Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Йәмле тәбиғәт ҡосағында, мул һыулы Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан “Ирәндек” лагеры республикала иң яҡшыларҙан иҫәпләнә. Бында йәй һуҙымында төрлө район һәм ҡалаларҙан меңдән ашыу уҡыусы һаулығын нығыта, яңы уҡыу йылына көс туплай.


Тәүге сменаға — 190, икенсеһенә 350 баланы ҡабул иттеләр. Араларында Мәскәү, Өфө һәм Магнитогорск ҡалалары­нан килгәндәр ҙә бар.
Лагерҙа бассейн, күнекмәләр залы, спорт, йыр-бейеү майҙансыҡтары, стадион, китапхана эшләй. Ижад менән шөғөллән­гәндәр өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Әйҙә, рәхәтләнеп ял ит, һәләтеңде үҫтер, яңы дуҫтар тап!
Смена етәксеһе Юлай Фәхрисламов әйтеүенсә, башта һәр көнгә эш планы төҙөлә, экскурсиялар графигы билдәләнә. Биш йыл эсендә матур йолаға әйләнгән саралар барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, “Байыҡ”, “Ике йондоҙ”, “Ирәндек” батыры”, “Ирәндек” гүзәле” тигән конкурстар – һәр сменаның биҙәге. Сибайҙан “Сулпан” балалар театры килеп, спектакль ҡуясаҡ.
Лагерҙың үҙ автобусы һәм ике “ГАЗель” автомобиле бар. Уларҙа балаларҙы Магнитогорск ҡалаһындағы аквапаркка, Үләнде күле буйындағы “Динопарк”ка, Абҙаҡ тау курортына, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың тыуған ауылы Күсемдәге музейға һәм башҡа иҫтәлекле урындарға йөрөтәләр.
– Беҙҙә балаларҙы яратҡан, улар менән уртаҡ тел таба белгән, үҙҙәрен яҡшы ойоштороусы итеп танытҡан 14 вожатый, 14 тәрбиәсе, ике педагог-ойоштороусы эшләй, – ти лагерь директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Айгөл Ғәлина. – Эшкә ҡабул иткәндә конкурс нигеҙендә һайлап алыу үткәрелә. Хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе бында электән эшләй, араларында юғары уҡыу йорттары студенттары ла бар. Тәрбиәселәр араһында егеттәрҙең күплеге айырыуса күҙгә ташлана. Динир Мырҙабаев, Артур Аҡбулатов, Фәнзил Вәлиев, Руслан Әмиров, Илшат Исҡужин балаларҙың яҡын дуҫына әйләнгән. Ҡыҙ һәм малайҙар ағайҙарын хөрмәт итә, уларҙың һәр кәңәшен тота, һәр береһен терәк-таяныс итеп һанай.
Беҙ барғанда лагерҙа ата-әсәләр өсөн “Асыҡ ишектәр” көнө бара ине. Балалар концертҡа әҙерләнә: кемдер бейеү хәрәкәттәрен ҡабатлай, икенселәр йыр башҡара, ҡул оҫталары иһә күргәҙмә әҙерләгән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “Ирәндек”тә бер ғаиләнән ике-өс бала ял иткән осраҡтар байтаҡ, бындай хәлдә туғандар бер бүлмәгә урынлаштырыла.
Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы ашнаҡсы апайҙары тәмле аш-һыу менән һыйлай, өҫтәлдән йәшелсә, емеш-еләк өҙөлмәй. Көнөнә биш тапҡыр туҡландырыу ҡаралған. Һәр корпуста йыуыныу өсөн душ бар, мунса яғыла.
– Балаларыбыҙҙың кеҫә телефонынан, планшет-компьютерҙарҙан арынып, саф һауала рәхәтләнеп ял итеүе – үҙе дауа! – ти ата-әсәләр.

Әбйәлил районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорт телен данланылар

Башҡорт телен данланылар 17.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Яңауыл районының үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнө айҡанлы “Быуаттарҙы ашҡан туған телем” тип...

Тотош уҡырға 25

Республика етәксеһе - технопаркта

Республика етәксеһе - технопаркта 15.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында Кванториум - Квантолаб...

Тотош уҡырға 65

Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 38

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 59

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 48

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 82

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 74

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 88

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 88

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 90

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 183

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 89