Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәштәр – иғтибар үҙәгендә
Ошо көндәрҙә редакциябыҙға Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районының Түбәнге Аҫҡар ауылында йәшәгән Дәүләтбай Алтынсуриндан сетерекле бер хат килеп төштө. “Балаларҙың үҫеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ, ғәзиздәребеҙ иһә ҡанат сығарғас, йыраҡҡа осоп китә. Һәр кем үҙенсә тәрбиә бирергә тырыша уларға, күп ата-әсә илебеҙгә бынамын тигән шәхестәр биргәненә ҡыуанам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларҙың төрлөһө бар. Берәҙәктәрҙең күбәйеүе һағайта. Шытымлы орлоҡтар ғаиләлә генә була, ә бүтән ерҙә түгел. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Һарыҡташ ҡасабаһына барғанда, бер төркөм үҫмерҙең тәртип боҙоп йөрөүен күреп борсолдом, йәнем әрнене. Башҡортостанда хәлдәр нисек икән? Йәш быуындың, милләттәштәремдең яҙыҡ юлға баҫыуын теләмәйем”, – тип яҙып һалған республикабыҙҙан ситтә ғүмер иткән ағай.

Башҡортостан етәкселегенең ғаилә институтын нығытыу өсөн етди эштәр башҡарыуы, бер нисә йылға иҫәпләнгән программалар ҡабул итеүе, күп сығымдар бүлеүе маҡтаулы. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тиккә генә йәш быуынға айырым иғтибар йүнәлтмәй. “Бигерәк тә йәштәребеҙгә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә, сөнки улар – киләсәгебеҙ. Йәштәр дәүләтебеҙҙең өр-яңы йөҙөн бил­дәләй”, – тип йыш ҡабатлай Рөстәм Зәки улы.
Студенттарҙы ғына алып ҡарағанда ла, был асыҡ сағыла. Алдынғыларға дәүләт стипендиялары түләнә, социаль стипендияларҙың күләме лә ҙур ғына. Ысынлап та, йәштәргә белем эстәү, бер үк ваҡытта эшләү өсөн ҙур мөмкинлектәр асылды.
Рәсәйҙә иһә 18 йәшкә тиклемге балалар яҡынса 28 миллион тирәһе (илебеҙҙә 150 миллионға яҡын кеше бар) иҫәпләнә. Күпме алмаш үҫеп килә! Шатланырға кәрәк тә бит! Уның ҡарауы, ямғырҙан һуң баш ҡалҡытҡан бәш­мәктәр шикелле, йылдан-йыл тыуған йортон иркен урамға алмаштырырға мәжбүр үҫмерҙәрҙең күбәйеүе кемдәрҙе генә борсоуға һалмай – ул хатта ки социаль проблемаға әйләнде. Билдәле сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, һәр 50-се малай һәм ҡыҙ билдәһеҙ яҙмыш ҡосағына тапшырылып ҡуйылған, ти ғалимдар.
Берәҙәктәр тураһында иһә төрлө имеш-мимеш йөрөй. Рәсәйҙә 1,5–2 миллион тирәһе шундайҙар иҫәбендә, ә дөрөҫ һанды белеү өсөн ошоно икегә ҡабатларға ҡуша статистар. Шуны ла онотмайыҡ, был рәсми һандар, улар, әлбиттә, ысынбарлыҡтан бик йыраҡ тора, эйе, ә иҫәпкә ҡуйылмағандары күпме! Ундайҙар, бармаҡҡа ҡаҙалған шырау шикелле, ғүмер буйы йәмғиәтте артҡа һөйрәгән. Һүҙ ҙә юҡ, ил етәкселеге был мәсьәләгә күптән йөҙ менән боролған.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Республика етәксеһе - технопаркта

Республика етәксеһе - технопаркта 15.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында Кванториум - Квантолаб...

Тотош уҡырға 49

Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 36

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 56

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 47

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 79

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 72

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 86

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 85

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 84

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 178

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 86

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертауҙа Балалар ижады үҙәге нигеҙендә “Квантолаб” балалар технопаркы асылды....

Тотош уҡырға 89