Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уҡытыусы… Тирә-яҡты өйрәтеүсе... Киләсәккә әйҙәүсе...
Бөрйән районының Аҫҡар ауылында мәртәбәле сара ойошторолдо. Бәлки, кемдер өсөн ул көн бик мөһим дә тойолмағандыр, әммә Аҫҡар урта мәктәбендә үткән был ваҡиға ошо ыҡсым ғына ауылдың яҡты тарихына инеп ҡалыр, тип уйлайым.

Барыһын бергә йыйған йәмле байрам, йылы тәьҫораттарға бай булды. Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған география уҡытыусыһы Рәил Фәруҡ улы Маликов ойошторҙо уны.
Кем ул Рәил Фәруҡ улы тиһегеҙме? Ул — үҙ эшенең оҫтаһы, энтузиаст, кеше күңелен генә түгел, тәбиғәтте лә ихлас аңлаған оло шәхес. Педагогик белем алғандан һуң, 1981 йылда Бөрйән районының Тимер ауылына география уҡытыусыһы булып эшкә килә.
– Тәүге дәрестән үк үҙен талапсан уҡытыусы итеп ҡуйыуы оҡшап бөтмәһә лә, тора-бара балалар өсөн бик үк таныш булмаған география фәненә оло һөйөү уятты. Иң яратҡан уҡытыусыларымдың береһе, – тип хәтерләй Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы лаборанты Зөлфиә Мансур ҡыҙы Фәхретдинова-Яманғолова ла.
– Рәил Фәруҡ улы менән йөрөгән һәр экскурсия, поход онотолорлоҡмо ни? Ә йыл һайын мәктәп уҡыусылары менән Ағиҙел йылғаһы буйлап кәмәлә ағып төшөү беҙҙең уҡыусыларҙың, тәбиғәткә, кешеләргә булған мөнәсәбәтебеҙҙе ҡырҡа үҙгәртте, тәрбиәүи яҡтан да, киләсәккә һөнәр һайлау йәһәтенән дә ныҡ ярҙам итте. “Рәхмәт һеҙгә ошоларҙың барыһы өсөн, Уҡытыусыбыҙ!” – тине төрлө йылдарҙа уҡыған уҡыусылары, хәҙер инде тәбиғәт менән яҡын бәйлелектә эшләгән үҙ эшенең оҫталары. Ошондай йылы хистәр менән һуғарылған бик күп сығыштар яңғыраны. Рәил Фәруҡ улының уҡыусылары, коллегалары, асыҡ дәрескә йыйылған география уҡытыусылары һәм оло быуын вәкилдәре — һәр береһе үҙ сығышында уның яҡшы уҡытыусы, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүсе генә түгел, ә тыуған ергә, тәбиғәткә һөйөү уятыусы оло шәхес икәненә баҫым яһаны. Аҫҡар урта мәктәбе директоры Ильяс Ишмөхәмәт улы Йәрмөхәмәтов үҙенең сығышында:
– Беҙ тыуған еребеҙҙе ныҡлап өйрәнергә тейешбеҙ, ауылыбыҙҙың килеп сығыу тарихына, ер-һыу атамаларына бәйле легенда һәм риүәйәттәрҙе йыйып, йәш быуынға еткереү – төп бурысыбыҙ, сөнки тап ошондай һеҙҙеке кеүек ҡыҙыҡлы алымдар, балаларҙы тәбиғәт менән ҡыҙыҡһындырыу, ер-һыуға һөйөү уятыу аша беҙ үҫеп килгән быуынды тәрбиәләйбеҙ, – тине.
— Элекке уҡытыусылар булмай тиҙәр. Уҡыусыларығыҙ, дуҫтарығыҙ менән хушлашыу тураһында уйламағыҙ ҙа, Рәил Фәруҡ улы. Беҙ бергә эшләнек һәм артабан да эшләйәсәкбеҙ әле! – тине күп йылдар уҡытыусы менән хеҙмәттәшлек иткән Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директоры Вәсилә Янбаева ла.
“Шүлгәнташ” мәмерйәһе турист фирмаһы етәксеһе Урал Хәлиуллин һәм “Мәсем” йәштәр турист ойошмаһы инструкторы Флүрә Мырҙағолова, үҙҙәренең һәр ваҡыт ярҙамға әҙер икәндәрен белдереп, Рәил Фәруҡ улына иҫәнлек-һаулыҡ теләп, бөгөнгөләй көслө рухлы, оптимист булып ҡалыуын һәм яңынан-яңы проекттар өҫтөндә бергәләп эшләйәсәк­тәренә ҙур өмөт бағлауҙарын әйтте.
Ысынлап та, уҡытыусы ғүмер буйы уҡытыу-тәрбиә эше менән шөғөлләнә һәм үҙ өлгөһөндә ысын шәхес үҫтерә! Бөгөнгө ауыр ҙа, шул уҡ ваҡытта матур ҙа заманда арабыҙҙа Рәил Фәруҡ улы кеүек йәш быуынға үрнәк булырҙай оло шәхестәр күберәк булһа, Тыуған еребеҙ, ауылыбыҙ, тәбиғәтебеҙ ышаныслы ҡулдарға ҡаласағына иманым камил. Йәшлек дәрте менән янып, тырышып эшләгеҙ, именлек-һаулыҡта тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һеҙгә, Уҡытыусы!

Бөрйән районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт телен данланылар

Башҡорт телен данланылар 17.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Яңауыл районының үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнө айҡанлы “Быуаттарҙы ашҡан туған телем” тип...

Тотош уҡырға 25

Республика етәксеһе - технопаркта

Республика етәксеһе - технопаркта 15.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында Кванториум - Квантолаб...

Тотош уҡырға 65

Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 38

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 59

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 48

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 82

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 74

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 88

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 88

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 90

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 183

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 89