Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ – Күмертау лицейынан!
Беҙ – Күмертау лицейынан!Белем усағының шаулап торған мәленә тура килдек. Ниндәй байрам тиһегеҙме? Тамаша залында “Шаяниум” конкурсы бара ине. Сәхнә түренә береһенән-береһе көслө һәм шаян командалар күтәрелә, ә аҫта көйәрмәндәр девизды яңғыратып, ҡыҫҡа йыр башҡарып, фекерҙәштәрен ҡеүәтләй, дәртләндерә. Әлбиттә, һәр береһе беренсе урынға лайыҡ. Хәйер, был эште белгестәргә – жюри ҡарамағына тапшырайыҡ. Әйткәндәй, әлеге бәйге бында күптән матур йолаға әйләнгән. Сираттағыһы иһә Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылына арналып уҙғарылды. Иң мөһиме, ярыштың ҡыҙ һәм малайҙар араһында популярлыҡ яулай барыуы шатландыра, командаларҙың артыуы бигерәк тә маҡтаулы. Шуға асыҡлыҡ индерәйек – Күмертау ҡалаһындағы был физика-математика һәм физика-химия йүнәлешендә эшмәкәрлеген көйләгән Республика политехник лицей-интернаты. Форсаттан файҙаланып, уҡыу йортоноң директоры – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Римма ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА менән әңгәмә ойошторҙоҡ.

– Республика политехник лицей-интернаты “Рәсәйҙең гимназия союзы” Бөтә Рәсәй милли мәғарифы программаһында ҡатнаша. Уның маҡсаты нимәлә?
– Мәртәбәле программа 2007 йылда барлыҡҡа килгәйне, уны Санкт-Петербургтағы Мәғарифҡа ярҙам итеү фонды тормошҡа ашыра. Ошо программа нигеҙендә видеоконференция бәйләнеше ойошторола. Уны файҙаланып, илебеҙҙең белем усаҡтары бер-береһе менән аралаша, тәжрибә уртаҡлаша, сетерекле мәсьәләләр тураһында фекер алыша. Бигерәк тә һөнәр һайлағанда үҫмер йыш ҡына юл сатында тороп ҡалыусан, бына шунда хәбәрләшеү ярҙамға килә лә инде. Шулай уҡ илһөйәрлек, рус теленә хөрмәт менән ҡарауҙы ла тәрбиәләй ул, өҫтәмә белем алыу, ирекмән хәрәкәтенә ҡушылыу һәм башҡа эштәрҙе әйтәһе лә түгел.
Уйлауымса, һәр бала тиҫтерҙәре менән даими аралашырға тейеш. Бында һүҙ тар мөхиткә ҡағылмай йәки үҙе ҡанат нығытҡан мәктәп тураһында бармай, ғөмүмән, республика, ил, хатта сит ҡитғаларҙағылар менән бәйләнеш тотоу һәр йәһәттән дә отошло.
– Римма Айрат ҡыҙы, уҡыу йорто төрлө проекттарҙа ҡатнаша. Быға нисек өлгөрәһегеҙ?
Беҙ – Күмертау лицейынан!– Һәр уй-ниәткә алдан тотонһаң, барыһына ла өлгөрөргә мөмкин. “Лицейҙа белем эстәгәндәр алғы сафта булырға тейеш” тип өйрәтәбеҙ уҡыусыларға. Лицейға “Рәсәй машина эшләү союзының ассоциацияланған мәктәбе” проектында ҡатнашыу һәм “Физика-математика һәм инженер-техник йүнәлешле белем биреү учреждениеһы” статусы бирелеү донъяға сығыуға бер аҙым булды тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Ырымбур дәүләт университетының Күмертау ҡалаһындағы филиалдары менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ, шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты ойошторған төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнайбыҙ. Вуздар ойошторған олимпиадаларҙа ҡатнашыу бер, ә инде егет һәм ҡыҙҙарҙың призлы урындарҙы яулауы ысын мәғәнәһендә ғорурлыҡ. “Һеҙ ҡайҙан?” тип һорағанда, “Күмертау лицейынан” тигән һүҙҙе ишетеү дәртләндерә.
– Һеҙҙәге бай һәм күптәрҙе көнләштерерлек музейҙан ҡунаҡтар өҙөлмәй...
– Һәр музейҙың бурысы – тарихты өйрәнеү. Беҙҙә лә шулай, мәктәп музейы иһә балаларға лицейҙың һәм тыуған яҡтың данлы үткәненә байҡау яһарға ярҙам итә. “Батыр” хәрби-патриотик клубының эше яйға һалынған. Улар бына инде нисә йыл рәттән яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы Ғәфиәтулла Арыҫланов исемендәге кубокты яулай. “Юнармия” йәмәғәт хәрәкәтенә ҡушылыу ҙа малайҙарҙы илһөйәрлеккә этәрә, рухтарын күтәрә. Йәш быуын атай-олатайҙар үткән данлы юлды, бай тарихыбыҙҙы белеп үҫергә тейеш. Бер үк ваҡытта төп маҡсат – төплө белем биреү, төрлө яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләүҙән тайпылмайбыҙ.
– Римма Айрат ҡыҙы, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн рәхмәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 170

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 85

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 478

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 88

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 256

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 70

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 144

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 107

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 105

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 56

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 93

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 171