Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәштәр заман менән йәнәш атлай
Йәштәр заман менән йәнәш атлай“Ғәмәли математика һәм информатика” йүнәлешендә белем алған Виктор Плис менән Фәнзил Хәсәнов, Беларусь Республикаһының Минск ҡалаһында “Frontspot Hackathon 2018” хакатонында еңеп, икенсе урынды яуланы. Артабан улар Киевта үтәсәк “You Gotta Love Frontend” халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыу хоҡуғы алды. Талантлы студенттарҙың институтта үҙ лабораторияһы бар. Заман менән йәнәш атлаған йәш программалаусыларға мохтажлыҡ кисергән ойошмалар ҙа мөрәжәғәт итә.

Сибай институтында үткән “Диндәр диалогы – милли берҙәмлек нигеҙе” республика конфессия-ара йәштәр форумында бөтәһе 200-ләп кеше ҡатнашты. Форумда фекер алышыу өс секцияла барҙы. Заман шарттарында милли ойошмаларҙың эш тәжрибәһе һәм киләсәккә перспективалар, дини ойошмалар тарафынан халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү, йәштәр араһында тәрбиәүи һәм дини тәрбиә алып барыу мәсьәләләре иғтибар үҙәгенә ҡуйылды.
Күптән түгел уҡыу йортонда йәштәрҙең “Ғәҙелша-2018” тәүге төбәк белем биреү форумы үтте. Сарала көньяҡ-көнсығыш райондар һәм ҡалаларҙың алдынғы ҡарашлы йәштәре үҙ проекттарын яҡланы. Форум инновациялар майҙансығын хәтерләтте. Унда тәжрибәле спикерҙар, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төрлө кимәлдәге грант отҡан йәштәр проект әҙерләү, уның һөҙөмтәләрен планлаштырыу, сметаһын төҙөү буйынса тәжрибә уртаҡлашты. Сибай институтының педагогия факультеты студенты Гөлиә Ҡарасурина төркөмдәштәре менән әҙерләгән “Һүҙҙәр умартаһы” (телде өйрәнеү буйынса андроид системаһына ҡушымта) проекты икенсе урынға лайыҡ булды.
Сибай институтында Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә йәштәр өсөн фәһемле бик матур сара ойошторолдо. Осрашыуҙа уҡыу йортоноң күренекле ғалимдары – биология фәндәре докторы, профессор Сәфәрғәле Йәнтүрин менән биология фәндәре докторы, академик Йәлил Һөйөндөковтар ғаиләһе ҡатнашты. Улар үҙ миҫалында студент саҡта төҙөлгән ғаиләнең ныҡлы булыуын билдәләне, тормоштарынан төрлө фәһемле хәлдәргә туҡталды, фән юлындағы эшмәкәр­лектәре тураһында бәйән итте. Ике ғаиләнең дә йыр-моңға ғашиҡ булыуы, сәнғәтте үҙ итеүе һоҡландырҙы.
Ҡырым Республикаһының “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгендә Сибай институтының дүрт студенты вожатый булып эш башланы. Илдең 39 уҡыу йортонан барлығы 400-ҙән ашыу студент Рәсәйҙең төрлө ҡала һәм төбәктәренән өс меңдән ашыу уҡыусының ялын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәреү өсөн тырыша. Улар араһында Илгиз Абдрахманов, Рәмзил Булатов, Гөлиә Ҡарасурина һәм Лиана Ишбаеваларҙың булыуы уҡыу йорто өсөн икеләтә ҡыуаныс. Әйткәндәй, студенттарға ошондай мөмкинлек үткән йыл Ҡырым Республикаһы менән Сибай институты араһында төҙөлгән килешеү нигеҙендә булдырылған.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Республика етәксеһе - технопаркта

Республика етәксеһе - технопаркта 15.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында Кванториум - Квантолаб...

Тотош уҡырға 61

Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 38

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 58

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 48

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 82

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 74

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 88

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 87

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 89

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 182

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 89

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертауҙа Балалар ижады үҙәге нигеҙендә “Квантолаб” балалар технопаркы асылды....

Тотош уҡырға 90