй? Ошо һорауҙарға яуап алыу маҡсатында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Риф Барый улы ӘХМӘҘИЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Бөгөн, глобалләшеү заманында, милли телде һаҡлау зарур. Ошондай шарттарҙа университеттың башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты нисек үҫешә?
– Башҡорт дәүләт университеты – Рәсәй кимәлендәге уҡыу йорто, ул Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығына ҡарай. Федераль дәүләт мәғариф стандарттары буйынса шөғөл­ләнәбеҙ. Шуға уның талаптарынан сығып һәр йүнәлеш буйынса уҡыу планы төҙөлә. Белеүегеҙсә, хәҙер университетта белем биреү өс баҫҡыстан тора: бакалавриат, магистратура, аспирантура. Әле факультет бакалавриат буйынса түбәндәге йүнә­лештәрҙәге белгестәр әҙерләй: “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр” (инглиз теле), “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тәржемә”, “Көнсығышты өйрәнеү һәм африканистика”, “Журналистика”, “Ике профилле педагогик белем” (Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте).
Элек башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ғына белгестәр әҙерләһәк, хәҙер беҙҙең студенттар ике профилле белгестәр булып сыға.

– Аңлауымса, хәҙер башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән генә сиклән­мәй­һегеҙ?
– Башҡорт теле даирәһе киңәйтелә. Мәҫәлән, белгес башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса эш тапмаһа, ул тәржемәсе, инглиз йә рус теле уҡытыусыһы булып та хеҙмәт юлын башлай ала. Беҙҙә быға тиклем дипломлы тәржемәсе әҙерләүселәр юҡ ине. Хәҙер ошо йүнәлеште лә тергеҙәбеҙ. Студенттарыбыҙ, мәктәптән тыш, башҡа урындарҙа ла эшкә урынлашһын өсөн тырышабыҙ. Өс тел белгән белгестәр әҙерләү күҙ уңында тотола. Мәҫәлән, улар ауыл мәктәбенә эшкә ҡайтһа, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, рус теле һәм әҙәбиәтенән, инглиз теленән дә уҡыта ала. Бер уҡытыусының өс предметты алып барыуы белгестәргә ҡытлыҡ кисергән бәләкәй комплектлы мәктәптәр өсөн дә отошло, сөнки улар етерлек һандағы сәғәттәр менән дә тәьмин ителәсәк, тулы эш хаҡы аласаҡ.
– Магистратурала белем алырға теләгәндәр күпме?
– Магистратура ике йыл уҡыуҙы күҙ уңында тота. Бында бакалавриатты тамамлаған башҡа уҡыу йорттарынан белгестәр уҡыуын дауам итә ала. Унда техник вуздарҙан, Һамарҙан, Ҡаҙағстандан килеп белем алғандар ҙа байтаҡ. Үҙебеҙҙең студенттарҙың 70-80 проценты магистратурала уҡырға ҡала.

– Аңлауымса, ҡулайлаштырыу фа­куль­теттың эшенә лә йоғонто яһаған...
– Эйе, был сәйәсәт юғары уҡыу йорттарын да урап үтмәне. Уҡытыуҙы биш йылдан дүрт йылға күсергәс, тел өсөн бүленгән сәғәттәр ҡыҫҡартылды. Профессор, уҡытыусылар составы ла кәметелә бара. Ошоға бәйле төркөмдәрҙе ҙурайтырға мәжбүрбеҙ. Бер кеше иңенә төшкән йөк ауырлығы күпкә артты, шуға ла эш ҡатмарлашты. Хәҙер практика, тикшеренеү эштәре өсөн сәғәттәр әҙерәк бирелә.
Үҙебеҙ сара күрмәһәк, ошо көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеп булмаясаҡ. Баҙар шарттарында үҫешергә өйрәнергә кәрәк. Заман талаптарын күҙ уңында тотоп, бынан өс йыл элек “Эске туризмды филологик тәьмин итеү” бүлеген астыҡ. Уны тамамлағандар, рус, башҡорт, инглиз телдәрен белгән филологтар булараҡ, бүтән өлкәләрҙән һәм сит илдәрҙән килгән туристарҙы республика буйлап оҙатып йөрөй ала, гид булып эшләйәсәктәр.
– Бөгөнгө шарттарға яраҡлашыу йәһәтенән ниндәй эштәр башҡарыла?
– Төрлө юлдарын табып, беҙ әҙерләгән белгестәрҙең хеҙмәт баҙарында талап ителгәнен министрлыҡта иҫбат итеп, яңы йүнәлештәр асыу буйынса эш алып барабыҙ. Мәктәптәрҙә телдәрҙе уҡытыуҙы көсәйтеү, юғары әҙерлекле уҡытыусылар әҙерләү маҡсатында быйыл факультетта яңы бүлек асабыҙ. Йәғни “Ике профилле педагогик белем” (Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте) тип атала. Ул мәктәптәр өсөн уҡытыусылар әҙерләү эшен йәнләндереү, көсәйтеү маҡсатында эшләнелә. Бүлек белгестәре, ике профилле булғас, стандарттарға ярашлы биш йыл уҡытыла. Был – заман һулышына, саҡырыуына ҡарата күрелгән сара.
Шулай уҡ донъяуи, милли компонентлы ижтимағи фәндәрҙе өйрәнеү ҙә уҡыу планында бар. Әлеге ваҡытта факультетта 640-тан ашыу студент белем алһа, уларҙың 100-гә яҡыны ошо йүнәлештә уҡый.
Һуңғы ваҡытта бюджет урындары кәмене, шуға бәйле быйыл көндөҙгө бүлеккә – 14, ситтән тороп уҡыу бүлегенә ни бары һигеҙ студентты ҡабул итә алабыҙ. Бюджет урындарын Мәскәү билдәләй. Ә бит 90-сы йылдарҙа ике бүлеккә генә лә бюджет иҫәбенә 120 кешене ала инек. Шуға ла был урындарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ике шартты үтәргә тейешбеҙ. Беренсенән, факультетты тамамлаусыларҙың 95 проценты эшкә урынлашыуы мотлаҡ.
Был һанға мониторинг алып барыла, уны Мәскәү күҙәтеп тора. Диплом алған белгес һөнәре буйынса эшләмәһә, тимәк, уға хеҙмәт баҙарында һорау юҡ тип ошо профиль өсөн бүленгән бюджет урынын ҡыҫҡарталар. Икенсенән, факультетҡа уҡырға инеү өсөн рус теле һәм әҙәбиәтенән Берҙәм дәүләт имтиханының балы 60-тан да кәм булмаҫҡа тейеш, йәғни ике фәндән кәмендә 120 балл талап ителә. Әгәр ҙә кәм балл йыйған абитуриентты ҡабул итһәк, был һөнәр популярлыҡ менән файҙаланмай тип тағы ла бюджет урындарын кәме­тәсәктәр. Киләһе йылдан рус теленән имтиханды ғына ҡалдырып, рус әҙәбиәтен икенсе фән менән алмаштырырға уйлайбыҙ. Берҙәм дәүләт имтихандарынан тыш, университеттың эске һынау алыу тәртибе лә бар. Ул тест формаһында ойошторола.
Факультетта һирәк осраған фарсы, ғәрәп, ҡытай, төрөк, корея телдәренә иғтибар ҙур. Көнсығышты өйрәнеү һәм башҡорт теле ғилеме кафедраһы ла бар. “Журналистика” бүлегенә лә уҡырға күп киләләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был бүлеккә бюджет урындары бөтөнләй бүленмәй. Быйылдан “Башҡорт теле һәм киң мәғлүмәт сараларын филология менән тәьмин итеү” бүлеген асабыҙ. Бында ла уҡыу түләүле. Ошо хәлде бер аҙ яҡшыртыу маҡсатында, исмаһам, биш белгесте әҙерләү өсөн аҡса бүленһә, ауылдан башҡорт телен яҡшы белгән, яҙышыу һәләте булған уҡыусыларҙы алыу мөмкинлеге тыуыр ине. Үҙегеҙ аңлайһығыҙ, хәҙер теләгән һәр кем балаһын түләп уҡыта алмай, бигерәк тә ауыл халҡына ҡыйынға тура килә. Ошо хәлде күҙ уңында тотоп, һәр бүлеккә унар бюджет урыны бүленһә, һәләтле милләттәштәребеҙ өсөн яңы мөмкинлектәр асылыр ине. Әлбиттә, университет етәкселеге төрлө яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. Бөгөн беҙҙең алда профессор һәм уҡытыусылар составында тотороҡлолоҡто һаҡлау бурысы ла тора.

– Белеүебеҙсә, Башҡорт дәүләт университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советы уңышлы эшләй...
– Эйе, университетта Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының тел һәм әҙәбиәт буйынса диссертация советы инде оҙаҡ йылдар уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Һәр юғары уҡыу йортона диссертация советы биреп бармайҙар, талаптар етди. Күпселек юғары уҡыу йорттарында улар ябылды. Совет талаптарҙы даими үтәмәһә, ябалар ҙа ҡуялар. Уның булыуы беҙҙең һөҙөмтәлелекте күтәрә, рейтингты үҫтерә.
Беҙҙең совет – алдынғылар рәтендә. Әле уның 20-гә яҡын ағзаһы бар. Улар барыһы ла абруйлы профессорҙар, фән докторҙары. Йылына һигеҙ-унлап кеше кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

– Ғөмүмән, бөгөн башҡорт фило­логияһы һәм журналистика факультеты ғына түгел, илдәге бөтә белем биреү системаһы реформалар, эҙлә­неүҙәр юлында, тип әйтергә мөмкин.
– Әлбиттә, заман башҡа – заң башҡа. Фәнгә, мәғарифҡа, юғары уҡыу йорттарына ла хәҙер ҡараш, талап үҙгәрҙе. Бөгөн иһә университетта ғилми эшмәкәрлеккә ҙур иғтибар бирелә. Мөмкинлектәребеҙҙе барлыҡ ҡеүәтендә файҙаланырға тыры­шабыҙ. Төп бурыс – республика мәнфә­ғәтенә яуап бирерлек квалификациялы белгестәр әҙерләү.
Ошо эшмәкәрлек филология фәненең төрлө тармаҡтары буйынса ла алып барыла. Шул иҫәптән Көнсығыш фәндәрен һәм телдәрен үҙләштереү, журналистика буйынса кадрҙар әҙерләү рәүешендә. Факультеттың дүрт кафедраһында 40-лап фән докторы, кандидаты уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.
Шулай уҡ беҙҙе бөгөнгө социаль проблемалар, халҡыбыҙҙың киләсәге лә борсой. Уларҙы бөтә йәмәғәтселек, дәүләт органдары менән хәл итеүгә көсөбөҙҙө һалабыҙ. Республикабыҙҙың, халҡыбыҙҙың, телебеҙҙең, әҙәбиәтебеҙҙең, мәҙәниәте­беҙҙең киләсәгенә ышаныс ҙур.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 51

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 45

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 73

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 69

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 80

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 81

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 77

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 164

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 84

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертауҙа Балалар ижады үҙәге нигеҙендә “Квантолаб” балалар технопаркы асылды....

Тотош уҡырға 87

Урал батыр – төрлө телдә

Урал батыр – төрлө телдә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын йәш башҡарыусыларҙың һәм һөйләүселәрҙең IX халыҡ-ара...

Тотош уҡырға 102

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 02.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Асҡын ауылының 2-се урта мәктәбендә педагог-психолог Наза Миңлеғәлиева менән Афған һуғышы хәрәкәте...

Тотош уҡырға 70