Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙҙекеләр тормошта юғалып ҡалмай”
“Беҙҙекеләр тормошта  юғалып ҡалмай”Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты – көньяҡ-көнсығыш райондары йәштәре өсөн мәғариф, фән һәм белем биреү үҙәге булараҡ, төбәк халҡының ныҡлы таянысы. Йәштәр, йыраҡтағы ҡалаларға юлланмайынса, яҡында юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә. Уҡыу йортонда йәштәргә, сифатлы белем менән бер рәттән, һоҡланғыс тәрбиә бирелә. Студенттарҙың 90 проценттан ашыуы – башҡорттар. Бында бигерәк тә йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Уларҙы һәр иртән халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре Рәми Ғарипов, Мөхәмәтша Буранғолов, Сибай Шәйәхмәтов, Һәҙиә Дәүләтшиналарҙың һыны сәләмләй, институт бинаһында Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла һәм башҡаларҙың мөһабәт барельефтары ҡаршылай.
Студенттарға белем алыу өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылған: улар заман талаптарына яуап биргән кабинеттарҙа шөғөлләнә, бар уңайлыҡтары булған бүлмәләрҙә йәшәй, төрлө конференцияларҙа, форумдарҙа ҡатнаша, Рәсәй, хатта сит илдәрҙә конкурстарҙа, белемдәрен камиллаштырыу буйынса курстарҙа сығыш яһай, төрлө мәҙәни һәм спорт бәйгеләрендә призлы урындар яулай. Сибай институтының бөгөнгө хәле, киләсәккә пландары, юғары белем тармағындағы үҙгәрештәр, уларҙың үтәлеше, абитуриенттарҙы ҡабул итеүгә бәйле яңылыҡтар менән яҡындан танышыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, биология фәндәре докторы, профессор, Сибай институты директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Йәлил Төхфәт улы ҺӨЙӨНДӨКОВ менән әңгәмәләштек.



– Һүҙебеҙҙе яҡшы хәбәрҙән башлайыҡ. Белеүебеҙсә, күптән түгел Сибай институтында ҡыуаныслы ваҡиға булды. Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министр­лығы илебеҙҙең юғары уҡыу йорт­тары эшмәкәрлеген тикшереп, улар­ҙың һөҙөмтәлелек мониторингы йомғаҡ­тарын иғлан итте. Улар буйынса һеҙҙең уҡыу йорто яҡшылар рәтендә.
– Ысынлап та, БДУ-ның Сибай институты Рәсәй вуздарының һөҙөмтәлелек мониторингы рейтингында ҡатнашып, Рәсәйҙең 1290 юғары уҡыу йорто араһында 191-се урынды алды. LiftUp программа-методик комплексы үткәргән мониторингта белем биреү, ғилми-тикшеренеү, халыҡ-ара, финанс-иҡтисади эшмәкәрлек, сығарылыш курс студенттарының эшкә урынлашыу кимәле етди тикшерелә.
Һәр белем усағының төп хеҙмәт күрһәткесе – сығарылыш студенттарының квалификация­һына ярашлы эш урыны табыуы. Шуныһы ҡыуаныслы: был йәһәттән ғорурланырлыҡ нигеҙебеҙ бар: беҙҙең институтты тамамлаған белгестәргә ихтыяж ҙур, улар Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә иҡтисад, сәнәғәт, мәғариф тармаҡтарында, дәүләт органдарында уңышлы хеҙмәт итә.
Рейтингта Башҡорт дәүләт университеты­ның бөтә филиалдары ла мөмкинлектәрен һынап ҡараны һәм Башҡорт дәүләт университеты Рәсәйҙең иң йоғонтоло эшләгән йөҙ юғары уҡыу йорто иҫәбенә инде. Ошоларҙан сығып, оло ышаныс менән әйтә алабыҙ: Сибай институтының киләсәге өмөтлө. Беҙҙең төп маҡсат: республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәген юғары квалификациялы, конкурент­лыҡҡа һәләтле белгестәр менән тәьмин итеү.

– Йәлил Төхфәт улы, гәзит уҡыусы­лар­ҙы Сибай институтының эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырайыҡ әле.
“Беҙҙекеләр тормошта  юғалып ҡалмай”– Беҙҙең уҡыу йортонда республиканың төрлө райондарынан килгән егет һәм ҡыҙҙар белем ала. Йәштәрҙең күбеһе – көньяҡ-көнсығыш төбәктән. Был аңлашыла ла, сөнки был төбәктә йәшәгән халыҡ өсөн Өфөлә йәки башҡа ҡалала белем алыу мәшәҡәтлерәк. Беренсенән, юл ауыр, йыраҡ. Икенсенән, үҙебеҙҙә бынамын тигән белем усағы була тороп, йәштәр ниңә башҡа ерҙе һайлаһын?!
Сибай институтында белем алыу, фән менән шөғөлләнеү, үҙеңдең һәләтеңде бар яҡлап асыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙә ғилем туплаған, тәрбиәләнгән белгестәр республикала ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә уңышлы хеҙмәт итә, уларға ихтыяж ҙур. Сибай институтын тамамлаусылар төплө белеме, яҡшы тәртибе, коллективҡа яраҡлаша, кешеләр менән аралаша белеүе менән айырылып тора. Сығарылыш студенттарының эшкә урынлашыу күрһәткесе – 98 процент.
Уҡыу йортоноң матди-техник нигеҙе үҙен­сәлекле, ныҡлы. Үрҙә телгә алынған мониторинг йомғаҡтары буйынса Сибай институты иң яҡшы уҡыу йорто булып танылған икән, бы­ның нигеҙендә төрлө йүнәлештә эҙмә-эҙлекле, маҡсатҡа ярашлы эш алып барыу һөҙөмтәһе ята. Матди-техник хәлдең тотороҡ­лолоғо, заманса уҡыу-лаборатория корпус­тарының булыуы, көнкүреш шарттары тыуҙы­рылған ятаҡ, тренажер залдары, спорт майҙансыҡтары, стадион, ашхана, китапхана, “Төйәләҫ” фәнни-тәжрибә комплексы, “Талҡаҫ” күле буйындағы ял базаһы, тоҙ шахтаһы, сәләмәтлек үҙәге, редакция-нәшриәт үҙәге – быларҙың барыһы ла йәштәргә заманса белем биреүгә, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ҡуйған талаптарҙы уңышлы һәм теүәл атҡарып сығыуға булышлыҡ итә.
Сибай институтында 11 фән докторы, 40-тан ашыу фән кандидаты эшләй. Йыл һайын бер нисә кеше кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлауға өлгәшә, уларҙың күбеһе – ошонда белем алған студенттарыбыҙ.
Бөгөн беҙҙә дүрт факультет бар, унда көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә бөтәһе өс меңгә яҡын студент белем ала. Педагогика факультетында дүрт кафедра эшләй: педагогика һәм психология, сит телдәр, башҡорт һәм рус филологияһы, мәктәпкәсә йәштәге балаларға башланғыс белем биреү кафедралары. Был факультетты һайлағандар һис тә юғалып ҡалмай, һәр саҡ эш таба. Тәбиғи-математика факультетында белем алыусылар ҙа бер нисә йүнәлештә һөнәр ала. “Ғәмәли математика һәм информатика”, “Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу”, “Физик культура”, “Биология” бүлектәрен тамамлаусылар үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарай. Был йүнәлештә белем алыусылар ҡаланың тау-байыҡтырыу сәнәғәтенең тирә-яҡ мөхиткә тәьҫирен, уны һаҡлау мәсьәләләрен өйрәнә. Биологтар ҡурсаулыҡтар, тәбиғәт һәм милли парктар менән хеҙмәттәшлек итә, тәбиғәткә сығып, үҫемлектәр донъяһын яҡындан өйрәнә. “Иҡтисад һәм хоҡуҡ” факультетында белем алыусылар күбеһе иҡтисад һәм хоҡуҡ өлкәһендә эшләй. Бөгөн юристарға һәм иҡтисадсыларға ихтыяж ҙур булмаһа ла, үҙ эшен яҡшы белгән белгескә һәр саҡ эш табыла.
Икенсенән, хәҙерге заманда ҡануниәтте белмәйенсә бер аҙым да эшләп булмай. Үҙ эшеңде асһаң да, ниндәйҙер килешеү төҙөһәң дә, законды белеү, юридик яҡтан белемле булыу ҡамасауламай. Шулай уҡ теоретик белемде нығытыу һәм уны төптән өйрәнеү өсөн практиканың булыуы ла мөһим. Был йәһәттән беҙҙә яҡшы шарттар, уңайлыҡтар булды­рылған. Студенттар эксперт-криминалистика лабораторияһында шөғөлләнә, судта, прокуратурала, тәү тикшереү бүлегендә, полицияла практика үтә. Шулай уҡ ҡаланың төрлө ойошма-предприятиеларында юрист-консультант булып белемдәрен камиллаштыралар. Йыл һайын факультет алдынғылары өсөн Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы базаһында күсмә практика үтеү яйға һалынған. Яңыраҡ бер төркөм студент Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ярҙамы менән Мәскәүҙә бер аҙна булып ҡайтты.
Технология факультеты йәштәр араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана, бында уҡырға теләүселәрҙең һаны йылдан-йыл арта. Урал аръяғы тау-ҡаҙылма байлыҡтары менән дан тота. Ошоно һәм сәнәғәт предприятиеларын, ауыл хужалығын күҙ уңында тотоп, 2011 йылда Технология факультетында “Транспорт-технология машиналарын һәм комплексын эксплуатациялау”, “Художество материалдары технологиялары” йүнәлештәре асылды. Шулай уҡ теләүселәр педагогик йүнәлештә “Технология” профиле (уҡытыусы) һөнәренә эйә була. Тау сәнәғәте өсөн белгестәр артабан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында, “Башҡорт баҡыры”, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаттарында эшләй. Шулай уҡ “Нефтекама автомобиль заводы” йәм­ғиәте, “Башсельхозтехника”, “Башавтотранс” предприятиелары менән килешеү төҙөлгән.
Яңыраҡ сафҡа ингән тау ҡоролмалары һәм машиналары урынлашҡан, заманса йыһаз­ландырылған уҡыу полигоны, техника паркы студенттарҙың белемен практикала һынап ҡарарға булышлыҡ итә. Сибай йәшмәһенең даны бөтә илгә билдәле: беҙҙең студенттар үҙ ҡулдары менән ошо таштан төрлө матурлыҡ тыуҙырыу көсөнә эйә. Улар эшләгән сувенирҙар, шкатулкалар һәм ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәренең ниндәй генә төрө юҡ! Шулай уҡ бында кейеҙ баҫыу, унан төрлө әйберҙәр яһау буйынса ла киң эш йәйелдерелгән. Киләсәктә факультетта автодром төҙөү һәм А, В, С категориялары буйынса водителдәр әҙерләүҙе лә күҙ уңында тотабыҙ. Быйыл ғинуар айынан балалар өсөн робот техникаһы буйынса курс ойошторолдо.

– Билдәле булыуынса, Рәсәй мәғариф системаһындағы үҙгәрештәр һеҙҙең уҡыу йортон да урап үтмәне. Юғары уҡыу йорттарын берләштереп, уларҙа технопарк һәм кластерҙар асыла. Был йүнәлештә Сибай институтында ниндәй эштәр атҡарыла?
– Ысынлап та, федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы, Рәсәй белем биреү академияһының Башҡорт­остан Фәнни үҙәге ярҙамында беҙҙең уҡыу йорто базаһында Урал аръяғы өсөн белем биреү кластеры булдырыла, йәғни мәктәпкәсә йәштәге балалар баҡсаһы, мәктәптәр, урта махсус уҡыу йорттары, предприятие һәм ойошмалар менән берлектә белем биреү майҙан­сығы барлыҡҡа киләсәк. Был эш биреүселәрҙең талаптарын һәм теләктәрен иҫәптә тотоп белгестәр әҙерләүгә булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ үтә һәләтле балалар үҙәге булдырыу ҡарала. Уларға, үҙәкте тамамлағас, кластер программаһы нигеҙендә урта махсус йә юғары белем алыуға мөмкинлек бирелә. Шулай уҡ бындай алым күпкә отошло була, сөнки буласаҡ белгесте эшкә урынлаштырыуға тиклем күҙаллана. Әле был тәңгәлдә эш баш­ланған да инде. Ҡаланың педагогия, медицина, төҙөлөш һәм сервис, киң профилле һөнәри колледждары менән бәйләнеш булдырылған, уларҙы тамамлаған уҡыусылар белемдәрен беҙҙең уҡыу йортонда дауам итә ала.

– Яңы уҡыу йылында студенттар өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙырыласаҡмы?
– Һис шикһеҙ, заманса үҫешкә, камиллыҡҡа ынтылыу төп маҡсат булып ҡала. Беҙҙә йәштәр юғары белем алһын һәм буш ваҡыттарын файҙалы үткәрһен өсөн һәйбәт шарттар булдырылған. Студенттарҙың барыһы ла социаль-көнкүреш уңайлыҡтары булған ятаҡтарҙа йәшәй, ғаиләлеләр өсөн айырым ятаҡ бар. Уҡырға беҙгә килегеҙ, ә мөмкинлектәрҙе үҙегеҙ күрерһегеҙ һәм тойорһоғоҙ!

– Талантлы һәм ижади йәштәр өсөн белем усағында нимәләр эшләнә?
– Барыһы ла (йылмая). Ысынлап та, һәләтле, талантлы һәм дәртле йәштәр өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Теләй икән, бейеү, йыр коллективында шөғөлләнә, йәне теләһә, спорт буйынса секцияларҙы үҙ итә. Уҡыу йортонда “Ете ырыу”, “Сармат”, “Эдельвейс” халыҡ бейеү коллективтары уңышлы эшләй. Йыл һайын беҙҙекеләр “Студент яҙы” конкурсында еңеү яулай, “Байыҡ” бейеү телевизион конкурсында Гран-приға лайыҡ була.
Сәләмәт тормошто пропагандалау һәм спортты үҫтереү буйынса ла институтта бай матди база булдырылған. Бөгөнгө талаптарға яуап биргән өс спорт залы, спорт комплексы бар. Ҡыш институт биләмәһендә каток булдырыла, яҡтыртылған саңғы юлы эшләй. Ат спорты буйынса ла шөғөлләнәләр. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: студенттарға барлыҡ хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.

– Күптәрҙе уҡыуҙың бушлай һәм түләү­ле шарттары, стипендия, уларҙы дәртлән­дереү саралары ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалмайҙыр. Был хаҡта ни әйтерһегеҙ?
– Ҡабул итеү шарттарына ярашлы рәүештә, XI класты тамамлаусылар Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһе буйынса алына, ә урта махсус уҡыу йортон бөткәндәр имтихан бирә. Быларҙың барыһы хаҡында уҡыу йортоноң сайтында танышырға мөмкин. Киләһе уҡыу йылына бөтәһе 129 бюджет урыны ҡаралған, шуның 30-ы – ситтән тороп уҡыу бүлегенә. Түләүле нигеҙҙәге уҡыуға килгәндә, һәр факультеттың, һәр йүнәлештең үҙенә тәғәйен хаҡы бар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бюджет нигеҙендә уҡырға инә алмағандарға ташламалар ҡаралған. Әйтәйек, ятаҡтан урын бирелә, яҡшы өлгәшкән, институттың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан хәлдә, II курстан һуң бушлай уҡыуға күсеү мөмкинлеге бар.
Студенттарыбыҙ юғары академик, социаль, исемле стипендиялар алыу хоҡуғына эйә, Сибай ҡалаһы хакимиәте грантына дәғүә итә ала. Ғөмүмән, йәштәр беҙҙең уҡыу йортон һайлаһа, һис тә үкенмәҫ. Килегеҙ, белем алығыҙ һәм үҙегеҙгә оҡшаған һөнәргә эйә булығыҙ!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 0

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 51

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 45

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 73

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 69

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 80

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 81

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 77

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 164

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 84

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертауҙа Балалар ижады үҙәге нигеҙендә “Квантолаб” балалар технопаркы асылды....

Тотош уҡырға 87

Урал батыр – төрлө телдә

Урал батыр – төрлө телдә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын йәш башҡарыусыларҙың һәм һөйләүселәрҙең IX халыҡ-ара...

Тотош уҡырға 102