Әкиәт аша изгелек өләшеп

19-06-2018, 00:03 // Белем һәм тәрбиә // Баҫып сығарырға
Әкиәт аша изгелек өләшепИрекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн йәш сикләүе юҡ. Улар араһында оло йәштәгеләрҙе һәм йәштәрҙе осратырға мөмкин, хатта уҡыусыларҙы ла. Сибай ҡала гимназияһының II “Б” класы уҡыусылары (класс етәксеһе – Рәмилә Торомтаева) тап шулай иҫәпләй. Улар әкиәттәр аша кешеләргә изгелек өләшә, сөнки ниндәйен генә алма, уның аҙағында һәр саҡ изгелек менән яҡшылыҡ еңә.


Тәү тапҡыр икенселәр былтыр “Әлифба” байрамында үҙҙәренең ата-әсәһе алдында әкиәт ҡуя, артабан кескәй “әртистәр” уҡыу йылы аҙағында ҡаланың модель китапха­на­һында ойошторолған Бөтә Рәсәй “Биб­лио­төн” акцияһында С. Маршактың “Иҫәр сысҡан балаһы” әкиәтен сәхнәләштерә.
– Балалар менән әкиәт сәхнәләштереү теләген белдергәс, ата-әсәләр ҙә хуплап ҡаршы алды. Кемдер геройҙарға битлек әҙерләне, икенселәре сәхнәне биҙәү, әйберҙәр менән йыһазландырыуҙы үҙ өҫтөнә алды. Төп геройҙы уйнаған Илназ Әбделғужиндың атаһы Илһам Факил улы хатта китапханаға карауат та алып килеп ултыртты (сценарий буйынса сысҡан балаһы әкиәттең башынан алып аҙағына тиклем йоҡларға “йыйына” – авт.), – ти Рәмилә Юлай ҡыҙы.
“Театр ене” ҡағылған кескәй әртистәр яңы уҡыу йылында ла әкиәт сәхнәләштереү теләге менән яна, был хаҡта класс етәкселәренә әленән-әле белгертеп тора. Әмәлгә ҡалғандай, ҡала мәғариф идаралығы мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар араһында күсәгилешлек программаһына ярашлы үтәсәк сараларҙың береһендә үҙҙәренең шефлыҡҡа алынған “Ҡарһылыу” балалар баҡсаһы кескәйҙәре алдында башҡортса әкиәт менән сығыш яһарға кәрәк икәнлеге асыҡлана.
Әкиәт аша изгелек өләшепII “Б” гимназистары ҡыҫҡа ваҡыт эсендә “Батыр әтәс” башҡорт халыҡ әкиәтен Рәмилә Торомтаева эшкәртеүендә сәхнә­ләштереүгә тотона. Был юлы ла ата-әсәләр ярҙамға килә: улар күмәкләп семәрле ҡалаҡ эшләй, костюмдар әҙерләй. Төп ролде уйнаған Данилға әсәһе Рәсимә Мөхәмәтғәлина хәтәр шәп костюм текһә, атаһы Салауат Яхъя улы үҙ ҡулдары менән бынамын тигән семәрле йорт эшләп бирә. Артабан был йортто ла, костюмдарҙы ла ата-әсәләр балалары ҡуйған һәр урынға алып барыуға, уларҙы кейендерешеп, сәхнәгә сығарыуға ярҙам итә.
– Ҙур теләк һәм тырышлыҡ менән “Батыр әтәс”те әҙерләнек. Кескәйҙәр алдына сығыу – уҡыусыларым өсөн ҙур яуаплылыҡ, сөнки бала күңелен алдап булмай, әҫәр уларға оҡшай йә юҡ. Ошоно иҫәпкә алып, мин тәүҙә әкиәтте үҙебеҙҙең гимназияла күрһәтергә ҡарар иттем. Бер юлы кескәй “әртистәр”ем сирҡаныс алды, тамашасы фекерҙәрен тыңланы, уларҙың маҡтау һүҙҙәрен ишетте, шуға күрә “Ҡарһылыу” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре алдында үҙҙәрен ышаныслы тотоп, бынамын тигән итеп уйнап сыҡты.
Беҙҙең сығышты күргән һәр кем уҡыусыларҙың сәхнәлә үҙҙәрен ысын артистар кеүек тотоуын, ихлас һәм дәртле уйнауҙарын билдәләне. Быйыл Рәсәйҙә иғлан ителгән Ирекмән йылына ярашлы, гимназияның социаль педагогы Динә Мәһиҙиеваның кәңәше буйынса, “Батыр әтәс” әкиәтен “Азатлыҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә йәшәгән ҡарауһыҙ ҡалған оло йәштәге кешеләр алдында ла ҡуйҙыҡ. Изгелек ҡылыу – бер, ә шул изгелекте ҡабул иткән кешеләрҙең дә һиндәге изгелек осҡондарын һүндермәй ҡабул итә белеүе – икенсе шарт. Был шарттар үтәлһен өсөн ике яҡтан да киң күңел, ихлас йөрәк кәрәк. Шуныһы ҡыуаныслы: “Азатлыҡ”та йәшәгән инәй-олатайҙар беҙҙе йылы ҡаршы алды. Уларҙың балаларҙы дәртләндереп, “тағы ла килегеҙ” тип ҡалыуы уҡыусыларымдың күңелен үҫтерҙе, ҡанат ҡуйҙы, – ти Рәмилә Торомтаева.
Артабан йәш артистар ҡаланың етем ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ойошторолған “Ғаилә” үҙәгендә, ҡаланың махсус (коррекцион) белем биреү мәктәбендә, “Айгөл” балалар баҡсаһында сығыш яһай. Матур башланғыс гимназияла ғына түгел, ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында ла танылыу таба. Изге ниәт менән башҡарылған эш туҡтап ҡалырға тейеш түгел тигән маҡсаттан балалар К. Чуковский әҫәре буйынса “Муха-цокотуха”ны сәхнәләштереп, йәнә бер нисә урында ҡуйып өлгөрә.
Ҡала гимназияһы директоры Ирина Варламова әйтеүенсә, шатлыҡ һәм бәхет илтергә ашҡынған һәр кем ирекмән була ала, уның йәш сиге булмауы ҡыуандыра, гимназияның ошо класс уҡыусылары, уларҙың етәксеһе һәм ата-әсәләре менән берлектә ҡалала ирекмәнлек хәрәкәтен тулыландыра. Улар үҙенең матур, фәһемле сығыштары менән ай һайын ҡарттар йортондағы ололарҙы ла, балалар баҡсаһындағы кескәйҙәрҙе лә ҡыуандырып тора. Әкиәт тамашалары, иҫ киткес костюмдары һәм актерҙар оҫталығы тамашасыларға яҡшы кәйеф бүләк итә. Инициативалы, тәжрибәле уҡытыусы ғына түгел, ә йәш яҙыусы Рәмилә Юлай ҡыҙының тырышлығын да билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Ирекмәндәр хәрәкәтен үҙ класында башлап, уны артабан үҫтереп, уҡыу йортоноң ошо йүнәлештәге эшмәкәрлегенә ҙур өлөш индерә.
Әйткәндәй, гимназияла тап ошо II “Б” класы нигеҙендә “Балапандар” тип аталған ирекмәндәр төркөмө төҙөлә. Балапандар “бөркөт, ҡарсыға кеүек ҡоштарҙың иң ныҡлы, иң көслө балаһы” тигәнде аңлата. Изгелек ҡылыу өсөн дә тәү сиратта көс, бигерәк тә рухи көс талап ителә бит. Ә ошо балалар үҙҙәренең һәр сығышы һайын ни тиклем көслө булыуын күрһәтеп кенә ҡалмай, изгелек, яҡшылыҡ төшөнсәләрен тирә-йүндәгеләргә тарата, уның барлығын үҙ сығыштары менән дәлилләй. Тап кескәй “балапандар” кеүек.

Сибай ҡалаһы.