Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алда – һайлау: ҡайҙа барырға?
Йәй – республиканың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары өсөн ҡыҙыу осор. Нисек яңылышмайынса ғына уҡыу йортон һайларға? Сығарылыш класс уҡыусыларының һәр ҡайһыһын борсойҙор был һорау. Ысынлап та, уҡыу йортон һайлау — ҙур тормош киңлегенә илткән оло аҙымдарҙың береһе. Күп осраҡта абитуриенттар был мәсьәләне ата-әсәләр, туғандар, таныштар кәңәше менән аңлы рәүештә йәки, киреһенсә, төптө уйламайынса хәл итә. Был үҙ сиратында киләсәктә үҙ һөнәри йүнәлештәре буйынса эш табыуҙа, матди һәм рухи йәһәттән дә аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙыра. Нисек итеп яңылышмайынса, киләсәктә һинең яҙмышыңдың уңышын хәл итер уҡыу йортон һайларға. Ошо юҫыҡтарға, тәжрибәлеләрҙән йәштәргә бер нисә фәһемле кәңәш:

Уҡыу йортон һайлағанда һеҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙарға һәм мөмкинлектә­регеҙгә тап килгән һөнәр икәнен аңлап ҡарағыҙ, төптән уйлағыҙ һәм сағышты­рығыҙ. Кемдеңдер фекеренә генә эйәреп һәм бер кәңәшкә генә һылтанып һөнәр һайлау дөрөҫ булмаҫ.
Төплө кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ, әммә ҡайҙа уҡырға инергә икәнен үҙегеҙ һайлағыҙ.
Бик икеләнгән осраҡта ниндәй һөнәр һеҙгә тап килеүен билдәләгән һөнәри тес­тар эшләп ҡарағыҙ.
Үҙегеҙ һайлаясаҡ уҡыу йорто һәм һөнәр буйынса мәғлүмәттәр йыйығыҙ, уҡығыҙ һәм өйрәнегеҙ, аласаҡ һөнәре­геҙҙең киләсәктәге перспективалары хаҡында ла уйлағыҙ. Һөнәр һеҙҙең өсөн ысынлап та ҡыҙыҡлы икән, ауырлыҡтар­ҙан ҡурҡмағыҙ, уй-фекерегеҙҙә икеләнмә­геҙ, уҡырға инергә тырышығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ һайлаған һөнәргә ҡыҙыҡһыныу бар икән, уҡыу ҙа ҡыҙыҡлы һәм уңышлы буласаҡ.
Әгәр ҙә һайлаясаҡ һөнәрегеҙҙең һеҙҙеке икәненә тулы ышаныс юҡ икән, саҡ ҡына көтөгөҙ һәм сағыштырығыҙ, һөнәрҙең киләсәктә һеҙҙең өсөн ниндәй һөҙөмтәле мөмкинлектәр асыуы хаҡында уйлағыҙ.
Шулай ҙа билдәле уҡыу йортонда һайлаған һөнәр йүнәлеше тап минеке һәм мин ошо юҫыҡта эшләргә теләйем тигән ышаныслы фекер һуңғараҡ килеүе лә мөмкин. Шуға ла хаталанырға, көсөгөҙ­ҙө һынап ҡарарға ҡурҡмағыҙ. Уҡығыҙ һәм, иң мөһиме, донъя баҙарында үҙен ышаныслы тота аласаҡ шәхес булыр өсөн төрлө яҡлап үҫешегеҙ. Тик ятмағыҙ.
Маҡсатығыҙға ынтылығыҙ, ҡурҡма­ғыҙ, һеҙгә ышаныс белдермәгән кешеләр­ҙең һүҙҙәренә иғтибар итмәгеҙ. Тырышы­ғыҙ, үҙегеҙгә һәм реаль хыялдарығыҙға ышанығыҙ – барыһы ла килеп сығасаҡ.
Әгәр ҙә ниндәйҙер уҡыу йортона һәм һөнәргә айырым өҫтөнлөк бирмәйһегеҙ икән, хеҙмәт баҙары күрһәткестәренә нигеҙләнегеҙ.
Уҡырға инер адынан үҙ мөмкинлектә­регеҙҙе самалағыҙ. Киләсәктә эшкә урынлашыу шарттарын һәм, әлбиттә, эш хаҡы менән дә алдан ҡыҙыҡһынығыҙ.
“Йола буйынса” тигән принциптан сы­ғып уҡырға инмәгеҙ. Телселәрҙең бө­тәһе лә телсе булып бөтмәй, юрист һәм иҡтисадсы һөнәрен үҙләштергәндәрҙең барыһы ла уңышлы хеҙмәткәрҙәр түгел. Ҡыҙыҡһыныуығыҙ бар икән, бөгөн юғары һорау менән талап ителгән техник һөнәр­ҙәргә иғтибар итегеҙ. Шулай ҙа һуңғы фекер һәм һығымта – үҙегеҙҙән. Дөрөҫ юлды һайлағыҙ, үкенмәҫһегеҙ, сөнки донъя баҙарында күп осраҡта престиж тигән һүҙ түгел, талап ителгән һәм һорау менән ҡулланылған һөнәр өҫтөнөрәк һанала.
Ныҡыш, ҡыйыу булығыҙ һәм тел­дәрҙе өйрәнегеҙ. “Тел Киевҡаса алып барып етер” тигән фекер бөгөнгәсә актуаль. Ә донъя, уйлап ҡараһаң, бер Киев менән генә сикләнмәй, теләге булған, тырыш йәштәргә сит илдәргә барырға, үҫешергә, сәйәхәткә сығырға бөтә мөмкинлектәр бар.
Ришүәт биреп уҡырға инеү әле шул белем усағын уҡып бөтөү тигәнде аңлат­май. Унһыҙ ҙа уҡырға инергә мөмкин. Ә бына “Танышлыҡ – ул перспектива түгел, ә перспективалы эшкә асылған юл һәм мөмкинлек” тигән фекерҙе балаларын уҡырға индергән ата-әсәләр онотмаһын.
Диплом алыу өсөн түгел, ә ҡыҙыҡ­һыныуҙар буйынса төрлө яҡлап үҫешеү өсөн уҡығыҙ.
Һайлаған уҡыу йорто тураһында таныштарығыҙҙан, унда уҡыған студент­тарҙан һорашып белешегеҙ.
Престижлы һәм киң билдәле уҡыу йорттарына документтарығыҙҙы тапшы­рырға ҡурҡмағыҙ. Әгәр ҙә мәктәптә уҡыған саҡтан уҡ аңлы рәүештә тырышһағыҙ һәм бик теләһәгеҙ, уҡырға инергә мөмкин. Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ.
Имтихандар – ярты уңышығыҙ. БДИ һәм БТИ һынауҙарын уңышлы тапшырыу яҡшы уҡыу йорттарына инеү мөмкинле­генә юлдар аса.
Урта махсус йәки юғары белем – һеҙҙең һайлау. Тырышлыҡ һалмайынса, юғары уҡыу йортонда ла яҡшы йә насар белгес булырға, урта махсус уҡыу йортонда ла киләсәктә уңышлы эшләйәсәк белгес булып етешергә мөмкин.
Уҡырға ингән саҡта уҡ үҙегеҙҙең йүнәлеш буйынса һуңғы курстарҙа эшләй башлау уйы менән инегеҙ. Уҡыу йортон тамамлаған осраҡта, һеҙҙең тәжрибә һәм юғары хаҡлы эш урыны табырға мөмкин буласаҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 32

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 54

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 47

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 75

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 70

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 86

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 83

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 83

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 173

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 85

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертауҙа Балалар ижады үҙәге нигеҙендә “Квантолаб” балалар технопаркы асылды....

Тотош уҡырға 87

Урал батыр – төрлө телдә

Урал батыр – төрлө телдә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын йәш башҡарыусыларҙың һәм һөйләүселәрҙең IX халыҡ-ара...

Тотош уҡырға 102