Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Айдос”та, аһ-һай, күңелле!
“Айдос”та, аһ-һай, күңелле!Йәйге лагерь... Бала саҡтың иң матур хәтирәләре ошонда үткән ҡабатланмаҫ көндәр менән ҡәҙерлелер, моғайын. Усаҡ янында йырлашып ултырыуҙар, яңы дуҫтар табыу, сәйәхәттәр.


Ҡариҙел ауылында ойошторолған “Айдос” һауыҡтырыу лагеры күптән балаларҙың яратҡан урынына әүерелгән. Бер булғандар бында тағы килергә ашҡынып тора.
Беҙ барғанда ҡыҙҙар, малайҙар көр кәйеф менән ашхананан сығып килә ине. “Смешарики” отряды икән.
– Лагерҙа оҡшаймы? – тип һорайбыҙ.
– Оҡшай! – Ҡәнәғәт булыуҙары йөҙөнә сыҡҡан балалар бер тауыштан яуапланы.
– Нимә бигерәк тә оҡшай?
– Экскурсияларға йөрөйбөҙ, дискотека, тәмле итеп ашаталар...
“Айдос”та, аһ-һай, күңелле!Директор Сәриә Сафина әйтеүенсә, лагерға яҡын-тирә райондар, күрше өлкә балалары ла теләп килә. Йәй буйына өс смена ҡабул ителә, һәр береһендә илле бала ял итә. Файҙалы, шифалы эсемлектәргә, спортҡа ҙур иғтибар бирелә. Үҙенсәлекле программалар эшләй. Уҡыусылар райондың иҫтәлекле урындарына сәйәхәткә сыға, танылған шәхестәр менән осраша. Төрлө ойошмаларҙа булып, уларҙың һөнәре менән таныша.
Балаларҙың ял итеү бүлмәләре менән танышабыҙ. Бер бүлмәлә ике малай шахмат уйнап ултыра. Илгиз Әхмәтғәлиев ошо райондың Яңы Аҡбүләк ауылынан булһа, Азамат Рамазанов – Юлдаштан. Бығаса бер-береһен белмәгән малайҙар дуҫлашып та өлгөргән. Икеһе лә бишенсе класты “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә тамамлаған.
Бер аҙҙан “Теҙелергә!” тигән команда яңғыраны. Вожатый апайҙары Регина Йәнекәйева:
“Айдос”та, аһ-һай, күңелле!– Хәҙер тирға барабыҙ! – тигәс, балалар ҡыуанысынан сәпәкәйләп ебәрҙе.
– Урра-а-а!
Шул саҡ бер малайҙың:
– Лагерҙа күңелле, эйе бит! – тигән тауышы ишетелде.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ике ҡеүәт берләшһә…

Ике ҡеүәт берләшһә… 18.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мэн Фаньли етәкселегендәге Ҡытай Халыҡ Республикаһының...

Тотош уҡырға 22

Ваҡытынан алда  тапшырыла

Ваҡытынан алда тапшырыла 18.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Бөрйән районында 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 108 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө тамамланып килә....

Тотош уҡырға 16

Илгиҙәрлек – күңелендә

Илгиҙәрлек – күңелендә 12.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Атайым менән әсәйемдең йәшлек ҡалаһы, мөхәббәткә юл асҡан ҡала ул Сибай. Исем кешене биҙәй, уға...

Тотош уҡырға 114

Тупаҡтарҙың шатлығы ҙур

Тупаҡтарҙың шатлығы ҙур 12.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Шулай булмайса, ниһайәт, ауыл халҡының нисәмә йыл көткән хыялы тормошҡа ашты. “Башҡортостан...

Тотош уҡырға 56

Йәштәр алға ынтыла

Йәштәр алға ынтыла 12.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Уңышлы һәм шөғөллө булыу – трендлы булыу” I республика форумы үтте. Хеҙмәт баҙарында йәш...

Тотош уҡырға 30

Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем

Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем 11.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ә белем аҡсаға һатыламы? Заманы шундай – ҡәҙерле балаң мәктәп йәшенә еттеме, уйлана башлайһың:...

Тотош уҡырға 40

Миңә — әсәй, иптәштәремә — икенсе әсәй

Миңә — әсәй, иптәштәремә — икенсе әсәй 11.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Яңы тыуған бала тәпәй баҫып, беренсе аҙымын яһағансы әле күпме тәрбиәләргә, өйрәтергә, күңел, йөрәк...

Тотош уҡырға 58

Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем!  Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл кәрәк!

Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем! Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл кәрәк! 07.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Лиза Әғәҙуллина... Был исем хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә киң билдәле. Эйе, һүҙем...

Тотош уҡырға 114

“Йөрәгемде балаларға бирәм...”

“Йөрәгемде балаларға бирәм...” 07.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

“Уҡытыусынан башҡа һөнәрҙе күҙ алдына ла килтермәйем” Данлы уҡытыусылар династияһы Таулыҡаевтарҙың...

Тотош уҡырға 140

Һынауҙарҙа сыныҡҡан йылдар

Һынауҙарҙа сыныҡҡан йылдар 05.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Хәйретдиновтар миһырбанлыҡтың йөрәктән икәнлеген иҫбатлаған Иҫке Күл ауылының бормалы урамдары...

Тотош уҡырға 53

Төҙөкләндереү көтөлә

Төҙөкләндереү көтөлә 05.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов баш ҡаланың 115-се гимназияһында булып, Белем көнө айҡанлы үткәрелгән...

Тотош уҡырға 55

Белемле,  тимәк, “емле”

Белемле, тимәк, “емле” 31.08.2018 // Белем һәм тәрбиә

Иртәгә – Белем көнө. Ошо уңайҙан ғилемгә, һөнәр өйрәнеүгә бәйле ҡайһы бер аят-хәҙистәрҙе,...

Тотош уҡырға 137