Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фольклор түңәрәге, көрәш секцияһы...
Фольклор түңәрәге, көрәш секцияһы...Башҡорт гимназияларын район үҙәктәрендә генә күреп өйрәнгәнбеҙ. Һәр береһенең тирә-яҡҡа йәм биреп ултырыуы ҡайһылай ҡыуаныс! Эргә-тирәнән йыйылған һәр ерҙә лә алдынғы ҡыҙ һәм малайҙарҙың татыу бер ғаиләне хасил итеүенә шулай уҡ нисек шатланмаҫҡа! Ниндәйҙер ауылда бындай белем усағының эшләүен йәки асылыуын күҙ алдына килтереп булмаған кеүек тойола ине. Баҡтиһәң, һис кенә лә улай түгел. Бар ундай данлы уҡыу йорто – Миәкә районының Илсеғол ауылындағы башҡорт гимназияһының эшмәкәрлеге менән уның директоры Резеда САДЫҠОВА таныштыра.

– Бөгөн беҙ 108 уҡыусыға белем һәм тәрбиә биреү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашырабыҙ, – тип башланы һүҙен Резеда Рәшит ҡыҙы. – Булды шундай осор – ҡыҙ һәм малайҙар һаны быға ҡарағанда ике, хатта өс тапҡырға артығыраҡ та ине әле. Заман башҡа, заң башҡа, тиҙәр. Уның ҡарауы, һәр бала – иғтибар үҙәгендә, һәр береһе менән айырым шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр шул тиклем ҙур.
Илсеғолдан тыш, бында тағы ла Нарыҫтау һәм Сергеевка ауылдарынан балалар йөрөп уҡый, аралары бигүк йыраҡ түгел, һәр кем төп эштәре – белем эстәүҙән тыш гимназия ғына түгел, ә йәмәғәт тормошондағы төрлө сараларҙың да уртаһында ҡайнай. Был мөғәллимдәр өсөн шатлыҡ, сөнки ауыл тормошо менән йәшәгәс, унда тауыҡ сүпләһә лә мәшәҡәттәр бөтөрлөк түгел. Балаларҙың эштәренән айырылып, бүтән сараларға ла ваҡыт табыуы – ыңғай күренеш.
Фольклор түңәрәге, көрәш секцияһы...XI класты биш уҡыусы тамамлаясаҡ. Форсаттан файҙаланып, оло тормош юлы алдында торған Гөлсөм Яхинаны телгә алырға теләйем. Һәр яҡлап та уңған ҡыҙ: уҡыуҙа ла һынатмай, йәмәғәт эштәрендә лә алғы сафта. Студент буласаҡмы, эш урынындамы тиһеңме, бер ҡасан да гимназия йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйәсәгенә тулыһынса ышанам. Шулай уҡ унан кесерәктәр Миләүшә Арыҫланова (X класс), Илназ Илекәев (VIII класс), Ғәлиә Шәйәхмәтова (VII класс) – барыһына ла маяҡ. Ысынлап та шулай, беҙ, педагогтар, маяҡ һүҙен әйтергә һис кенә лә тартынмайбыҙ, уны йыш ҡулланабыҙ.
Индивидуаль ҡараштан айырмалы, төрлө түңәрәктәр эшен киң йәйелдерҙек. Хәйер, был эш электән шулай яҡшы ойошторолған, шуны уңышлы дауам итәбеҙ, күркәм традиция һаҡлана. Айырыуса фольклор түңәрәге һәм көрәш секцияһы тураһында кәлимә һүҙ. Малайҙарҙы бәләкәйҙән ысын ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләү – төп маҡсаттарҙың береһе. Көрәште ҡалдырмағандар батыр булып буй еткерә, иптәштәренә иғтибарлы һәм ярҙамсыл, бәләкәстәрҙе ҡурсалайҙар. Егеттәребеҙҙең район кимәлендә уҙғарылған бәйгеләрҙә һынатмауы һөйөнөслө. “Илсеғолдар – беренсе!” тигән маҡтау һүҙен ишетеүгә ни етә!
Фольклор түңәрәге аша йәш быуындың күңеленә күркәм йолаларҙы һеңдерергә тырышабыҙ, бай ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәтәбеҙ. Ә үткәндәрҙе белеп үҫкәндәр бүтән халыҡтарға яҡшы мөнәсәбәттә булыуына тамсы ла шигем юҡ. Тиккә генә фольклорҙы, йолаларҙы халыҡтың күңеленә тиңләмәйҙәр.
Ғөмүмән, ир-ат мәктәпкә эшкә килһен ине тигән теләк тә юҡ түгел. Беҙҙә иһә шулай уҡ ике генә мөғәллим – Ғәзинур Шәйәхмәтов – физкультура, хеҙмәт һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен, ә Рим Яхин физиканан уҡыта. Көслө заттың ғәҙеллек яҡлауын, объектив ҡарашлы булыуын беләм.
Илсеғолдоң данына тап төшөрмәҫкә, кимәлде юғары тоторға кәрәк. Ни өсөн тиһегеҙме? Был изге урынға, әүлиәләрҙең һуңғы төйәген күрергә теләүселәр бихисап. Ҡайһы тарафтарҙан ғына ағылмайҙар! Бигерәк тә йәй миҙгелендә ҡунаҡтар күбәйеп китә. Мең төрлө уйлы һәм фекерле заттар, шуға күрә лә ауылды тәртипкә килтереү һәм төҙөкләндереү эшендә әүҙем ҡатнашабыҙ. Әйткәндәй, “Илсеғол” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Роман Жнейкин менән гимназия тығыҙ бәйләнеш булдырған.
Фольклор түңәрәге, көрәш секцияһы...Гимназиялы ауыл тигән статусты яҡларға өйрәндек, был беҙгә, педагогтарға, ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Бүтән ҡалаларҙағы, баш ҡалалағы гимназияларҙан ҡалышмайбыҙ, улар менән бер тигеҙ атларға ынтылабыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт телен данланылар

Башҡорт телен данланылар 17.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Яңауыл районының үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнө айҡанлы “Быуаттарҙы ашҡан туған телем” тип...

Тотош уҡырға 29

Республика етәксеһе - технопаркта

Республика етәксеһе - технопаркта 15.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында Кванториум - Квантолаб...

Тотош уҡырға 65

Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 38

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 59

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 48

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 82

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 75

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 88

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 88

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 90

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 183

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 89