Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала саҡты нисек хәстәрләһәк, киләсәгебеҙ ҙә шундай булыр
Бала саҡты нисек хәстәрләһәк, киләсәгебеҙ ҙә шундай булырБеҙҙә балаларҙың һаулығын ҡайғыртыу, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, демографияны яҡшыртыу эше яҡшырғандан-яҡшыра. Бөтә проблемаларҙы бер юлы хәл итеү мөмкин түгел, ләкин был йүнәлештәге эшмәкәрлектә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелеүен дә инҡар итергә ярамай. Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018–2027 йылдарҙы Балалар ун йыллығы тип иғлан иткәс, кескәйҙәр донъяһын яңы кимәлгә күтәреүгә иғтибар бермә-бер артты. Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа сығыш яһаған Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова килтергән мәғлүмәттәрҙән дә был яҡшы күренә. Былтыр беҙҙең республикала ошо тәңгәлдә нимәләр эшләнгән һәм ниндәй бурыстар ҡуйылған?


Һәр мөрәжәғәт — иғтибар үҙәгендә

Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең эшмәкәрлеге ҡануниәт тарафынан аныҡ билдәләнгән: дәүләткә бала хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен тәьмин итеүҙә ярҙамлашыу, сабыйҙарҙың боҙолған хоҡуҡтарын ҡайтанан тергеҙеү, бала мәнфәғәттәрен яҡлау механизмын камиллаштырыу, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ҡануниәткә үҙгәрештәр тәҡдим итеү, БМО-ның Бала хоҡуҡтары буйынса конвенцияһын һәм Бала хоҡуҡтары буйынсы вәкиллектең ҡағиҙәләрен пропагандалау. Ошо Вәкиллек етәксеһе республика парламентында йыл һайын үҙ эшмәкәрлеге буйынса доклад менән сығыш яһай, унда рәсми статистика материалдарына ла, граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәргә лә, республиканың балалар учреждениеларын тикшереү һөҙөмтәләренә лә ҙур иғтибар бирелә.
– Һуңғы өс йылда халыҡтың беҙҙең Вәкиллеккә мөрәжәғәттәре һаны тотороҡланды, – ти Милана Марат ҡыҙы. – Уртаса ул йылына ике мең самаһы була. Былтыр 1097 тапҡыр телдән һәм 701 яҙма мөрәжәғәт алғайныҡ. Вәкиллек 56 шәхси ҡабул итеү ойошторҙо һәм уларға 411 кеше килде. Был ялыуҙар араһында дәүләт органдарының һәм урындағы үҙидараның, вазифалы кешеләрҙең эшләп еткермәүенә зарланыуҙар ҙа бар. Мөрәжәғәттә күрһәтелгән факттар буйынса тикшереүҙәр үткәрелде, балаларға һәм уларҙың законлы вәкилдәренә проблемаларын хәл итеүгә булышлыҡ күрһәтелде, шул иҫәптән бушлай юридик кәңәштәр ҙә бирҙек. Былтыр Вәкил аппаратына тәғәйен бурыс ҡуйылды: мөрәжәғәттәрҙе ҡарау ваҡытын ҡыҫҡартырға, ғариза биреүсенең ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, һәр мәсьәлә тиҙ үк иғтибар белдерергә һәм был кеше менән бәйләнешкә инергә. Һуңғыһы бик мөһим, сөнки мөрәжәғәттәрҙең 66 проценты төпкөл райондарҙан килде.

Власть уларҙы тыңлай

Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил йыл һайын Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт власы органдары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Балаларҙы һәм бәлиғ булмаған сабыйлы ғаиләләрҙе яҡлау мәсьәләләре буйынса уларға Вәкиллек тәҡдимдәр, һорауҙар һәм талаптар ебәргән. Был хеҙмәттәшлек бик киң һәм күп мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала, улар төрлө саралар барышында хәл ителә.
– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа: Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил А.Ю. Кузнецова менән берлектә Беренсе республика ата-әсәләр форумында ҡатнашыу; балаларҙың йәйге ялы осоронда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса эксперт советы үткәреү; балалар суициды һәм кескәйҙәргә ҡаршы көс ҡулланыу проблемаларын киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу мәсьәләләренә арналған эксперт советы ултырышы; республика парламентының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитетында беҙҙең төбәктә опека һәм попечителлек органдарын ойоштороу буйынса “түңәрәк өҫтәл” үткәреү.
– Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығында: Рәсәй балаларын илебеҙ биләмәһенә кире ҡайтарыу һәм башҡа бәхәсле мәсьәләләр буйынса Төркиә, Сүриә, Шри-Ланка, Италия, Франция, Германия дәүләттәре менән бәйләнешкә инеү.
– Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында: бәлиғ булмағандарға ҡарата енәйәт эштәрен иҫкәртеү, юғалған балаларҙы эҙләп табыуҙа ярҙамлашыу, ата-әсәләрҙең үҙ бурысын тейешенсә үтәмәү мәсьәләһен хәл итеү һәм башҡалар. Вәкиллек сара күреүҙе һорап ебәргән 29 хаттың 18-енә ҡарата министрлыҡ тейешле процедура үткәргән: бер енәйәт эше асылған, ете админис­тратив эш ҡуҙғатылған, тиҫтәһе буйынса башҡа төрлө саралар күргән (юғалған балаларҙы эҙләү, миграция мәсьәләһен хәл итеү һәм башҡалар), ә 11 хат буйынса сара күреү өсөн нигеҙ юҡ тип тапҡан.
– Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығында: уллыҡҡа алынған бәлиғ булмаған балаларға ҡарата енәйәт ҡылыуҙы иҫкәртеү саралары күреүҙә ярҙамлашыу; етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған сабыйҙарҙың балалар учреждениеларын үҙ теләктәре менән ташлап китеү сәбәптәрен асыҡлау һәм был проблеманы хәл итеү юлдарын билдәләү; бәлиғ булмағандарҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы йәки быны эшләргә маташыу сәбәптәрен һәм шарттарын анализлау; бала табыу буйынса медицина ойошмаларында табип ярҙамының кимәлен күтәреү. Был идаралыҡҡа Вәкиллек аппараты сара күреүҙе һорап 17 хат ебәргән, шуның бишәүһе (енәйәт эше ҡуҙғатыуҙан баш тартыу тураһындағы ҡарарҙарҙы юҡҡа сығарыу) ҡәнәғәтләндерелгән, ҡалғандары сара күреү өсөн нигеҙһеҙ тип табылған.
– Суд приставтары буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы: баланың йәшәгән урынын асыҡлау буйынса суд ҡарарҙарының үтәлеүенә өлгәшеү; ғаиләһенән айырылған атай йәки әсәйҙең бала менән аралашыу тәртибен билдәләү; алимент түләүенең үҙ ваҡытында башҡарылыуына өлгәшеү. Былтыр Вәкиллек Суд приставтары идаралығы менән берлектә дүрт тапҡыр граждандарҙы ҡабул иткән, унда 28 кеше килгән.

Ярҙамсылар бармы?

Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилгә үҙ йүнәлешендәге проблемаларҙы хәл итеүҙә йәмәғәтселек ярҙамсылары ла булышлыҡ итә. Әле республика райондары һәм ҡалаларында шундай 78 ярҙамсы бар. Уларҙың төп эш йүнәлеше – граждандарҙы ҡабул итеү, балалар хоҡуҡтарына ҡағылышлы ҡануниәтте аңлатыу, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарына, шулай уҡ предприятиелар һәм ойошмаларға балалар хоҡуғының боҙолоуы тураһындағы ялыу һәм ғариза яҙырға ярҙам итеү, Вәкилдең йомоштарын үтәү, хоҡуҡ мәғарифын ойоштороу, башҡа социаль проекттарҙа һәм омбудсмендың башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу.
Йәмәғәт ярҙамсылары былтыр меңдән ашыу кешене ҡабул иткән, шул иҫәптән баланың боҙолған хоҡуҡтарын аяҡҡа баҫтырыу маҡсатында ғариза биргән граждандарҙың йәшәгән урынына ла барғандар. Йәйге осорҙа улар балалар ял иткән лагерҙарҙа ла йыш булған. Хәбәр итеүҙәренсә, көндөҙгө ял үҙәктәрендә, һауыҡтырыу лагерҙарында, хәрби-патриотик һәм спорт учреждениеларында һәм башҡа балалар ял иткән ойошмаларҙа етди кәмселектәр асыҡланмаған. Санитар-эпидемиология нормаларының боҙолоуы буйынса иҫкәрмәләр аҙайған.

Ғаиләнән айырыу ҡыйын булһа ла...

Әгәр ҙә ғаиләлә ата-әсәнең үҙ-ара мөнәсәбәте насар булһа, был баланың үҫеше өсөн шарттар тыуҙыра алмай. Ата-әсәнең ғаиләне тейешле кимәлдә ҡора алмауы баланы лайыҡлы тормоштан мәхрүм итә, етемлеккә һәм енәйәтселеккә алып килә.
Вәкиллек яһаған анализға ярашлы, былтыр беҙҙең республикала 30 меңдән ашыу сабый йәшәгән 22 меңдән ашыу ғаилә төрлө кимәлдәге профилактик иҫәптә тора ине. Шуныһы үкенесле: һуңғы йылдарҙа рәсми иҫәптә торған насар мөхитле ғаиләләр һаны артыуын дауам итә.
– Балалар араһындағы берәҙәклекте һәм бәлиғ булмағандарҙың енәйәт юлына баҫыуын иҫкәртеү буйынса субъекттарҙың эше йыл һайын камиллаштырыла һәм был, әлбиттә, ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай, – ти Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова. – Шул уҡ ваҡытта төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙы асыҡлау күрһәткесе юғары килеш ҡала әле. Былтыр 1 234 етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған сабый асыҡланды, шуның 865-е – 70 проценты – социаль етемдәр.

Асыҡланған етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар һаны

1749 1 473 1 392 1234
2014 2015 2016 2017
йыл йыл йыл йыл

Ғаиләләге мөхиттең насарайыуын мөмкин тиклем алдараҡ күреү ошо иҫкәртеү эшендә көнүҙәк мәсьәлә булып тора. 2012 йылда Башҡортостанда Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары тарафынан берлектәге “Социаль яҡтан хәүефле булған ғаилә һәм социаль йәһәттән хәүефле хәлдә йәшәгән сабый тураһындағы сигнал карточкаһы” раҫланғайны. Уның үтәлешен Бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙы яҡлау буйынса республика Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссия контролдә тота.
Былтыр полиция хеҙмәткәрҙәре бәлиғ булмағандар араһындағы берәҙәклекте һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса органдарға социаль яҡтан хәүефле булған 1 312 ғаилә тураһындағы мәғлүмәт ебәргән. Бәлиғ булмағандар эше буйынса белгестәр бала тәрбиәләү бурысын еренә еткереп үтәмәгән граждандар менән иҫкәртеү саралары үткәргән. Ундай ата-әсәләр түбәндәгесә характерлана:
5 498 ата-әсә спиртлы эсемлектәр менән мауыға;
75 ата-әсә наркотик ҡуллана;
338 ата-әсә балаларға ҡарата енәйәт өсөн хөкөм ителгән;
72 ата-әсә бала тәрбиәләү хоҡуғынан мәхрүм ителгән.

Сират кәмей

Дәүләткә ҡарамаған мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар һаны йылдан-йыл арта. Былтыр ошондай 23 ойошмала 1 026 бала хеҙмәтләндерелгән. Ғаилә тибындағы 66 балалар баҡсаһына 327 сабый йөрөгән. Хәҙерге шарттарҙа мәктәпкәсә белем биреүҙең был альтернатив төрө балалар баҡсаһында урын етешмәүен билдәле дәрәжәлә кәметергә ярҙам итә, улар, нигеҙҙә, мохтажлыҡ кисергән ҡатламды – өс йәшкә тиклемге кескәйҙәрҙе һәм һаулығы сикләнгән балаларҙы үҙ ҡарамағына ала.
– Дәүләткә ҡарамаған бындай ойошмаларҙа, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы төркөмдәрҙә хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн уларҙы ойоштороу, структура, норматив-хоҡуҡи һәм ғилми-методик йәһәттән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирергә кәрәк, – ти Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил М.М. Скоробогатова.

Яуаплы ла, ауыр ҙа һөнәр

Былтыр Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил мәктәптәге белем биреү барышында тыуған ыҙғышлы хәлдәр буйынса ата-әсәләрҙең (йәки баланың законлы вәкилдәренең) мөрәжәғәттәренә айырым иғтибар биреүҙе һәм бындағы хәлдәрҙе асыҡлауҙы, проблемаларҙы өйрәнеүҙе дауам иткән.
Белем биреү мөхитендәге ыҙғышлы хәлдәр – педагогик социум өсөн ғәҙәти күренеш ул, тип аңлата белгестәр, сөнки уҡытыу-тәрбиә эше үҙе үк ҡаршылыҡтарҙы еңеүҙе, хатта ниндәйҙер дәрәжәлә мәжбүр итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил белем биреү мөхитендә хәл итеүҙе көткән түбәндәге проблемаларҙы атай:
– йәмғиәттә педагог һөнәренең һәм белем биреү учреждениеларындағы тәрбиә эшенең абруйы төшөүе, мәктәпкә идара итеүҙәге авторитарлыҡ, мәктәп социумында шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә көсөргәнешлектең артыуы, күп ғаиләләрҙә ата-әсәнең тиҙ ҡыҙып китеүсән булыуы;
– уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың индивидуаллеге үҫешен баһалап еткермәү;
– мәктәп социумындағы формаль һәм формаль булмаған мөнәсәбәттәрҙең етерлек дәрәжәлә яйға һалынмауы, идара итеүҙәге шәхси һәм демократик принциптарҙы аралаштырып алып бара белмәү;
– педагогтарҙы һәм белем биреү учреждениелары етәкселәрен психологик яҡтан әҙерләүҙең түбән кимәлдә булыуы, мәктәптәге ыҙғыштарға идара итә белмәү, уларҙы иҫкәртеү һәм иң уңайлы юлдар менән бөтөрөү күнекмәләрен үҙләштермәү;
– педагог эшенең үҙенсәлеге шунда: ул, ҡағиҙә булараҡ, психик көсөргәнешлек шарттарында эшләй, ә был иһә шәхестең интеллектуаль һәм тойғо өлкәләренең тиҙ туҙыуына алып килә.
Милана Скоробогатова раҫлауынса, һуңғы йылдарҙа уҡытыусы менән уҡыусы, уҡытыусы менән ата-әсә араһындағы мөнәсәбәт мәҙәни яҡтан түбәнәйҙе. Бының сәбәбен ул көнкүрештәге, эш урын­да­рындағы, ғаиләләге мөнәсәбәттәр кимәленең насарайыуында күрә. Әгәр ҙә 2016 йылда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил педагогтар менән уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәһе араһындағы мөнәсә­бәттең ҡырҡыулашыуы тура­һындағы 61 яҙма һәм телдән мөрәжәғәт ҡабул итһә, былтыр ундай ғаризалар һаны 135-кә еткән.
Килеп тыуған хәлде ентекләп тикшереү педагогик консилиумда ҡатнашҡандарға ыҙғыштың төп сәбәптәрен асыҡларға, уны хәл итеү алгоритмын билдәләргә мөмкинлек бирә. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил белем биреү учреждениеһы етәкселегенә артабанғы уҡытыу, тәрбиә һәм психологик-педагогик эшмәкәрлектә ҡулланырлыҡ тәғәйен тәҡдимдәр бирергә тейешле. Кәрәк булған осраҡта иҫкәртеү системаһы органдары хеҙмәткәрҙәре, социаль-психологик үҙәк белгестәре лә йәлеп ителә. Тәҡдимдәрҙең тормошҡа ашырылыуы мәғарифҡа идара итеү органдарына йөкмәтелә.

Беренсе хат

Әсәләре яңғыҙ тәрбиәләгән күп балалы ғаиләнән килгән хатта социаль пособие юллап алышыуҙы һорағандар. Вәкиллек, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә, хәлде асыҡлаған: 2015 йылда ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелеү сәбәпле, был ғаиләгә пособие түләүҙе туҡтатҡандар икән, сөнки был хоҡуҡты иҫбатлау зарурлығы тыуған. Ҡануниәттә ҡаралғанса, бындай пособиены хеҙмәткә яраҡлы ағзалары эшләгән, ләкин килеме йәшәү минимумынан түбән булған, шулай уҡ социаль йәһәттән йәшәү сығанағынан мәхрүм ҡалыу ихтималлығы янаған ғаиләләр ала.
Ҡануни үҙгәрештән һуң әсә кеше социаль ярҙам учреждениеларына мөрәжәғәт итмәгән. Ғаиләнең ауылда йәшәүен, килеменең ошо минимумдан түбән булыуын иҫәпкә алып, айлыҡ пособиены ҡабат түләй башлағандар. Бер юлы был ғаиләгә социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһында ҡатнашырға тәҡдим ителгән.

Икенсе хат

Вәкиллеккә аутистик спектр менән сирләгән бәлиғ булмаған ҡыҙҙың әсәһе мөрәжәт иткән: ул яҙғанса, сабыйын балалар баҡсаһында ҡыйырһыталар икән. Әсә кеше көндөҙгө сәғәт икегә тиклем эшләй, шуға күрә ул ярты көнлөк төркөмгә йөрөгән ҡыҙын алырға өлгөрмәй ҡалғылай. Был мәлдә ҡыҙыҡайҙы, тәртибенең ҡатмарлы булыуына һылтанып, башҡалар менән бергә ихатаға уйнарға ла алып сыҡмайҙар, ашатмайҙар ҙа. Был хәл, әсәһе әйтеүенсә, сабыйҙың психологик торошона һәм сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай, уның хоҡуҡтарын боҙа.
Вәкил ғариза яҙған әсә менән осрашҡан, яраҡлаштырылған белем биреү программаһы төҙөү өсөн психологик-медик-педагогик комиссия үтергә тәҡдим иткән. Комиссия шундай һығымта биргән: бала сәләмәтлеге буйынса мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларға йөрөй ала, ләкин бының өсөн уға уңайлы шарттар тыуҙырырға кәрәк. Артабан балалар баҡсаһы мөдире менән берлектә был ҡыҙсыҡтың ошо учреждениеға йөрөү тәртибе тураһындағы мәсьәлә хәл ителгән, уға шарттар уңайлы булһын өсөн барлыҡ саралар ҙа күрелгән.

Өсөнсө хат

Өфөлә йәшәгән пенсионер ҡатын 5-се класта уҡыған ейәнсәрен яҡлашыуҙы һораған. Өләсәһе ейәнсәрен тыуғандан алып тиерлек яңғыҙы тәрбиәләй. Насар билдә алғас та, ҡыҙсыҡ ошо теманы ҡабат һөйләргә һәм билдәһен “төҙәтергә” теләп, уҡытыусыға бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә, ләкин уныһы тыңлауҙан баш тарта.
Ата-әсәләр йыйылышында өләсәһе был үтенесте ҡабат әйткәс, уҡытыусы барыһы алдында ла баланы яманларға тотона. Артабан уҡыусылар, ата-әсәләре тыйыуға һылтанып, был ҡыҙыҡай менән аралашыуҙы туҡтата. Уны хатта икенсе партаға күсерәләр һәм ул яңғыҙ ултырырға мәжбүр була. Был хәл, тәбиғи, баланың һаулығына һәм психологик торошона ла кире йоғонто яһамай ҡалмай.
Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил мәктәптең педагогтар коллективы һәм ҡыҙҙың өләсәһе менән осрашҡан, опекала йәки ҡабул иткән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар (ә мәктәптә ундайҙар туғыҙ уҡыусы булып сыҡты) менән эшләү йүнәлештәре билдәләнгән. Хәҙер был бала икенсе мәктәпкә күсерелгән, әммә быйылғы йыл аҙағына саҡлы уны психологтар күҙәтеүенә алырға ҡарар ителгән.

Һандар һәм дәлилдәр

*Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиллеккә граждандарҙан йыл һайын 30 мең самаһы мөрәжәғәт килгән.
*Былтыр Рәсәйҙең Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил һәм уның ярҙамсылары илдең 85 субъектындағы 3,5 мең балалар учреждениеһында инспекция сәфәрендә булған.
*Вәкиллек имен булмаған балалар буйынса мәғлүмәттәрҙе йыйырға һәм анализларға мөмкинлек биргән 400-ҙән ашыу күрһәткестән торған методик ҡул­ланма әҙерләгән. Рәсәй төбәктә­рендәге балаларҙың хәле буйынса берҙәм мәғлүмәт базаһы булдырылған.
*Бынан биш йыл элек илдәге етем балалар һаны 128 мең тәшкил итһә, был­тырғы йыл аҙағына урынлаш­ты­рылмаған балалар һаны – 45,1 процент­ҡа, асыҡланған һәм иҫәпкә алынғандары – 5,6 процентҡа, шул иҫәптән социаль етемдәр ете процентҡа кәмегән.
*Асыҡланған балалар һәм үҫмер­ҙәрҙең дөйөм һанында социаль етемдәр (ата-әсәһе иҫән булып та ҡараусыһыҙ ҡалған сабыйҙар) 2011 йылда 83,8 процент, 2013 йылда 81,6 процент, былтыр 78,5 процент булды.
*Илдәге социаль етемлекте кәме­теү буйынса әүҙем эш һөҙөмтәһендә ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр һаны 34 процентҡа аҙайған.
*Яңы тыуған сабыйынан баш тартҡан әсәйҙәр һаны һуңғы биш йылда 29 процентҡа кәмегән.
*Рәсәйҙәге етем һәм ата-әсә ҡара­уынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн учреждениелар һаны һуңғы йылдарҙа 22,4 процентҡа, ә уларҙағы тәрбиәселәр 38,9 процентҡа аҙайған.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ике ҡеүәт берләшһә…

Ике ҡеүәт берләшһә… 18.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мэн Фаньли етәкселегендәге Ҡытай Халыҡ Республикаһының...

Тотош уҡырға 22

Ваҡытынан алда  тапшырыла

Ваҡытынан алда тапшырыла 18.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Бөрйән районында 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 108 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө тамамланып килә....

Тотош уҡырға 16

Илгиҙәрлек – күңелендә

Илгиҙәрлек – күңелендә 12.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Атайым менән әсәйемдең йәшлек ҡалаһы, мөхәббәткә юл асҡан ҡала ул Сибай. Исем кешене биҙәй, уға...

Тотош уҡырға 114

Тупаҡтарҙың шатлығы ҙур

Тупаҡтарҙың шатлығы ҙур 12.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Шулай булмайса, ниһайәт, ауыл халҡының нисәмә йыл көткән хыялы тормошҡа ашты. “Башҡортостан...

Тотош уҡырға 56

Йәштәр алға ынтыла

Йәштәр алға ынтыла 12.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Уңышлы һәм шөғөллө булыу – трендлы булыу” I республика форумы үтте. Хеҙмәт баҙарында йәш...

Тотош уҡырға 30

Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем

Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем 11.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ә белем аҡсаға һатыламы? Заманы шундай – ҡәҙерле балаң мәктәп йәшенә еттеме, уйлана башлайһың:...

Тотош уҡырға 40

Миңә — әсәй, иптәштәремә — икенсе әсәй

Миңә — әсәй, иптәштәремә — икенсе әсәй 11.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Яңы тыуған бала тәпәй баҫып, беренсе аҙымын яһағансы әле күпме тәрбиәләргә, өйрәтергә, күңел, йөрәк...

Тотош уҡырға 62

Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем!  Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл кәрәк!

Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем! Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл кәрәк! 07.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Лиза Әғәҙуллина... Был исем хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә киң билдәле. Эйе, һүҙем...

Тотош уҡырға 114

“Йөрәгемде балаларға бирәм...”

“Йөрәгемде балаларға бирәм...” 07.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

“Уҡытыусынан башҡа һөнәрҙе күҙ алдына ла килтермәйем” Данлы уҡытыусылар династияһы Таулыҡаевтарҙың...

Тотош уҡырға 140

Һынауҙарҙа сыныҡҡан йылдар

Һынауҙарҙа сыныҡҡан йылдар 05.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Хәйретдиновтар миһырбанлыҡтың йөрәктән икәнлеген иҫбатлаған Иҫке Күл ауылының бормалы урамдары...

Тотош уҡырға 53

Төҙөкләндереү көтөлә

Төҙөкләндереү көтөлә 05.09.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов баш ҡаланың 115-се гимназияһында булып, Белем көнө айҡанлы үткәрелгән...

Тотош уҡырға 55

Белемле,  тимәк, “емле”

Белемле, тимәк, “емле” 31.08.2018 // Белем һәм тәрбиә

Иртәгә – Белем көнө. Ошо уңайҙан ғилемгә, һөнәр өйрәнеүгә бәйле ҡайһы бер аят-хәҙистәрҙе,...

Тотош уҡырға 137