Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәштәр ниңә ситкә китә?
Йәштәр ниңә ситкә китә?Мәктәпте тамамлаусылар өсөн яуаплы осор – имтихандар башланды. Быйыл төбәктә урта мәктәпте 18 меңдән ашыу уҡыусы тамамлай. Сығарылыш класс уҡыусылары уҡыу йорттарын һәм ниндәй фәндәр буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарын биреү тураһында күптән инде хәл иткән.


Һуңғы йылдарҙа республика мәктәптәрен уңышлы тамамла­ған­дарҙың күпселеге Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙағы уҡыу йорттарына юллана. Мәҫәлән, былтыр төбәк мәктәптәрен тамамла­ғандарҙың 65,5 проценты урын­дағы юғары уҡыу йорттарын һайлаған. Әммә Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшыр­ғандарҙың 66,2 проценты ситкә киткән, шул иҫәптән Мәскәүгә – 6,4, Санкт-Петербургка 5 процент. Йәғни иң шәп, аҡыллы, белемле йәштәребеҙҙең өстән ике өлөшө республика менән хушлашҡан. “Хушлашҡан” тимен, сөнки уларҙың күптәре уҡыуҙы тамамлағас, тыуған төйәгенә эшкә ҡайтыуы икеле. Тимәк, “аҡыллы баштар” ситкә тарала.
“Юғары уҡыу йорттарыбыҙ башҡа төбәктәрҙәгенән бер ҙә кәм түгел, бәлки, яҡшыраҡтыр ҙа”, – ти Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы етәксеһе Илгиз Ҡыҙырғолов.
Бәхәс юҡ. Эйе, беҙҙә юғары уҡыу йорттары яҡшы кадрҙар әҙерләй, спорт, ижад, йәмәғәт тормошонда ла үҙеңде асырға, күрһәтергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Бөгөн балаларҙың сит төбәк, федераль вуздарҙы һайлауының төп сәбәптәренең береһе – бюджет урында­рының әҙ булыуы. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм факультеты деканы Риф Әхмәҙиев тә беҙҙең гәзиткә биргән әңгәмәһендә ошо мәсьәләне күтәрҙе. Йәштәргә уҡырға, киләсәккә юл ярырға кәрәк, ә бит күптәрҙең йылына 100 мең һум түләп уҡырға мөмкинлеге юҡ, шуға ла ҡайһы берәүҙәр ирекһеҙҙән сит тарафтарға юллана.
90-сы йылдарҙа республика үҙ иҫәбенә балаларҙы Мәскәү, Санкт-Петербургтағы билдәле юғары уҡыу йорттарына уҡы­тырға ебәрә ине. Советтар Союзы заманында хатта ябай колхоз һәм совхоздар белгес­тәр мәсьәләһен хәл итеү өсөн үҙҙәре стипендия түләп тә уҡыта.
Хәҙер иһә студенттарҙы нисек төбәктә ҡалдырыу өҫтөндә баш ваталар. Бәлки, элекке тәжрибәгә таянып, төбәк вуздарында уҡырға теләгән яҡшы уҡыусыларыбыҙҙы республикала ҡалдырыу маҡсатында урындағы ҡаҙна иҫәбенә түләп уҡытыу менән ылыҡтырырға кәрәктер. Шулай уҡ төбәк иҫәбенә белем алған студенттар менән айырым талаптар ҡуйылған килешеү төҙөү ҙә мотлаҡ. Ике яҡ араһында ҡул ҡуйылған документта студент­тың республикала мотлаҡ эшләүе хаҡындағы яуаплы­лығы, төбәк хөкүмәтенең белгесте эш менән тәьмин итеү йөкләмәһен алыуы хаҡында аныҡ яҙылырға тейеш. Стипендия, матди ярҙам, торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк. Шунһыҙ иң шәп йәштәрҙе Башҡортостанда тотоп тороу мөмкин булмаясаҡ.
Бөгөн йәштәр бөтөнләй икенсе төрлө фекерләй. Улар­ҙы бер урында тыйып тотоу мөмкин түгел. Шулай уҡ һәр кемдең уңышҡа өлгәшкеһе, матур тормошта йәшәгеһе, фатирлы, машиналы булғыһы, лайыҡлы эш хаҡы алғыһы килә. Әгәр ҙә төбәктә ошо талап­тарҙы ҡәнәғәт­ләндерерлек уңайлыҡтар, шарттар тыуҙы­рылмаһа, киләсәктә йәштәре­беҙҙең ситкә китеүе дауам итәсәк. Бөгөн был беҙҙең республика өсөн генә түгел, тотош ил өсөн көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Рәсәй ҙә шәп йәштәренән ҡолаҡ ҡаға.
Ил Президентының 15 майҙағы 215-се Указына ярашлы, илдә, белем алыу систе­маһын, кадрҙар әҙерләүҙе көйләү маҡсатында ике ведомство булдырылды: Мәғариф һәм Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министр­лыҡтары.
Рәсәй Фәндәр академияһының вице-президенты Алексей Хохлов: “Фән һәм юғары белем министрлығы булдырыу Рәсәйҙә технологик ынтылышты тәьмин итеү өсөн мөһим”, – тип иҫәпләй. Был фәнгә яңы йәш кадрҙарҙың ағымын тәьмин итеү өсөн дә кәрәк. Яңы структура Рәсәй ғалимда­рының хеҙмәттәрен ғәмәлдә ҡуллана алһын өсөн фән менән юғары технологиялы компания­ларҙы берләштереүҙе күҙ уңында тота. Әгәр ҙә министрлыҡ ошо йәһәттән эште көйләй алһа, исмаһам, белемле, һәләтле йәштәрҙә ситкә китеү ынтылышы ла кәмер ине.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өфө йәштәр ҡалаһына әйләнергә тейеш

Өфө йәштәр ҡалаһына әйләнергә тейеш 18.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 58

Алмаш тәрбиәләү – төп бурыс

Алмаш тәрбиәләү – төп бурыс 18.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Бәләкәстәр уйынға шул хәтлем мөкиббән бирелгән, хатта бүлмәгә килеп ингән ағай-апайҙарҙы ла...

Тотош уҡырға 79

Икенсе смена: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ

Икенсе смена: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ 18.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә 128 мәктәп, лицей һәм гимназияның 69-ында уҡытыу ике сменала ойошторолған....

Тотош уҡырға 40

Башҡорт телен данланылар

Башҡорт телен данланылар 17.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Яңауыл районының үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнө айҡанлы “Быуаттарҙы ашҡан туған телем” тип...

Тотош уҡырға 43

Республика етәксеһе - технопаркта

Республика етәксеһе - технопаркта 15.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында Кванториум - Квантолаб...

Тотош уҡырға 78

Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 43

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 62

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 51

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 84

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 77

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 91

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 94