Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телефонды ситкә ҡуйып, башыңды эшләтеп ал!
Хәйбуллала шахмат уйынына ҡыҙыҡһыныу арта

Телефонды ситкә ҡуйып, башыңды эшләтеп ал!Кешелек уйлап сығарған мөғжизәләр араһында аҡлы-ҡаралы шахмат таҡтаһы бер нисә быуат буйы әҙәмдәрҙе ылыҡтырып, мауыҡтырғыс шөғөл, күңелле ял бүләк итә. Аҡыллылар һәм мәшһүрҙәр уйыны тип йөрөтөлгән был спорт төрөн үҙ иткәндәр араһында логик фекерләгән, түҙемле һәм маҡсатына ынтылыусан кешеләр күп осрай. Был боронғо уйынға ылыҡҡан балаларҙың да күп булыуы һоҡландыра.

Хәйбулла районы мәктәп­тәрендә шахмат түңәрәктәре эшләй, барлығы һигеҙ белем усағында һәм өс балалар баҡ­саһында был эш етди ҡуйылған. Бүребай һәм Аҡъярҙың 2-се мәктәбендә шахмат буйынса тренер вазифаһы бар. Аҡъяр балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Реналь Мәмбәтов әйтеүенсә, район шахматсылары төрлө ярыштарҙа, турнирҙарҙа оло еңеү яулай, 15 уҡыусының төрлө разрядтары бар. Шуныһы ҡыуаныслы: район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Юлай Сиражетдинов йәш шах­матсыларға бар яҡлап ярҙам күрһәтә: шахмат тупланмаһы, уйын сәғәте, төрлө әсбаптар алына, турнир һәм ярыштарға йөрөргә аҡса бүленә.
Телефонды ситкә ҡуйып, башыңды эшләтеп ал!— Шахмат уйнауҙы дүрт йәштә башланым, уның серҙәрен ҡартатайым Рәшит Яхъя улы өйрәтте. Тәүге еңеүҙәр мине тағы ла сәмләндереп ебәрһә, хәҙер был шөғөл яратҡан эшемә әйләнде, — ти Реналь Әхмәтйән улы. — Икенсе йыл рәттән уҡыусыларым менән Анапа ҡалаһындағы Бөтә Рәсәй шахмат фестивалендә ҡатнаштыҡ, еңеү менән ҡайттыҡ. Ул сағында ниңә үҙебеҙҙә лә шахмат турнирын үткәреп ҡарамаҫҡа, тигән уй-теләктәр менән янып ҡайттым да был фекеремде етәкселәргә еткерҙем. Улар хуплағас, эште башланыҡ.
Ошо көндәрҙә “Һаҡмарҙа йәй” тип аталған төбәк-ара шахмат турниры башланды, унда 116 бала йыйылды. Биш йәштән алып ун биш йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар райондың иң йәмле ерендә урынлашҡан Йәнтеш ауылы янындағы шифаханала шахмат уйнап, Һаҡмарҙа рәхәтләнеп һыу инеп, сәләмәт­леген нығыта, тәжрибә туплай. Бында Һамар, Өфө, Ырымбур өлкәһенең Орск, Яңы Троицк, Ясный, Гай ҡалаларынан, Шишмә, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан килгән йәш шахматсылар төшкә тиклем көс һынаша, төштән һуң мәҙәни һәм спорт сараларында ҡатнаша, яңы уҡыу йылына көс-дәрт туплай, дуҫтары менән аралаша.
Телефонды ситкә ҡуйып, башыңды эшләтеп ал!Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәк тә, республикала беренсе­ләрҙән булып ойошторолған был лагерь үҙенең юғары әҙерлеге һәм шахмат уйыны талаптарын теүәл үтәүе, тренерҙар составы­ның көслө булыуы менән айырылып тора.
— Тәүге тапҡыр ойошторолғас, әлегә төбәк-ара турнир итһәк, киләһе йыл халыҡ-ара кимәлгә сығырға уй бар. Ҡаҙағстан шахматсылары ҡыҙыҡһына башлап, киләсәктә ҡатнашырға теләк белдерҙе. Шулай уҡ башҡа ҡала­ларҙан теләүселәр күп. Донъяның иң көслө шахматсыларын саҡырып, оҫталыҡ дәрестәре биреү уйы ла юҡ түгел, — ти Реналь Мәмбәтов.
Әйткәндәй, районда шахматты үҙ итеүселәр, уның фанаттары етәрлек. “Һаҡмар” шифахана­һы­ның баш табибы Тәлғәт Рәхмә­тул­лин да — разрядҡа эйә булған көслө шахматсыларҙың береһе. Шулай уҡ бында үҙенең тәрбиәлә­неүселәре менән килгән Баймаҡ районының иң көслө шахмат­сыһы һәм тренеры Зөлфәр Зәбәйеровты осраттыҡ. Тәжрибә­ле тренер белдереүенсә, хәйбул­лалар бик матур башланғысҡа нигеҙ һалған. Балалар тәрбиә­сеһе Рәзинә Фазлыева ла шахмат менән етди шөғөлләнә, шуға күрә был турнирҙан ситтә ҡала алмаған.
Йәйге ялда бер аҙға булһа ла планшет, телефондарҙан арынып, шахмат уйнап баштарын эшләтеп, рәхәтләнеп ял итеү донъя майҙанында балҡыясаҡ буласаҡ чемпиондарға дәрт, илһам һәм сәм бирә, белемдәрен арттыра, һаулыҡтарын нығыта, яңы дуҫтар, фекерҙәштәр табыр­ға ярҙам итә. “Һаҡмарҙа йәй” көндәре һәр кемдең күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар, яңы еңеүҙәр, ынтылыштар һәм асыштар килтереп кенә ҡалмай, мауыҡтырғыс шөғөлдөң артабан йәшәү рәүешенә әйләнеүенә булышлыҡ та итәсәк, ти уны ойоштороусылар.

Хәйбулла районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 41

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 62

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 58

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 72

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 74

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 74

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 156

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 81

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертауҙа Балалар ижады үҙәге нигеҙендә “Квантолаб” балалар технопаркы асылды....

Тотош уҡырға 81

Урал батыр – төрлө телдә

Урал батыр – төрлө телдә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын йәш башҡарыусыларҙың һәм һөйләүселәрҙең IX халыҡ-ара...

Тотош уҡырға 94

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 02.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Асҡын ауылының 2-се урта мәктәбендә педагог-психолог Наза Миңлеғәлиева менән Афған һуғышы хәрәкәте...

Тотош уҡырға 65

Халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡлап

Халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡлап 30.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Донъяла һәр милләттең рухи хазинаһы, уны халыҡ иткән булмышы бар. Ул – туған тел – халыҡтың иң...

Тотош уҡырға 127