Дәүләкәндә – самолет!

11-07-2018, 00:03 // Белем һәм тәрбиә // Баҫып сығарырға
Калиновка ауылында тарихи ваҡиға булды: Өфө аэропортынан “МИГ-21” самолетын алып килделәр. Хәҙер ул ауылдың биҙәге лә, урындағы Рәсәйҙең атҡаҙанған летчик-һынаусыһы Урал Солтанов исемендәге аэрокосмос мәктәбенең уҡыу макеты ла булып тора.

Халыҡ самолетты алып килеүҙе бик ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Юлда уны күргәндәрҙең ҡайһы берәүҙәре, Дәүлә­кән районы хакимиәтенә шылтыратып, самолетты ҡайҙа алып барыуҙары менән ҡыҙыҡһынды. Көтөүселәр иһә малдарын ҡалдырып, мәлде теле­фонға фотоға төшөрөргә ашыҡты.
Самолетты үҙ юлы менән һөйрәтеп алып килделәр. Был ябай булмаған техниканы күсереүгә өлөш индер­гәндәр тарихи ваҡиғала ҡатнашты, тип әйтһәк тә хата булмаҫ.
“МИГ-21” уҙған быуат уртаһында тауыштан шәберәк осоусы һәм иң таралған икенсе быуын истребителе булып тора. Калиновкаға килтерелгәне 1956 йылда эшләнгән. Уның двигателен сисеп алһалар ҙа, идара итеү пульты тулыһынса һаҡланған. Быға тиклем “тимер ҡанатлы ҡош” Өфө дәүләт авиация университеты ҡарамағында булған.
– Самолет университеттың Уҡыу үҙәгендә торҙо. Балалар унда килеп шөғөлләнә ине. Хәҙер Дәүләкән үҫмерҙәре үҙҙәрендә күнекмәләр үткәреп, беҙгә уҡырға килһендәр, тип теләйбеҙ. Беҙ офицерҙар составын – лейтенанттар әҙерләйбеҙ, – ти университеттың Хәрби уҡыу үҙәге начальнигы Вячеслав Лазарев.
Самолетты Калиновкаға күсереү еңелдән булмай. Бының өсөн Рәсәй Хәрби космос көстәренең баш командующийы генерал-полковник Виктор Бондаревтан рөхсәт алғандар. “Тимер ҡош”то реставрациялағандан һуң, Аэрокосмос мәктәбе уҡыусылары ысын техникала һөнәр оҫталыҡтарын камиллаштырасаҡ.

Дәүләкән районы.