Туған тел һағындағы остаз

26-06-2018, 00:03 // Белем һәм тәрбиә // Баҫып сығарырға
Туған тел һағындағы остазУҡытыусы – балаларҙы яҡтылыҡҡа әйҙәүсе, уларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе шәхес. Үҫеп килгән йәш быуынға йүнәлеш, дөрөҫ юл күрһәтеүсе, ҙур тормоштоң күк иңләмәҫ һорауҙарына яуап эҙләү өсөн йәштәр янынан йәнәшә барыусы олуғ остаз да ул. Йәш йөрәктәрҙә ҡабыҙған тәжрибәле остаздарҙың усағы бынан ары ғүмерҙең төрлө мәлдәрендә ныҡышмал һәм сабыр булырға әйҙәй. Шуға ла ғүмерҙәрен оло һәм изге эшкә бағышлаған ысын уҡытыусыларҙы илһамландырыусы, ҡанатландырыусы, оҙон армыт-армыт бейек тауҙарға юл алыр меңдәрсә һуҡмаҡ башланғыстарын яҡтыртыусы тиһәк тә, һис кенә лә хата булмаҫ, моғайын.

Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Резидә Сәлимйән ҡыҙы Әлимғолова бала саҡтан бер генә хыял менән яна – уҡытыусы булыу. Әхирәттәре менән йыйылышып, улар йыш ҡына “мәктәп” уйнайҙар. Өйҙәрендә лә ул күпселек ваҡытын дәфтәрҙәр тикшереп, ҡурсаҡтарына дәрестәр биреп үткәрә. Күп йылдар үткәс тә, йыраҡ бала саҡ йылдарында бөрөләнгән оло һәм яҡты хыялына тоғро ҡала ҡыҙ: бар ғүмерен һайлаған изге эшенә – уҡытыусылыҡҡа бағышлай.
Резидә Сәлимйән ҡыҙы Ейәнсура районының Үрге Бикбирҙе ауылынан. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала ул. Артабан Бикбау һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә юллана. Әммә белем эстәгән кескәй уҡыусы өсөн һигеҙ саҡрым араны үтеү бик ауыр кеүек тойолмаһа ла, ата-әсәһе ҡышҡы һыуыҡтарҙа йөрөүе ҡыйын булыр тип, ҡыҙҙы Көйөргәҙе районына ҡараған Маяҡ ҡасабаһы мәктәбенә күсерә.
Шулай итеп тырыш ҡыҙ Күмертау ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында уҡый. Ниһайәт, 1978 йылда мәктәпте уңышлы ғына тамамлап, үҙе хыял иткәнсә Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Туған телгә һәм әҙәбиәткә булған һөйөүе, шулай уҡ бәләкәйҙән рус яҙыусыларының әҫәрҙәре менән ҡыҙыҡһыныуы ҡыҙҙы уҡыу йортоноң башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте бүлегенә алып килә.
1983 йылда институтты тамамлағандан һуң, юғары белемле йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Мәләүез районының Йомаҡ ауылына ебәрәләр. Шулай бик күп йылдар ауыл мәктәбендә балаларға тел үҙенсәлектәрен өйрәтә ул, рус һәм инглиз телдәренә һөйөү тәрбиәләй. 2009 йылда Йомаҡ ауылы мәктәбе ябылғас, ул саҡтағы Мәләүез механика-технология техникумына эшкә урынлаша. 2015 йылдан техникум Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү колледжы тип үҙгәртелә.
Бөгөн Резидә Сәлимйән ҡыҙы студенттарға башҡорт теленән һабаҡ бирә, үҙенсәлекле алымдар ярҙамында уларҙа телгә ҡарата оло ҡыҙыҡһыныу уята. Тәжрибәле уҡытыусының уҡыусылары йыл да республика кимәлендә уҙған сараларҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Колледжда башҡорт телен татар, рус, әрмән, сыуаш, тажик һ.б. милләт балалары ла өйрәнә. Резидә Сәлимйән ҡыҙының ҡыҙыҡлы дәрестәре, тел мәҙәниәтен тәрбиәләүҙе төп йүнәлеш итеп ҡуйған маҡсаты арҡылы башҡорт теленә оло хөрмәт һәм ихтирам менән ҡарай улар. Һис шикһеҙ, был да уҡытыусының үҙ эшен яратып, күңел һалып башҡара алыуынан киләлер.
Юғары категориялы уҡытыусының эше ғәҙел баһалана. Уның 2011 йылда Рәсәй Федерацияһының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнеүе генә лә күп нәмә тураһында һөйләй.
Резидә Сәлимйән ҡыҙы утыҙ биш йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған. Ихтирамға лайыҡ хеҙмәт ветераны, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, яратҡан эшен дауам итә. Ҡасандыр үҙенә һабаҡ биргән уҡыу йортоноң данлыҡлы уҡытыусылары С.Ә. Ғәлинде, И.Ғ. Вәлитовты, Д.С. Тикеевты, Х.Ғ. Йосоповты оло хөрмәт менән иҫкә ала һәм улар биргән белемде, оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә тупланған тәжрибәһен киләсәк быуынға еткерәйем, тыуған илемә, үҙ телемә һәм халҡыма тоғро хеҙмәт итәйем тип тырыша.
Йыл дауамында колледжда төрлө конкурстар бик йыш үткәрелеп тора. Башҡорт теле буйынса ойошторолған саралар ҙа был йүнәлештән ситтә ҡалмай. Тел буйынса уҙғарылған бәйгеләргә студенттар ентекле әҙерләнә, бик теләп һәм әүҙем ҡатнаша.
“Заман менән бергә атлап, уҡытыу өлкәһендә яңынан-яңы юлдар эҙләгәндә һәм тапҡанда ғына ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеп була”, – ти тәжрибәле мөғәллимә. Илдең, кешелектең, милләттең киләсәге йәш быуынға бәйле булыуын билдәләп, мәғарифтың киләсәген ҡайғыртыу ҙа бик урынлы булырын һәр саҡ билдәләй ул. Туған телебеҙҙә баҫылған матбуғатты алдырып, гәзит-журналдар уҡыһаҡ, өйҙә туған телебеҙҙә һөйләшһәк, әлбиттә, телебеҙ үлмәҫ, йәнле һәм теремек телебеҙҙе киләсәк быуынға еткерә алырбыҙ, тигән теләктәрен еткерә бар ғүмерен балаларға һабаҡ биреүгә бағышлаған, телем, милләтем тип янып йәшәгән уҡытыусы.
“Моңло ла, наҙлы ла, ҡурайлы ла, данлы ла телебеҙҙе юғалтмайыҡ, һаклайыҡ! Барыһы ла үҙебеҙҙән тора!” Был матур һүҙҙәр Резидә Сәлимйән ҡыҙы Әлимғолованың халҡыбыҙға еткерер йөрәк һүҙҙәре булып яңғырай.

Мәләүез районы.