Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшсе кадрҙар ҡайҙа әҙерләнә?
Эшсе кадрҙар ҡайҙа әҙерләнә?Бөгөн илебеҙ эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә, бигерәк тә ауыл хужалығы. Совет осорондағы механизаторҙар, агрономдар хаҡлы ялға китә. Тағы ла бер нисә йылдан кем ерҙә эшләр тигән һорау етәкселәрҙе борсой. Ҡулайлаштырыу ваҡытында ауыл ерендә ҡайһы бер мәктәптәр ябылһа ла, урта һөнәри лицей, колледж кеүек белем усаҡтарына уның шауҡымы ҡағылманы. Шуға ла “Йәштәрҙә ниңә ябай эшсе һөнәрҙәре ҡыҙыҡһыныу уятмай?” тигән һорауҙы уҡыу йорттарына биреү урынлы түгел, сөнки был мәсьәлә ил иҡтисадына, хеҙмәт баҙарына, эш хаҡына барып тоташа.


Әммә эшсе һөнәрҙәрен үҙләштереп, уңышлы хеҙмәт итеп, ныҡлы тормош юлына баҫҡан, илдең киләсәген тотоп торған йәштәребеҙ ҙә бихисап. Ана шундай ерҙә эшләгән, илде туйындырған, ашатҡан белгестәрҙе әҙерләүгә Мишкә агросәнәғәт колледжы ҙур өлөш индерә. 25 йыллыҡ тарихҡа эйә булған уҡыу йорто төбәктә инде бер нисә йыл алдынғылар рәтендә. Мәҫәлән, 2016 йылда республикала ауыл хужалығы һөнәрҙәре буйынса әҙерлек алып барған иң яҡшы профессиональ белем биреү учреждениеһы исеменә лайыҡ була.
Эшсе кадрҙар ҡайҙа әҙерләнә?Былтыр ҙа республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Мишкә районында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә сығыш яһап: “Беҙҙең Мишкә агросәнәғәт колледжы яҡшы эшләй. Беҙ урынға сығып, студенттарҙың уңыш йыйыу мәлендә техника менән оҫта эш итеүен, был йәһәттән ниндәй белемдәре барлығын ҡараныҡ. Республикала колледж беренселәрҙән булып ҡабул итеү планын үтәне, был бик яҡшы. Директор әүҙем, ыңғай тәьҫораттар ҡалдыра. Тик һуңғы сиккә еткәндә генә белем биреү учреждениеларын ҡулайлаштырыу аҙымына барырға кәрәк. Уҡыусылар мөмкин булған тиклем үҙҙәре йәшәгән төбәктә белем алырға тейеш, шул иҫәптән дистанцияла белем биреүҙең заман технологияларын ҡулланырға кәрәк”, – тине. Премьер-министр урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов та былтыр колледжды 25 йыллыҡ юбилейы менән тәбрикләп: “Бында мәғариф эшмәкәрлеген алып барыу өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылған. Иң мөһиме – студенттар үҙҙәрен өйҙәге кеүек тойоп, ошо һөнәрҙе һайлағандарына бер ҙә үкенмәйәсәгенә ышанам”, – тине.
1992 йылда “Мишкә” совхозы базаһында ойошторолған уҡыу учреждениеһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бай тәжрибә туплап өлгөргән, бөгөн башҡаларға үрнәк итеп ҡуйырлыҡ эшмәкәрлек алып бара. Илдәге мәғариф системаһында барған үҙгәрештәргә бәйле, уның юридик исеме үҙгәрһә лә, төп тәғәйенләнеше шул килеш ҡала. Тәүге йылдарҙа унда тракторсы, ташсы, штукатур-буяусыларҙы әҙерләһәләр, бер аҙҙан, уҡырға теләгәндәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, 120 урынға тәғәйенләнгән төкәтмә төҙөлә. Шулай уҡ уның матди-техник базаһы ла нығытыла.
Рәсәйҙең маҡтаулы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре Валерий Тимерғәле улы Байбулатов уҡыу йорто ойошторолғандан бирле директор йөгөн тарта. Абруйлы, һәләтле етәксе йылдар дауамында колледждың эшмәкәрлеген уңышлы ойоштора. Әле уның етәкселегендә 28 педагог уңышлы хеҙмәт юлы үтә. Колледж ошо йылдарҙа биш меңдән ашыу эшсе белгес әҙерләгән, улар төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләп йөрөй.
Йылдар үтеү менән колледж да үҫә, белгестәр әҙерләү даирәһе лә арта. Әле ауыл хужалығын механизациялау, йорт хужабикәһе, ауыл хужалығы производствоһы мастеры, тракторсы-машинист, ашнаҡсы, кондитер, дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры, умартасы һөнәрҙәренә уҡыталар.
Колледжда Мишкә, Бөрө, Балтас, Ҡариҙел райондарынан ҡыҙ һәм егеттәр белем ала. Уҡыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: махсус дисциплиналар һәм дөйөм белем биреү предметтары буйынса кабинеттар, бай китапхана, заманса автодром, трактородром, умартасылыҡ, дөйөм ятаҡ, ашхана, тамаша залы бар.
Уҡыу йорто үтә яуаплы социаль функцияны ла үҙ өҫтөнә алған. Бында етемдәр, күп балалы ғаиләләрҙән балалар, “ауыр үҫмерҙәр” үҙенә яҡлау, аңлау табып, һөнәрле булыуға өлгәшкән. Мәҫәлән, былтыр йыл башында унда күп балалы ғаиләләрҙән – 56, аҙ тәьмин ителгән һәм тулы булмаған ғаиләләрҙән – 144, етем – 29, инвалид 12 бала уҡыған.
Эшсе кадрҙар ҡайҙа әҙерләнә?Колледж хужалыҡ эшмәкәрлеген дә уңышлы алып бара. Уның 600 гектар һөрөнтө ере, 100 баш һыйыры һәм йылҡыһы, 100-ҙән ашыу сусҡаһы, 200-ләп ҡаҙы, 80-ләп умартаһы бар. Студенттар хужалыҡта производство практикаһын үтә, ә етештерелгән продукция колледждың ашханаһына оҙатыла.
Ғөмүмән, агросәнәғәт колледжы Мишкә районының социаль-иҡтисади үҫешенә, шулай уҡ илебеҙ өсөн яңы быуын эшсе кадрҙарҙы әҙерләүгә тос өлөш индерә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт телен данланылар

Башҡорт телен данланылар 17.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Яңауыл районының үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнө айҡанлы “Быуаттарҙы ашҡан туған телем” тип...

Тотош уҡырға 29

Республика етәксеһе - технопаркта

Республика етәксеһе - технопаркта 15.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында Кванториум - Квантолаб...

Тотош уҡырға 65

Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 38

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 59

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 48

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 82

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 75

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 88

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 88

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 90

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 183

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 89